Дуҫлыҡ баҡсаһы (Санкт-Петербург)

Дуҫлыҡ баҡсаһырус. Сад дру́жбы - Санкт-Петербургтағы Литейный проспектындағы № 15-17 һанлы йорттар янында урынлашҡан баҡса.

Дуҫлыҡ баҡсаһы
Нигеҙләү датаһы 2003
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
...дән бүләк Шанхай[1]
Карта
 Дуҫлыҡ баҡсаһы Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Баҡса 2003 йылдың май айында ҡаланың өс йөҙ йыллығын байрам итеү айҡанлы Санкт-Петербургтың туғандаш ҡалаһы Шанхайҙан бүләк итеп атап нигеҙ һалына.[2] Санкт-Петербург губернаторы Владимир Яковлев уны "Дуҫлыҡ баҡсаһы" тип атаған. Баҡса Шанхайҙағы Юй Юань баҡсаһының («Шатлыҡ баҡсаһы») кесерәйтелгән күсермәһе итеп эшләнгән

Баҡса ике мең квадрат метрҙан артыҡ майҙанды алып тора. Уның территорияһында «Туғыҙ аждаһа диуары», «Дуҫлыҡ пагодаһы», уның эргәһендә фонтан ҡоролған бәләкәй генә яһалма һыу ятҡылығы өҫтөндә таш күпер урынлашҡан. Ҡытай баҡса тәртип-низамы буйынса, баҡса территорияһында урынлашҡан төрлө рәүешле таштар миниатюр тау һырттары иллюзияһын тыуҙыра. Баҡса ҙур булмаған ҡарағайҙар, талдар һәм алмағастар менән биҙәлгән. Бынан тыш, баҡсала бер япон сакураһы ағасы үҫә [3]

Баҡса булдырыу өсөн кәрәкле бөтә материалдар Шанхайҙан килтерелгән [4].

Владимир Яковлев баҡсаны төҙөүселәргә «Һеҙҙең исемдәрегеҙ Рәсәйҙең төньяҡ башҡалаһын төҙөүселәрҙең маҡтаулы исемлегенә индерелде» тип яҙылған почет грамоталары тапшырған.[5]

Туғыҙ аждаһа диуары

үҙгәртергә

Диуар Ҡытайҙың яуыз рухтарҙы ҡыуып таратыусы изге йән эйәләре һыны - туғыҙ аждаһа һыны менән биҙәлгән. Аждаһалар керамиканан эшләнгән һәм төҫлө глазурь менән ҡапланған.

Дуҫлыҡ пагодаһы

үҙгәртергә

Пагода сәй церемонияһы һәм асыҡ һауала медитация өсөн тәғәйенләнгән. Уға ингән ерҙә ике арыҫлан һыны урынлашҡан, Улар азия стилендә эшләнгән һәм ши-цзаға .оҡшап тора

Баҡсаны«тай ху ши» тип аталған таштар биҙәй, улар Көньяҡ Ҡытайҙа урынлашҡан. Тайху күленән алыпкиленгән. Баҡсалағы ағастар, Ҡытай баҡсаларындағы кеүек үк , ҡупшылыҡ өсөн ҡырҡылмайподстригаться түгел.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә