Дом соборы (Тарту)

Тарту Дом соборы (эст.Tartu toomkirik), Дерпт Дом соборы (нем.Dorpater Domkirche), Петр һәм Павел Дом соборы — эстон ҡалаһы Тартуның иҫтәлекле урындарының береһе. Эстония мәҙәниәте ҡомартҡыларының Дәүләт регистрына индерелгән, өлөшләтә емерелгән, 2018 йылдың 12 апрелендәге тикшереү ваҡытына торошо яҡшы тип билдәләнгән[2]. Тергеҙелгән өлөшөндә Тарту университеты музейы урынлашҡан.

Дом соборы
эст. Tartu toomkirik
Нигеҙләү датаһы XIII быуат
Рәсем
Изображение интерьера
Кем хөрмәтенә аталған Апостол Пётр[d]
Нигеҙләүсе Герман Буксгевден[d]
Дәүләт  Эстония
Административ-территориаль берәмек Тарту[d]
Урын Кесклинн (Тарту)[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән кирбес
Архитектура стиле кирпичная готика[d]
Мираҫ статусы памятник архитектуры[d][1]
Вид в ночное время
План помещения
Зимнее изображение
Изображение входа
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Tartu Cathedral[d]
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from Tartu Cathedral[d]
Карта
 Дом соборы Викимилектә

 
Собор башняһынан емереклектәре күренеше

Собор төҙөлгән уба Эмайыга йылғаһы буйында урынлашҡан. Элек унда эстон мәжүсиләренең ҙур нығытмаларының береһе урынлашҡан. Стратегик урынлашыуы был урында бик борондан йәшәгәнлектәре тураһында фаразларға мөмкинлек бирә. 1224 йылда мәжүси ҡәлғәне Ливониянан христиан баҫҡынсылары яулап ала. Еңеүҙән һуң, христиандар ҡәлғәне төҙөй башлай, унда епископ урынлаша. Боронғо диуарҙар ҡалдығы археологик ҡаҙылма эштәрендә табыла.

Ҡалҡыулыҡтың төньяҡ яғындағы готика собор төҙөлөшө сама менән XIII быуаттың икенсе яртыһында башланған. Уның тирәләй зыярат һәм руханиҙар йорто урынлаша. Собор Тартуның элекке ҡурсалаусылары изге Петр һәм Павел хөрмәтенә изгеләндерелә. Собор Дерпт епископлығының үҙәге була, ә уның бинаһы Көнсығыш Европала иң ҙур дини ҡоролмаларҙың береһе була.

Баштағы архитектура планы буйынса собор базилика булырға тейеш була, әммә артабанғы хорҙар төкәтмәһе уны күберәк заллы ҡорамға оҡшаш итә. Хорҙарҙың беренсе төкәтмәһе һәм нефы 1299 йылда уҡ төҙөлә. 1470 йылға бейек хорҙар, колонналар һәм кирбес готикаһында башҡарылған аркалар барлыҡҡа килә. Собор төҙөлөшө фасадтың ҡабырғаларындағы 66 метр бейеклектәге ике ҙур башня ҡороу менән XV быуатта тамамлана. Собор тирәләй епископ резиденцияһын ҡаланан айырып торған диураҙар төҙөйҙәр.

Бөлгөнлөккә төшөүе

үҙгәртергә

1520 йылдар уртаһында Тартула Реформация йоғонтоһо һиҙелә башлай. 1525 йылдың 10 ғинуарында собор протестант икона менән көрәшеүселәр һөжүменә дусар була, артабан уны емереүҙәр көсәйә. Рәсәйгә һуңғы католик епископты, Герман Везелды (1554 йылдан 1558 йылға тиклем епископлыҡ итә, 1563 йылда вафат була) ҡыуып сығарғандан һуң, собор ябыла. Ливония һуғышы (1558–1583) ваҡытында, рус армияһы Тартуны, шуның менән бергә соборҙы емерә. 1582 йылда ҡала Польша власы аҫтында ҡала, католиктар соборҙы тергеҙергә йыйына, әммә тоҡанып киткән Поляк-швед һуғышы (1600 –1611) был планды боҙа. 1624 йылдағы янғын зыяндар өҫтәй.

