Дон Кихот (роман)
Дон Кихот — испан яҙыусыһы Мигель де Сервантестың (1547—1616) әҫәргә исем биргән геройҙың мажаралары хаҡындағы донъяла киң билдәлелек алған романы. Тулы исеме — «Хәйләкәр идальго Дон Кихот Ламанчский», урыҫса «Хитроу́мный ида́льго Дон Кихо́т Лама́нчский» испанса «El ingenioso hidalgo Don Quijote de la Mancha»). Ике томда баҫыла, уларҙың беренсеһе 1605 йылда, икенсеһе — 1615 йылда донъя күрә. Әҫәр рыцарь романдарына пародия ителеп уйланылған була. Һуңынан ул Европаның бөтә телдәренә тәржемә ителә һәм бөгөнгәсә иң популяр китаптарҙың береһе булып ҡала килә. 2002 йылда «Дон Кихот» донъя әҙәбиәтенең иң яҡшы романы булып таныла[1].
Дон Кихот | |
Хәйләкәр идальго Дон Кихот Ламанчский | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
испан |
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
1605 (I том), 1615 (II том) |
Тарихы
үҙгәртергәБыл китабын яҙырға Сервантесты«Интерлюдии романсов» романы дәртләндерә. Унда күп рыцарь романдарын уҡығандан һуң аҡылдан яҙған фермер мыҫҡыллап һүрәтләнгән була: бахыр фермер ҡатынын ташлап ҡалдыра һәм лонъя буйлап сәйәхәткә сығып китә. Сервантестың геройы Дон Кихот та нәҡ шулай эшләй, тик ул буйҙаҡ була. Сюжеттың төптә ятҡан мәғәнәһе шулай уҡ испан драматургы, шағир һәм яҙыусы Лопе де Вегаға ла ишаралай: ул да, үҙенең күп һанлы автобиографик мөхәббәт әҫәрҙәрен яҙғандан һуң, ғаиләһен ҡалдыра ла флотҡа хеҙмәткә юллана.
Урыҫ теленә тәржемәселәр
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- «Гамлет и Дон Кихот» — публицистический очерк И. С. Тургенева
- Луков Вл. А. Сервантес: Научный доклад для «круглого стола», посвященного 400-летию выхода в свет 1-го тома «Дон Кихота» М. Сервантеса/ отв. ред. Вал. А. Луков. — М.: Изд-во Моск. гуманит. ун-та, 2005. — 25 с. (архивировано в 2016 йыл 27 апрель архивланған.)
- Набоков В. В. Лекции о «Дон Кихоте» / пер. с англ. — СПб.: Азбука-Классика, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-9985-0568-3.