Дубник (Башҡортостан)
Дубник (Дубники) — элекке ауыл, хәҙер Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы дача ҡасабаһы[1].
Дубник | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Кама |
Дача ҡасабаһы | |
Башҡортостан Республикаһы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар |
56°10′39″ с. ш. 54°11′41″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
Географик урыны
үҙгәртергәДубник дача ҡасабаһы Башҡортостан Республикаһының Краснокама районында, Кама йылғаһының һул ярында, Масляный Мыс ауылынан 2 км көньяҡ-көнбайышта, Николо-Березовка ауылынан төньяҡҡа табан 5,5 км алыҫлыҡта, Нефтекама ҡалаһынан 9 км төньяҡ-көнсығышта һәм көньяҡҡа табан Камбарканан 10 км алыҫлыҡта, урынлашҡан. Был урында йылға буйлап Удмурт Республикаһы менән Башҡортостан Республикаһының сиге үтә.
Тарих
үҙгәртергәБеренсе тапҡыр Дубник «1647-1656 йылдарҙағы Ҡазан өйәҙенең яҙма китабында» Ҡазан өйәҙе Әри даруғаһы Сарапул һарай улусының ауылы булараҡ беренсе тапҡыр телгә алына: «Дубник ауылы яны, Үрге Буй ауылы, Оло Буй ауылдарының өс баҫыуында уларға ҡараған һөрөнтө һәм ҡалдау ерҙәр буйына ҡырҡ биш, арҡырыһына алтмыш дисәтинә булып, йәмғеһе өс баҫыуҙа ике мең дә ете йөҙ дисәтинә иҫәпләнә. Ә бер баҫыуҙың майҙаны туғыҙ йөҙ десәтинә, шул уҡ ҡалған ике баҫыуҙың да майҙаны туғыҙ йөҙөшәр дисәтинәнән тора. Был ерҙәрҙе өс ауыл кешеләре ҡатнашып, аралашып һөрәләр».
Ауыл халҡы балыҡсылыҡ һәм урман кәсептәре менән шөғөлләнғәндәр.
Дубник ауылында 1735 йылда 25 ир-ат һарай крәҫтиәндәренән торған, 1795 йылда — 35 ир-ат иҫәптә торған. 1870 йылда — 22 ихата булып, унда 135 кеше йәшәгән. 1895 йылда — 28 ихатала 195 кеше булған. 1795 йылда был ауыл биләмәһе — Өфө наместниклығының Бөрө өйәҙендә (1796 йылдан алып — Ырымбур губернаһы, 1865 йылдан алып — Өфө губернаһы) иҫәптә торған.
1926 йылда Дубник ауылы — Бөрө кантонының Калегин улусына ҡараған.
Топографик карталар
үҙгәртергә- Лист карты O-40-133. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1983 г.