Драгутин Горянович-Крамбергер

Драгутин Горянович-Крамбергер (хорв. Dragutin Gorjanović-Kramberger; 25 октябрь 1856 йыл — 22 декабрь 1936 йыл) — хорват геологы, палеонтологы һәм антропологы. Загреб, Крапина һәм Карловац ҡалаларының почетлы гражданы.

Драгутин Горянович-Крамбергер
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Австро-Венгрия
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Karl Kramberger
Тыуған көнө 25 октябрь 1856({{padleft:1856|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[3][4][5]
Тыуған урыны Загреб, Хорватия в Габсбургской империи[d]
Вафат булған көнө 24 декабрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Загреб, Сава бановинаһы[d], Югославия короллеге
Ерләнгән урыны Мирогой
Һөнәр төрө антрополог, палеонтолог, археолог, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө геология
Эш урыны Загреб университеты[d]
Уҡыу йорто Тюбинген университеты[d]
Загреб университеты[d]
Ойошма ағзаһы Сербия фәндәр һәм сәнғәттәр академияһы[d] һәм Хорват фән һәм сәнғәт академияһы
 Драгутин Горянович-Крамбергер Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

1856 йылдың 25 октябрендә Загреб ҡалаһында тыуған.

Палеонтологияны Цюрихта һәм Мюнхенда өйрәнә, 1879 йылда Тюбингенда доктор дәрәжәһен ала, уның диссертацияһы балыҡ ҡалдыҡтарына арнала. Һуңынан Хорват минералогия һәм геология музыйының бер бүлеген етәкләй, хәҙерге ваҡытта музей Хорват Ысын тарих музейы булараҡ билдәле.

1883 йылдан 1924 йылға тиклем — Загреб университеты хеҙмәткәре, 1893 йылдан алып геология һәм палеонтология кафедраһына етәкселек итә. Уның фәнни эшмәкәрлек даирәһенә палеонтология, стратиграфия, тектоника, палеоклиматология, гидрография, ғәмәли геология һәм геология картированиеһы (үҙ остазы Дуро Пилар менән берлектә Медведница тауының картаһын эшләй) инә.

1909 йылда Хорватия һәм Славония Геологик йәмғиәтенә нигеҙ һала (хорв. Geološko povjerenstvo za Hrvatsku i Slavoniju), ә 1911 йылда йәмғиәт журналы сыға башлай (хорв. Vijesti geološkog povjerenstva). 1909 йылдан — Хорват фән һәм сәнғәт академияһы ағзаһы.

 
Боронғо кеше ғаиләһе

1899 йылда Крапина ҡалаһы тирәһендә мөһим асыш яһай: тарихҡаса кешеләр ҡалдыҡтарының ҙур тупланмаһын таба («крапин неандерталецы» исеме аҫтында билдәле, башта Горянович Homo primigenius тип исемләнә). Ҡалдыҡтарҙы ентекле өйрәнеү һөҙөмтәһендә ул заманса палеоантропологияға нигеҙ һалыусы тип һанала.

Хорват һәм халыҡ-ара журналдарҙа баҫтырылып сыҡҡан 230-ҙән ашыу хеҙмәт авторы, улар арыһында «Diluvijalni čovjek iz Krapine u Hrvatskoj» (1905) һәм уның «Život i kultura diluvijalnog čovjeka iz Krapine u Hrvatskoj» (1913) киңәйтелгән баҫмаһы айырыуса ҙур билдәлелек яулай[6].

1936 йылдың 22 декабрендә Загреб ҡалаһында вафат була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #77096451 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #117549894 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. Dragutin (Karlo) Gorjanović kramberger // Hrvatski biografski leksikon (хорв.) — 1983.
  5. Dragutin Gorjanović-Kramberger // Proleksis enciklopedija, Opća i nacionalna enciklopedija (хорв.) — 2009.
  6. Gorjanović-Kramberger, Dragutin, Хорватская энциклопедия.

Һылтанмалар үҙгәртергә