1629 йылда Тарту швед хакимлығына күсә. Яңы властар иҫке бинаға ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәй, ул күберәк харабаға әйләнә. XVIII быуатҡа тиклем ҡала халҡын ерләү өсөн ҡулланылған зыярат ҡына эшләй. Бинаның һаҡланып ҡалған бер өлөшө әүенгә әйләндерелә. 1760 йылдарҙа ике манараның бейеклеге 22 метрға тиклем кәметелә, шунан һуң уларҙа пушкалар урынлаштырыла. Шул ваҡытта уҡ төп инеү урыны көпләнә.

Университеты

үҙгәртергә
 
Тартулағы Дом соборы емереклектәрендә төҙөлгән Дерпт университеты китапханаһы 1821 йылғы гравюра

1802 йылдың 12 апрелендә Александр I нигеҙ һалған Дерпт университеты (нем.Kaiserliche zu Universität Dorpat немец телен уҡытыу менән (1632 йылдан 1665 йылға тиклем швед университеты эшләй) ҡабаттан асылғандан һуң собор емереклектәрендә архитектор Йоган Вильгельм Краузе проекты буйынса өс ҡатлы университет китапханаһы төҙөлә. Эш 1804 йылдан 1807 йылға тиклем бара. Краузе башняларҙың береһендә обсерватория ойоштороуҙы планлаштыра, ләкин был идея тормошҡа ашмай. Обсерваторияны яңынан төҙөйҙәр. XIX быуат аҙағында төньяҡ башняны һыу ҡыуҙырғыс башняға әйләндерәләр.

1960 йылдарҙа китапхана бинаһы киңәйтелә һәм үҙәк йылытыу менән йыһазландырыла. 1981 йылда университетта яңы китапхана төҙөлә башлағас, ул университеттың тарихи музейына (эст.Ajaloomuuseum Tartu Ülikooli) әйләнә. 1985 йылда бинала күләмле реставрация үткәрелә. Реставрация барышында XIX быуат интерьеры тергеҙелә. Хәҙерге ваҡытта музейҙа университет өсөн тарихи ҡиммәттәргә эйә булған экспонаттар бик күп, шул иҫәптән ғилми ҡорамалдар һәм һирәк китаптар бар. Хорҙарының тышҡы диуарҙары ҡалдыҡтары һәм башҡа емереклектәрҙе тергеҙеү ваҡытлыса туҡтатып торола.

Тоомемяги

үҙгәртергә

Собор урынлашҡан урын (Toomemägi — Дом тауы) XIX быуатта паркка әйләндерелә. Йәмәғәт туҡланыу пункттарынан тыш, паркта Тартуның бер нисә әҙәбиәтсеһенең һәм ғалимының һәйкәле ҡуйылған.:

  • Карл фон Эрнст Бэр (1792—1876) — күренекле тәбиғәт фәндәре белгесе;
  • Кристьян Яак Петерсон (1801—1822) — беренсе эстон шағиры;
  • Пирогов Николай Иванович (1810—1881) — бөйөк рус табибы;
  • Фридрих Роберт Фельман (1798—1850) — яҙыусы, «Калевипоэг» эпосы идеяһы авторы.

Убанан түбәнгә ҡалаға тиклем юл Ангел күпере аша үтә, ул 1814 һәм 1816 йылдар араһында төҙөлгән. Күперҙә тергеҙелгән университеттың беренсе ректоры Георг Фридрих Парроттың (1767—1852) рельефлы һүрәте һәм «Otium reficit vires» («Ял көстө тергеҙә») девизы бар. Шулай Тоомемягила Эстонияның Юғары суды, 1811 йылда төҙөлгән Тарту обсерваторияһы (Tähetorn), иҫке анатомик театр урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. (unspecified title) — 1994.
  2. 6887 Tartu Toomkirik, 13.-15. saj. Kultuurimälestiste riiklik register.
  • Lukas, T., 1998: 1224-1558 toomhärrad Tartu. Tartu
  • Suur, Aili, 1968: Hill Tartu Toome. Tallinn

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Исторический музей Тартуского университета (эст.). Дата обращения 9 апреля 2013. Архивировано 21 апреля 2013 года.
  • Ehitusajaloolised kaevamised (эст.). Дата обращения 9 апреля 2013. Архивировано 21 апреля 2013 года.
  • Домский собор (неопр.). Dorpat.ru. Дата обращения 9 апреля 2013. Архивировано 21 апреля 2013 года.