Донъя музыка мәҙәниәттәре үҙәге (Мәскәү консерваторияһы)
Донъя музыка мәҙәниәттәре үҙәге – Мәскәү дәүләт консерваторияһында фәнни, ижади үҙәк; фәнни эшмәкәрлек, концерт, фестивальдәр ойоштороу һәм мәғрифәтселек менән шөғөлләнә. Фәнни-ижади үҙәк фестивалдәр ойоштороу һәм бөтә донъяға билдәле традицион музыка башҡарыусылары менән оҫтаханалар үткәреү менән айырыуса билдәле.
Донъя музыка мәҙәниәттәре үҙәге | |
Нигеҙләү датаһы | сентябрь 1976 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Адрес | ул. Большая Никитская, д. 13 |
Рәсми сайт |
worldmusiccenter.ru mosconservatoria.wixsite.com/… |
Тарихы
үҙгәртергәМәскәү консерваторияһында "Донъя музыка мәҙәниәттәре" бүлексәһе 1976 йылдың сентябрендә композитор Дживани Михайлов тарафынан ойошторола. Композиторҙың Африка, Азия һәм Америка традицион мәҙәниәттәрендәге музыканттар менән шәхси бәйләнеше һәм таныш булыуы "Донъя музыка мәҙәниәттәре" барлыҡҡа килешендә мөһим роль уйнай. Төрлө мәҙәниәттәрҙе эстән күҙәтеү һәм улар менән туранан-тура танышыу уға традицион мәҙәниәттәрҙең тәрән ҡатламдарын өйрәнеүгә һәм Мәскәү аудиторияһын улар менән таныштырырға мөмкинлек бирә.[1]
1970 йылдар башында Дж. Михайловтың "һуңғырау системаларының күплеге һәм уларҙың айырмалылығы тураһында"ғы фекерен күптәр етди күҙлектән ҡабул итмәй. Совет музыка белемендә донъяның бөтә музыкаль мәҙәниәттәрен идеологик позицияларҙан үҙләштереү хакимлыҡ итә.[2][3]
Тәүҙә был бүлек бәләкәй уҡыу курсы, һуңынан "Азия, Африка, Америка, Австралия һәм Океания музыкаль мәҙәниәттәре" курстары системаһы булараҡ эшмәкәрлек алып бара. Шулай уҡ сит ил музыкаһы тарихы кафедраһында "Донъя музыка мәҙәниәттәре секторы" (1980 - 1984) һәм ошо исемдәге Кабинет (1984 йылдан) булараҡ эшләй.[4] Төрлө йылдарҙа Кабинет Донъя музыка мәҙәниәте кафедраһы алдында (1990 - 1995) хеҙмәт итә, һуңынан үҙаллы структураға әүерелә (1995 - 2003), һәм 2003 йылда ул "Донъя музыка мәҙәниәттәре" бүлек-үҙәк булараҡ Мәскәү консерваторияһының Халыҡ-ара эшмәкәрлек программаларын координациялау идараһына (2015 йылдан - Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек офисы) индерелә. 2010 йылда бүлек-үҙәк хәҙерге исемен ала: "Донъя музыка мәҙәниәте" фәнни-ижади үҙәге.
Үҙәктең эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБөгөнгө көндә фәнни-ижади үҙәк Мәскәү консерваторияһының Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлеге алдында эшләй һәм төрлө халыҡ-ара мәҙәни-музыкаль проекттарҙы булдырыуҙа һәм тормошҡа ашырыуҙа мөһим роль уйнай. Үҙәк алдында "Рәсәй-Япония музыка мәҙәниәте үҙәге", шулай уҡ бер нисә ижади төркөм эшләй: "Караван" Иран музыка төркөмө, "Аждаһа һәм Феникс" Ҡытай музыка ансамбле, "Wa-On" япон музыка ансамбле эшләй.[5]
Үҙәктең күп йыллыҡ мәҙәни эшмәкәрлеге барышында уникаль материалдар фонды тупланған, уның менән бергә махсус китапхана, музыка һәм видео китапханалары булдырылған.[6] Үҙәк күп һанлы концерттар, ижади осрашыуҙар, традицион музыкаль мәҙәниәттәрҙең билдәле башҡарыусылары лекцияларын, шулай уҡ башҡа фәнни-мәғариф саралары, театр проекттарын ("Өслүб сәскә риваяте", "О-Натсу" операһы, Иран театры аҙналығын ойоштора), һәм шулай уҡ йыл һайын "Тауыш ғаләме" , "Япония жаны", "Арктида тоҡомдары" , "Дустар йыйыу" фестивалдәре кеүек ҙур күләмле халыҡ-ара ижади проекттар ойоштора.[1][7][8]
Үҙәк Мәскәү консерваторияһында белем биреү эшмәкәрлеген алып бара, был эштә мөһим урын студенттар һәм аспиранттар өсөн лекция курстарына бирелә, бынан тыш, диплом һәм диссертация тикшеренеүҙәре үткәрелә. Бының менән бергә традицион япон, ҡытай, һинд һәм фарсы музыкаһы дәрестәре үткәрелә.
