Дубровка (Бөрө районы)

Дубровка (рус. Дубровка) — Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Осиновка ауыл Советы составындағы 2005 йылда бөтөрөлгән ауыл.

Дубровка
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Осиновка ауыл советы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 20 июль 2005
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Дубровка ауылы Бөрөнән Осиновкаға барған автомобиль юлына яҡын, райондың әһәмиәте буйынса икенсе урында торған Бөрө йылғаһына уның һул ҡушылдығы Кутькина ҡойған ерҙә урынлашҡан[1].

Географик урыны

үҙгәртергә

Алыҫлығы[2] (1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата):

— район үҙәгенә (Бөрө) тиклем: 11 км,

— ауыл Советы үҙәгенә (Осиновка) тиклем: 5 км,

— яҡындағы тимер юл станцияһына (Загородный) тиклем: 67 км. Дубровка ауылына яҡын ятҡан ауылдар: Осиновка, Ямаш, Лежебоково ауылдары.

Ауылға атамаһы урыны буйынса бирелгән[3][4]. Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы үҙгәреүе, административ үҙәктәрен күсереү менән бәйле, Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з номерлы законында былай тип әйтелә:

4. Түбәндәге тораҡ пункттарҙы бөтөрөргә:

10) Бөрө районында:

а) Баженов ауыл Советының Гребени ауылын;

б) Осиновка ауыл Советының Дубровка ауылын;

в) Осиновка ауыл Советының Ялғаш ауылын.

1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ауылда 248 кеше йәшәгән; күпселек халыҡ урыҫтар[2].

  • Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров]. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. с. 348—430. С. 99
  • Русско-башкирский словарь-справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан / Ф. Г. Хисамитдинова, З. А. Сиразетдинов. — Уфа : Китап, 2001. — 317, [2] с.; 21 см; ISBN 5-295-02981-6 С.88

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. N-40 карты СССР. Уфа, Златоуст, Магнитогорск
  2. 2,0 2,1 Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.99
  3. Русско-башкирский словарь-справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан, С.88
  4. Тугузбаева О. В. Словарь топонимов города Бирска и Бирского района Республики Башкортостан. — Уфа, 2011. — 75 c. С.40