Дудырев Анатолий Сергеевич

Дудырев Анатолий Сергеевич (30 март 1945 йыл) — хәрби ғалим. Техник фәндәре докторы, профессор. СССР дәүләт премияһы лауреаты (1986). Санкт-Петербург дәүләт технологик институты ректоры (1985—2010) һәм президенты (2010—2015). Санкт-Петербург дәүләт технология институтының (ВЭП) Юғары энергетикалы процестар кафедраһы мөдире.

Дудырев Анатолий Сергеевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 март 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 27 июнь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (76 йәш)
Һөнәр төрө военный учёный
Биләгән вазифаһы ректор[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт технология институты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXVIII съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы «Почёт Билдәһе» ордены Дуҫлыҡ ордены «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы юбилейная медаль «В память 300-летия Санкт-Петербурга»
Америка Химиктары институты дипломы
Дудырев А. С. Технология институты. Ректорҙың хәтирәләре (2010 йыл)
Дудырев А. С. Технология институты. Ректорҙың хәтирәләре (2010 йыл)

Биографияһы

үҙгәртергә

1945 йылда Мәскәүҙә хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. 1962 йылда Ленинградтағы 10-сы интернат—мәктәпте тамамлай, шул уҡ йылда —технология институты студенты. Уҡыған саҡта уның лидерлыҡ сифаттары асыҡлана: уҡыу алдынғыһы, әүҙем һәм яуаплы студенттар төҙөлөш отряды етәксеһе булып таныла. 1965—1971 йылдар осоронда йыл һайын Технология институтының төҙөлөш отрядтары хәрәкәтендә ҡатнаша: бригадир, комиссар, командир. 1968 йылда «инженер химик-технолог» квалификацияһы һәм «Гетероген системалар химияһы һәм технологияһы» һөнәре буйынса Ленинград технология институтын тамамлай һәм уға аспирантурала ҡалырға тәҡдим ителә. Кандидатлыҡ диссертацияһын ваҡытанан алда яҡлай һәм 35 йәшендә техник фәндәр докторы була.

Технология институтында кесе ғилми хеҙмәткәр, ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор, вазифалары аша ЛТИ-ның ғилми эштәр буйынса проректорына тиклем хеҙмәт юлын үтә. 1985 йылда ул СССР халыҡ мәғарифы министрының бойороғона ярашлы ул Ленсовет исемендәге Ленинград технология институты ректоры итеп тәғәйенләнә.

1985—2010 йылдарҙа СПбДТИ-ның Технология институты ректоры. Уның етәкселеге аҫтында 1988 йылдың сафҡа 7-се Ҡыҙыл Армия урамында уҡыу корпусы индерелә, 1989 йылда институттың фундаменталь китапханаһы өсөн яңы алты ҡатлы бинаһы төҙөлә, ә 1990 йылда — Стойкость урамында ун алты ҡатлы ятаҡхана. Ректор вазифаһынд аэшләгән йылдарҙа сафҡа яңы аудиториялары индерелә, факультеттар, кафедралар ойошторола, яңы специальностар асыла. 1990 йылдарҙағы реформа осоронда институт бөтә дәүләт милек объекттарын, студенттар контингентын һәм профессор-уҡытыусылар составын һаҡлап алып ҡала.

1990 йылда Мәскәүҙә 2-13 июлдә үткән КПСС-тың һуңғы XXVIII съезы делегаты итеп һайлана. 11 июлдә Дудырев А. С. үҙенең кандидатураһын КПСС Үҙәк Комитеты Генераль секретарының урынбаҫары вазифаһына тәҡдим итә. Һайлау саралары барышында Дудырев съезд трибунаһынан сығыш яһай, биографияһы һәм үҙенең программаһы менән таныштыра. Йәшерен тауыш биреү өсөн бюллетендәргә В. А. Ивашко, Е. К. Лигачев, А. С. Дудырев кандидатуралары индерелә. Тауыш күпселеге һөҙөмтәһендә В. А. Ивашко еңеп сыға.

2007 йылда Дудырев башланғысы менән оҙайлы өҙөклөктән һуң «Санкт-Петербург Технология институты (техник университеты) хәбәрҙәре»] сығарыла башлай.

  • 2010 йылдан 2015 йылға тиклем — СПбГТИ-ның Технология институты президенты
  • 1992 йылдан — кафедра мөдире СПбГТИ-ның юғары энергетикалы процестар кафедраһы мөдире[1]

400-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 100-ҙән ашыу уйлап табыу, 8 патент, 8 монография.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Почет Билдәһе» ордены
  • Дуҫлыҡ Ордены[2]
  • К. Э. Циолковский, С. П. Королев, Ю А. Гагарин, академик Б. П. Жуков исемендәге Рәсәй Космонавтика федерацияһы миҙалдары
  • «Рәсәй флотының 300 йыллығы иҫтәлегенә» юбилей миҙалы
  • «Санкт-Петербургтың 300 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙал (2002 йыл)
  • «Рәсәй профсоюздарына 100 йыл» ФНПР миҙалы
  • Техник фәндәре докторы (1980)
  • Профессор (1981)
  • СССР дәүләт премияһы лауреаты (1986)
  • Халыҡ-ара фәндәр академияһының юғары мәктәбе академигы
  • АҠШ Химиктар институтының почетлы ағзаһы
  • Д. И. Менделеев исемендәге Рәсәй химик-технология университетының[3] почетлы профессоры (2003 йылдан)
  • В. Г. Шухов исемендәге Белгород дәүләт технология университетының почетлы профессоры.
  • ГИПХ-ның Федераль ғилми үҙәге почетлы докторы
  • Боеприпастар һәм махсус химия тармағының почетлы хеҙмәткәре
  • «2004 йыл ректоры» исеме һәм почетлы билдәһе[4]
  • Росатомдың «Е. П. Славский» түш билдәһе[5] (2007)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә