Чога-Занбиль

(Дур-Унташ битенән йүнәлтелде)

Чога-Занбиль (хәҙ. фарс. چُغازَنبیل Chaqā Zanbil, Choghā Zanbil, Чога-Зенбиль, Дур-Унташ, Чога-Зембиль) — Элам дәүләтенән һаҡланып ҡалған боронғо ҡала һәм ғибәҙәтханалар комплексы, хәҙерге Ирандың Хузестан провинцияһында урынлашҡан.

Чога-Занбиль зиккураты
ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 113
рус.англ.фр.

Месопотамия сиктәренән тыш һирәк осраған зиккураты менән билдәле. Дизфуль ҡалаһынан көнбайышҡа табан — 25 км, Сузанан (Суса, Шуш) көньяҡҡа табан — 45 км, Ахваздан төньяҡҡа табан 120 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Комплекс беҙҙең эраға тиклем яҡынса 1250 йылда Элам батшаһы Унташ-Напириша тарафынан бөйөк алиһә Ишушинак хөрмәтенә төҙөлә. Башта ҡала Дур-Унташ (Унташ ҡалаһы) тип атала. Ҡала тирәләй өс концентрик стена төҙөлә. Эске ҡалалағы ҙур зиккурат төп алиһәгә бағышланған, ул ҙур тигеҙ майҙан урынында төҙөлә. Үҙәктә кесе алиһәләрҙең 11 ғибәҙәтханаларына нигеҙ һалына. 22 ғибәҙәтхана төҙөргә ниәт була, әммә батша вафат булғандан һуң төҙөлөш эштәре туҡтатыла. Ҡаланың тышҡы өлөштәрендә батша һарайы һәм батшаларҙың төрбәләре (мавзолейҙары) урынлаша.

Ҡала Ассирияның баҫып алыуына ҡәҙәр була — беҙҙең эраға тикем 640 йылда уны батша Ашурбанипал емерә.

Ғалимдар күҙаллауынса, батша Унташ-Напириша бында Суза урынына үрге һәм түбәнге Эламдың алиһәләре өсөн төп дини үҙәк төҙөргә теләй.

1951 йылдан 1962 йылға тиклем барған археологик ҡаҙыуҙар күп табылмалар бирә. Был зиккурат донъялағы барлыҡ зиккураттарҙан иң яҡшы һаҡланғаны тип иҫәпләнә. 1979 йылда Чога-Занбиль стал первым объектом всемирного наследия Иранда ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫының тәүге объекты була.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Iran-stub Ҡалып:Элам Ҡалып:Иранда бөтә донъя мираҫы