Джон Майтон (ингл. John Mighton; 6 октябрь 1957 йыл) — Канада яҙыусыһы, драматург, сценарист, математик, педагог, эшҡыуар һәм менеджер; математикала ҡыйынлыҡтар кисергән балаларҙы уҡытҡан JUMP Math (Junior Undiscovered Math Prodigies) ойошмаһын һәм программаһын ойоштороусы һәм уның етәксеһе. Джон шулай уҡ Филдс институтында эшләй[5][6][7][8].

Джон Майтон
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Канада
Тыуған көнө 2 октябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1] (67 йәш)
Тыуған урыны Гамильтон[d], Онтарио[d], Канада
Һөнәр төрө математик, драматург, актёр, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө математика[2], әҙәбиәт[2] һәм драма[d][2]
Эш урыны Торонто университеты
Уҡыу йорто Торонто университеты
Университет Макмастера[d]
Ғилми етәксе John Scott Bland[d][3]
Строка принадлежности JUMP Math[4]
Ҡатнашыусы Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2017 г.[d][4]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Джон Майтон Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Джон Майтон 1957 йылдың 6 октябрендә Канаданың Онтарио провинцияһындағы Гамильтон ҡалаһында тыуған[5][6].

Белем алыуы һәм драма әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Ун бер йәштә математик булыу хыялын тыуҙырған ике китап уҡый[9]. Был фән уға мөғжизәле, матур һәм аңлауға ябай күренә[9]. Әммә һигеҙенсе синыфта уҡыған ваҡытта, математикала уңыштар өсөн уның таланттары түбән булғанға, уҡытусыһы малыйҙың теләгенә критик рәүештә ҡарай, һәм Джон үҙ хыялы тураһында мәңгегә оноторға хәл итә[9].

1978 йылда Торонто университетында бакалавр дәрәжәһен, аҙаҡтан Макмастер юғары уҡыу йортонда философия магистры дәрәжәһен ала[5][6][10].

Философия уның тәүге ҡыҙыҡһынған фәне була[5], Макмастер университетында философия буйынса лекциялар уҡый[7].

Яҙыусы эшмәкәрлегенә уны Сильвии Плат әҫәрҙәрен уҡыу дәртләндерә[5][6]. Джон Possible worlds[en], The Little Years, Body & Soul, Scientific Americans, A Short History of Night, Half Life пьесаларын һәм башҡа әҫәрҙәр яҙған.

1997 йылда IMDB версияһы буйынса 250 иң яҡшы фильмдар исемлегенә кергән «Умница Уилл Хантин» фильмында ҙур булмаған ролде башҡара[5].

Күренекле драма әҫәрҙәрен яҙыусы булып танлғас һәм бер-нисә бүләк алғас, Торонто университетына ҡайта, шунда 2000 йылда математиканан доктор диссертацияһын яҡлай[5][7].

2001 йылда Майтон «Possible Worlds»[en] фильмына үҙенең пьесаһы буйынса сценарий яҙа[5][7].

1998 йылда Джон Майтон бер үҙе өйөндә эшләгән математикаға уҡытыу программаһын башлап ебәрә[11][12]. Проект өсөн тәүге күргәҙмә материалдарын уның ҡыҙы Хлоя (ингл. Chloe) уйлап сығара[9][13]. 1999 йылда программа Junior Undiscovered Math Prodigies исемен ала[9]. Проектҡа Майтондың дуҫтары саҡырыла, һәм улар бер-нисә уҡыусылар төркөмдәре өсөн дүрт аҙналыҡ эксперименталь курстар үткәрә[9]. Тикшереүҙәрҙән һуң алынған күрһәткестәр Джон Майтонды дөйөм милли программа төҙөүгә дәртләндерә[9]. 2002 йылда Канадала JUMP Math исеме аҫтында хәйриә ойошмаһы теркәлә[11][14]. 2011 йылға шундай уҡ статусты АҠШ һәм Бөйөк Британия илдәрендә ала[11][12].