1999 йылдан башлап "Япония йәне"нең халыҡ-ара фестивале йыл һайын сентябрҙән декабрьгә, 2003 йылдан майҙан июньгә тиклем "Тауыш ғаләме"нә, 2007 йылдан августҡа "Дустар йыйыу" фестивалдәре үткәрелә.
COVID-19 менән эпидемиологик хәл һәм Мәскәүҙә һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында концерт залдарын һәм башҡа ҡоролмаларны ябыу шарттарында, үҙәк онлайн режимда бер нисә ижади проект тормошҡа ашыра ("Мәскәү - мәҙәниәттәрҙең киҫешеүе" һ.б.).[9]
Үҙәк фестивалдәре Мәскәүҙә һәм Рәсәй ҡалаларында ғына түгел, ә ҡайһы ваҡыт Япония, Ҡытай, Колумбия, яҡын һәм йыраҡ сит илдәрҙең концерт майҙансыҡтарында ла үткәрелә.
Үҙәктә Атиш Мухопадхай (Һиндстан), Хосейн Нуршарг (Иран) һәм башҡа музыканттар эшләй.
2021 йылда "Тауыш ғаләме" фестивале сиктәрендә "Шулай күңел моңлана" тип аталған татар музыкаһы концерты ла уҙғарыла. Илуса Хужина, Айғол Гардисламова һәм Илгиз Мөхетдинов татар оҙон көйҙәрен башҡарҙы.
Бөгөнгө көндә үҙәк етәксеһе - Маргарита Ивановна Каратыгина.
Үҙәктең фекри нигеҙе
үҙгәртергәҮҙәктең фәнни ысулдарын Дживани Михайлов эшләй. Уның үҙенсәлеге - музыкаль мәҙәниәттәрдең бөтә ҡатламдарын (академик, традицион, популяр музыка) бер үк дәрәжәлә мөһим тип ҡарау һәм уларҙы үҙ-ара тәрән бәйләнешендә өйрәнеү[10]. Фәнни методологияла төп урындарҙың береһе - төбәк цивилизацияһы төшөнсәһе биләй, уның нигеҙендә "донъяның музыкаль картаһында" туғыҙ төбәк цивилизацияһы билдәләнә, уларҙың һәр береһе бер-береһе менән сағыштырылып өйрәнелә: Европа, Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Тропик Африка, Көньяҡ Азия, Урта Азия, Көньяҡ-Көнсығыш Азия, Алыҫ Көнсығыш, Австралия һәм Океания, Америка.
Фестивальдар
үҙгәртергә- "Тауыш ғаләме" (май-июн)
- "Дуҫтар йыйыу" (август)
- "Япония жаны" (сентябрь-декабрь)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;:02
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Московская консерватория: материалы и документы из фондов МГК имени П. И. Чайковского и ГЦММК имени М. И. Глинки.
- ↑ Вопросы современного развития городской музыкальной культуры Судана: диссертация ... кандидата искусствоведения.
- ↑ Московская консерватория : от истоков до наших дней : историко-биографический справочник / Моск. гос. консерватория им. П.И. Чайковского, Пробл. науч.-исслед. лаб. музыки и муз. образования ; ред.-сост. Н. А. Миронова]. - Москва : Прогресс-Традиция, 2005. - 743 с. : портр.; 24 см.; ISBN 5-89826-232-6 : 1500.
- ↑ «Очень грустно, очень радостно…».
- ↑ «The Tradition is the Message: How Traditional Storytelling Circulates in the Digital Information Environment».
- ↑ «Музыкальные культуры мира сошлись в одном кабинете».
- ↑ «Чьи это песни?».
- ↑ Виктория Пан (October 2020). «Открывая себя миру» (ru). Российский музыкант.
- ↑ Мировоззрение воинов в японской культуре XIII века : автореферат дис. ... кандидата философских наук.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Актуальные проблемы когнитивной музыкологии: Материалы Международной научно-теоретической конференции (Санкт-Петербург, 20-21 июня 2011 г.). — СП(б): Российский ин-т истории искусств. — P. 30.
- Аль-Халифа, Асим Абдалла. Вопросы современного развития городской музыкальной культуры Судана: диссертация ... кандидата искусствоведения. — М. — P. 4-5.
- Ф. Бахтиари (February 2021). «Слушая иранских пардэ-ханов»: 92-98.
- Московская консерватория: материалы и документы из фондов МГК имени П. И. Чайковского и ГЦММК имени М. И. Глинки. — М.: Прогресс-Традиция. — P. 210-212. — ISBN 5-89826-234-2.
- Московская консерватория : от истоков до наших дней : историко-биографический справочник / Моск. гос. консерватория им. П.И. Чайковского, Пробл. науч.-исслед. лаб. музыки и муз. образования ; ред.-сост. Н. А. Миронова]. - Москва : Прогресс-Традиция, 2005. - 743 с. : портр.; 24 см.; ISBN 5-89826-232-6 : 1500. — М.: Прогресс-Традиция. — P. 250-252. — ISBN 5-89826-232-6.
- Коляда, Мария Сергеевна. Мировоззрение воинов в японской культуре XIII века : автореферат дис. ... кандидата философских наук. — Москва. — P. 2.
Ссылкалар
үҙгәртергә- "Донъя музыка мәҙәниәттәре" фәнни-ижади үҙәге рәсми сайты. 2022 йыл 3 июль архивланған.