Димитровград (Сербия)
Димитровград (сер. Димитровград йәки Dimitrovgrad, быға тиклем Цариброд (Caribrod); болг. Цариброд, тип трансляцияла Caribrod, Tzaribrod йәки Tsaribrod) — Сербияның Пирот өлкәһенең ҡала тибындағы тораҡ пункты, Димитровград общинаһының административ үҙәге. Нишава йылғаһы буйында урынлашҡан
Димитровград | |
Герб | |
Дәүләт | Сербия |
---|---|
Административ үҙәге | Димитровград[d] |
Административ-территориаль берәмек | Димитровград[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 545 метр |
Почта индексы | 18320 |
Рәсми сайт | dimitrovgrad.rs |
Урындағы телефон коды | 010 |
Номер тамғаһы коды | PI |
Димитровград Викимилектә |
Топонимы
үҙгәртергә1521 йылда солтан Сөләймән I ваҡытында был ер Tekvur Binari (батша фонтаны) тип атала һәм резиденцияһы булып хеҙмәт итә.
Хәҙерге исемен Цариброд Икенсе донъя һуғышынан һуң ала. Хөкүмәт етәксеһенең декреты менән ҡалаға Болгарияның етәксеһе һәм элекке Комминтерн башлығы Георгий Димитров исеме бирелә.
Тарихы
үҙгәртергә1885 йылда серб-болгар һуғышында хәрби хәрәкәттәр урыны булып тора. Башта уны сербтарҙың Дунай дивизияһы биләй, ә Сливница янындағы алыштан һуң, болгар ғәскәрҙәре ҡаланы яулап ала.
1888 йылда Болгар дәүләт тимер юлдары серб сигенә юл һала. Унан Димитровград аша юл Ниш менән тоташа,һәм Көнсығыш экспрестың[1] үтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Шул уҡ йылда ҡалала «Христо Ботев» читалище (китапхана) асыла.
1892 йылда Богородица раштыуаһының православие сиркәүе Самоков. мәктәбе иконостас менән төҙөлә.
Беренсе донъя һуғышынан һуң, ҡала ул саҡтағы Болгарияның Көнбайыш сиктәре менән Нёйиск килешеү буйынса Югославия составына инә.
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса ҡала халҡы 6968 кеше булып, уларҙың:
Милләте | Халыҡ | Проценттан |
---|---|---|
болгарҙар | 281 3 | 47.08 % |
сербтар | 735 1 | 24.89 % |
югославиялылар | 425 | 6.09 % |
сиғандар | 55 | 0.78 % |
македон | 33 | 0.47 % |
черногорҙар | 14 | 0.20 % |
хорваттар | 5 | 0.07 % |
словендар | 3 | 0.04 % |
гора | 2 | 0.02 % |
бәшнәттәр | 2 | 0.02 % |
урыҫтар | 1 | 0.01 % |
ла билдәләнде. | 572 | 8.20 % |
Барыһы | 968 6 | 100 % |
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Златан Дудов — кинорежиссер, коммунист..
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Босилеград
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Werner Sölch. Orient-Express. Glanzzeit und Niedergang eines Luxuszuges. — 4. Auflage. — Düsseldorf: Alba Verlag, 1998. — С. 13.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Димитровградта болгарҙарҙың мәҙәни-мәғлүмәт үҙәге (архив., болг .)