Долгов Игорь Асонович

Долгов Игорь Асонович (15 май 1930 йыл28 март 2016 йыл) — ер эшкәртеү механикаһы өлкәһендә совет һәм Рәсәй ғалимы, В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы (1990), Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы (2013).

Игорь Асонович Долгов
Тыуған көнө

15 май 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Дондағы Ростов

Вафат көнө

28 март 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (85 йәш)

Вафат урыны
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

Ауыл хужалығы фәндәре

Эшләгән урыны

Дон дәүләт техник университет

Альма-матер

Ростов ауыл хужалығы машиналары төҙөү институты

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы (1969)

Ғилми исеме

профессор (1980)
{ВАСХНИЛ мөхбир ағзаһы (1975)
ВАСХНИЛ академигы (1990)
РАН академигы (2013)

Награда һәм премиялары

Почёт ордены — 2000

Биографияһы үҙгәртергә

Игорь Асонович Долгов 1930 йылдың 15 майында Дондағы Ростовта тыуған.

1952 йылда — Ростов ауыл хужалығы машиналары төҙөү институтын (хәҙер ул — Дон дәүләт техник университеты) тамамлай.

1952 йылдан алып 1954 йылға тиклем — Ростсельмаш заводының Баш махсуслашҡан конструкторлыҡ бюроһы (ГСКБ) инженер-конструкторы.

19541965 йылдарҙа — аспирант, кесе фәнни хеҙмәткәр, В. П. Горячкин исемендәге ауыл хужалығы машиналар төҙөү Фәнни-тикшеренеү институтының (ВИСХОМ) бесән йыйыу машиналары лабораторияһы мөдире.

19651970 йылдар — теоретик механика һәм механизмдар һәм машиналар теорияһы кафедраһы доценты, В. П. Горячкин исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы производствоһы инженерҙары институтының ауыл хужалығы производствоһын механизациялау факультеты деканы.

1969 йылда — докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

19701980 йылдарҙа — В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһының (ВАСХНИЛ) ауыл хужалығын механизациялау һәм электрләштереү Бүлегенең академик-сәркәтиб урынбаҫары, В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһының РСФСР-ҙың ҡара тупраҡлы булмаған зонаһы буйынса (Ленинград) Бүлек рәйесе урынбаҫары.

1975 йылда — В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһының (ВАСХНИЛ) ағза-корреспонденты итеп һайлана.

1980 йылда — профессор ғилми дәрәжәһе бирелә.

19801983 йылдарҙа — ректор, «Ауыл хужалығы машиналары» кафедраһы мөдире (1983 йылдан 2001 йылға тиклем), 2001 йылдан — Ростов ауыл хужалығы машиналары төҙөү институтының кафедра профессоры.

1975 йылдан В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, 1990 йылдан В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһының академигы.

2013 йылдан Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы — Рәсәй Фәндәр Академияһының ауыл хужалығы фәндәре Бүлеге.

2016 йылдың 28 мартында вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Күп ауыл хужалығы машиналары конструкцияларын эшләүсе, шул иҫәптән: тракторҙың арҡыры тырмалары, бесәнде брикетләүсе пресс-йыйғыс, сабылған үләнде йәйпәкләү яйланмаһы, бесән һәм һаламды бәйләмәйенсә преслау өсөн пресс-йыйғыс, томаттарҙы сортҡа айырыу машинаһы һәм башҡалар.

270-тән артыҡ фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 14 монография, дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары авторы. 59 уйлап табыуға патент һәм авторлыҡ танытмаһы бар.

Фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы: уның фәнни етәкселегендә 30-ҙан артыҡ докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләнгән һәм яҡланған.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

  • Ленин һәм Дәүләт премиялары буйынса Комитеттың секция ағзаһы
  • Рәсәй Федерацияһы ҡара тупраҡлы булмаған зонаһының ауыл хужалығы етештереүсәнлеген күтәреү" тармаҡ-ара төбәк программаһының Баш советы ағзаһы
  • Ростов халыҡ депутаттарының өлкә советы депутаты
  • «Знание» йәмғиәтенең Ростов өлкә советы президиумы рәйесе

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Машины и орудия для механизации сеноуборочных работ / Соавт. И. М. Зельцерман. — М.: Машгиз, 1963. — 344 с.
  • Математические методы в земледельческой механике / Соавт. Г. К. Васильев. — М.: Машиностроение, 1967. — 203 с.
  • Проектирование технологических процессов сельскохозяйственного производства с помощью ЭЦВМ / Соавт.: С. И. Большаков и др. — М.: Колос, 1975. — 319 с.
  • Протеиновые концентраты из зеленых растений / Соавт.: Ю. Ф. Новиков, М. А. Яцко. — М.: Колос, 1978. — 159 с.
  • Комплексная механизация кормопроизводства. — М.: Колос, 1987. — 350 с.
  • Кормоуборочные машины: Теория, конструкция, расчет: Учеб. — Ростов н/Д, 1996. — 328 с.

Бүләктәре үҙгәртергә

  • ВДНХ миҙалдары
  • Хөрмәт билдәһе ордены (2000)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1992)

Һылтанмалар үҙгәртергә