Джон Майтон шулай уҡ бер-нисә китап яҙа: «Мөмкинлек мифы: Һәр балала математик талант тәрбиәләү» (ингл. The Myth of Ability: Nurturing Mathematical Talent in Every Child; 2003) һәм «Әҙәпһеҙлек аҙағы еткән: Үҙебеҙҙә кеше потенциалын үҫтерәбеҙ» (ингл. The End of Ignorance: Multiplying Our Human Potential; 2007)[7].

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Ҡатыны Памела Синха (ингл. Pamela Sinha) һәм ҡыҙы Хлоя (ингл. Chloe) менән бергә Канадала Торонто ҡалаһында йәшәй[6][9].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Джон Майтон драма әҫәрҙәре яҙыу, театр, математика, педагогика һәм социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге өлөшө өсөн күп бүләктәр һәм премиялар ала[5].

1988 («Scientific Americans» өсөн) һәм 1989 («A Short History of Night» өсөн) йылдарҙа Дора Мейвор Мур (ингл. Dora Mavor Moore Award) исемендәге премияларға лайыҡ була[5].

1992 йылда «Possible Worlds»[en] һәм «A Short History of Night» пьесалары өсөн генерал-губернатор премияһын ала[5][6][7]. 2005 йылда ул «Half Life» драмаһы өсөн икенсе генерал-губернатор премияһына лайыҡ була[5][6][7].

Шул уҡ 1992 йылда «A Short History of Night» өсөн 25 мең АҠШ доллары кимәлендә Чалмерс премияһын (ингл. Floyd S. Chalmers Canadian Play Award) ала[6].

Быуындар теорияһын тикшереү өсөн постдокторантура NSERC грантын ала[6][10].

2004 йылда JUMP Math проекты менән социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә Майтон эшен Ашока фонды билдәләп сыға[9]

2005 йылда 100 мең АҠШ доллары ҙурлығында Симиновичтар театр премияһына (ингл. Siminovitch Prize in Theatre) лайыҡ була[5][6][7].

2010 йылдың 30 июнендә Канада ордены офицерҙары сафына инә[6][15].

2015 йылда Шваба фонды Лжон Майтонды йыл эшҡыуары тип билдәләй[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. John Mighton // SNAC (ингл.) — 2010.
  2. 2,0 2,1 2,2 Чешская национальная авторитетная база данных
  3. Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  4. 4,0 4,1 https://data.qz.com/2017/davos-2017/data/davos-2017-clean.csv
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 John Mighton (ингл.). The Canadian Encyclopedia. Дата обращения: 30 май 2015.
  6. 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 Mighton, John (ингл.). Canadian Theatre Encyclopedia. Дата обращения: 30 май 2015.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 7,6 7,7 John Mighton (ингл.). Playwrights Canada Press. Дата обращения: 30 май 2015. 2015 йыл 4 октябрь архивланған.
  8. 8,0 8,1 John Mighton (ингл.). Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды. Дата обращения: 30 май 2015. 2015 йыл 15 май архивланған.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 9,6 9,7 9,8 JOHN MIGHTON (ингл.). Ашока (фонд). Дата обращения: 30 май 2015.
  10. 10,0 10,1 John Mighton (ингл.). Victoria College (University of Toronto). Дата обращения: 30 май 2015. 2015 йыл 11 сентябрь архивланған.
  11. 11,0 11,1 11,2 Jump Math (ингл.). SiG. Дата обращения: 30 май 2015. 2015 йыл 18 ноябрь архивланған. (pdf-версия(недоступная ссылка)).
  12. 12,0 12,1 Michael Phillips, Aswani Pulipaka. JUMP MATH (ингл.). charityintelligence.ca (31 август 2012). Дата обращения: 30 май 2015.
  13. Ronald J. Burke, Mary C. Mattis. Women and Minorities in Science, Technology, Engineering, and Mathematics: Upping the Numbers. — Edward Elgar Publishing, 2007. — С. 13-14. — 379 с. — ISBN 1847206875, 9781847206879.
  14. Pamela Fitzgerald. Column: Is mathematical ability just something you’re born with? (ингл.) (18 октябрь 2012). — thejournal.ie. Дата обращения: 30 май 2015.
  15. Governor General announces 74 new appointments to the Order of Canada (ингл.). The Governor General of Canada (30 июнь 2010). Дата обращения: 30 май 2015.

Һылтанмалар

үҙгәртергә