Өйҙә (хикәйә)
«Өйҙә» ― рус яҙыусыһы А. П. Чеховтың 1887 йылда "Новое время" гәзитендә баҫылған хикәйәһе.
«Өйҙә» | |
Жанр |
юмористик хикәйә |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
урыҫ |
Ижат ителгән ваҡыты | |
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
1887 йылдың 1 мартында (иҫке стиль буйынса) |
Баҫмалар
үҙгәртергәХикәйә тәүге тапҡыр «Новое время» гәзитенең 3958-се һанында 1887 йылдың 1 мартында (иҫке стиль буйынса), «Субботники» бүлегендә баҫыла. Шул уҡ йылда ― «В сумерках» хикәйәләр йыйынтығында, ә һуңғараҡ «Детвора» антологияһында (1889) сыға. Чехов хикәйәне шулай уҡ нәшерсе Адольф Маркс 1899―1901 йылдарҙа[1] баҫтырған әҫәрҙәре йыйынтығының беренсе томына индерә.
Сюжет
үҙгәртергәЕте йәшлек Серёжаны атаһы тәмәке менән тотҡан. Малайҙың атаһы, прокурор Евгений Петрович, тәмәке тарыуҙың зыянлы ғәҙәт икәнен һәм сит кешенең әйберен рөхсәтһеҙ алырға ярамағанын балаһына аңлатырға тырыша. Уның бөтә тырышлығы юҡҡа ғына, шуны күргән атай кеше кис, йоҡлар алдынан, улына үҙе уйлап сығарған әкиәтте һөйләй. Уның әкиәтендәге батша улы, йәшләй генә тәмәке тартҡандан, үлеп китә. Үҙенең ваҡытһыҙ үлеме арҡаһында ул атаһы һәм батшалыҡ алдында биргән антын үтәй алмай ҡала. Был трагедияны бик ныҡ кисергән Сережа атаһына бер ваҡытта ла тәмәке тартмаҫҡа тантаналы вәғәҙә бирә.
Тәнҡитселәрҙең баһаламаһы
үҙгәртергәЧехов заманындағы матбуғат хикәйә тураһында бер ниндәй ҙә баһалама яҙмай, бары тик яҙыусының дуҫтары ғына хәҫәрҙе һуштары китеп маҡтай. «Бөгөн Һеҙҙең „Субботникты“ уҡыным. „Дети“ (балалар) Һеҙҙең гелән уңышлы килеп сыға», ― тип Виктор Билибин Чеховҡа үҙенең бер хатында яҙа.
Дмитрий Григорович 1888 йылдың ғинуарында яҙған хатында хикәйәнең башҡалар араһында иң һәйбәте булыуын билдәләй: "һөйөү мотивының нескә һәм йәшерен күренештәренең ниндәй матур горизонты [улар авторының]… "[2].
Яҙыусы (һәм Толстойҙың донъяға ҡарашы буйынса фекерҙәше) Иван Горбунов-Посадов, «Посредник» нәшриәтенең хужаһы, Чехов әҫәрҙәрен тәфсирләп тикшергән саҡта яҙыусының был хикәйәһен махсус рәүештә телгә ала. «Был хикәйә минең тәҡдимем менән исемлеккә индерелде. Минең өсөн был Һеҙҙең иң тәрән йөкмәткеле әҫәрҙәрегеҙҙең береһе. Саф, кешелекле бала саҡ донъяһы менән беҙҙең алдаҡсы, аҡһаҡ, буталсыҡ донъяның ҡапма-ҡаршы бәрелеше ― был бәләкәй, ябай әҫәрҙә сағыу һүрәтләнгән», ― тип ул 1893 йылдың майындағы хатында Чеховҡа яҙған.
Лев Толстой үҙенең Чехов әҫәрҙәрен яҙып барған шәхси исемлегенә был хикәйәне яҙып ҡуйған{/}.
Экранлаштырыу
үҙгәртергә- Прокурор улы королде ҡотҡара (мультфильм)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Дома, текст рассказа