Дор Шабашевиц
Был мәҡәләнең стиле энциклопедик түгел йәки башҡорт теле нормаларын боҙа. |
Дор Шабашевиц[1] (йәһ. דור שבשביץ, ингл. Dor Shabashewitz; тыуған ваҡыттағы исеме — Фёдор Алексеев; элегрәк Тодар Баҡтемир (рус. Тодар Бактемир) псевдонимын ҡулланған) — этнотелле һәм төбәк активисты, «Азатлыҡ радиоһы» татар-башҡорт хеҙмәте журналисты, «Страна регионов» подкасты һәм «Степной новиоп» телеграм-авторы каналы[2][3].
Дор Шабашевиц | |
Тыуған көнө |
билдәһеҙ |
---|---|
Ил | |
Эшмәкәрлеге |
журналист, этнотлле һәм төбәк активисты |
Биографияһы
үҙгәртергәЙәһүд, балтик-алман һәм украин тамырҙары бар[3]. Тәүҙә Әстерханда антропологҡа уҡыған һәм локаль тыуған яҡты өйрәнеү медиасы менән шөғөлләнгән. Артабан «Азатлыҡ радиоһы» татар-башҡорт хеҙмәтендә эшләй башлаған. Унда үҙенә Тодар Бактемир псевдонимын алған. 2019 йылдан 2021 йылға тиклем РФА Лингвистик тикшеренеүҙәр институтында лаборант булып эшләгән[4]. 2021 йылда Санкт-Петербургтағы Европа университетының магистратураһын «Антропология һәм социолингвистика» белгеслеге буйынса тамамлаған. Магистрлыҡ диссертацияһы темаһы — «Әстерхан ҡаҙаҡтарының теле һәм үҙенсәлеге» (рус. «Язык и идентичность астраханских казахов»)[5]. 2021 йылда Рәсәйҙән китергә мәжбүр булған[6].
2023 йылдан башлап Американың «The Forward» баҫмаһы өсөн идиш телендә фәнни-популяр һәм социаль-сәйәси мәҡәләләр яҙа[7].
Израиль гражданлығын алған һәм исемен Дор Шабашевицҡа алмаштырған.
2024 йылда Ойрат-ҡалмыҡ халҡы конгрессы ағзаһы Давур Дорджиев менән бергә «North Caspian Institute» аналитик үҙәгенә нигеҙ һалыусы булған[8].
Сәйәси ҡараштары
үҙгәртергә«Прожектор Бо́рис Ельцин» проекты өсөн интервьюла үҙен социал-демократ һәм һул либерал тип атаған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Dor Shabashewitz [https://linktr.ee/shabashewitz]
- ↑ Архивы Тодар Бактемир (рус.). «Холод». Дата обращения: 22 октябрь 2023.
- ↑ 3,0 3,1 Степной Новиоп, Федя Алексеев или Тодар Бактемир . Подкаст «Прожектор Бо́рис Ельцин». Дата обращения: 22 октябрь 2023.
- ↑ Gleichgewicht, Daniel Astrakhan: Russia’s least Russian oblast at the crossroads of emerging separatisms (билдәһеҙ). New Eastern Europe (1 сентябрь 2023). Дата обращения: 22 март 2024.
- ↑ Kazakh as an Unwritten Language: The Case of Astrakhan Oblast (билдәһеҙ). Voices On Cental Asia (28 сентябрь 2023). Дата обращения: 22 март 2024.
- ↑ Тодар Бактемир . DOXA. Дата обращения: 22 октябрь 2023.
- ↑ דור שאַבאַשעוויץ Archives (ингл.). The Forward. Дата обращения: 22 март 2024.
- ↑ О нас . northcaspian.org. Дата обращения: 22 март 2024.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Степной новиоп» телеграм-каналы