Джон Клэпем
Сэр Джон Гарольд Клэпем (ингл. sir John Harold Clapham; 13 сентябрь 1873 йыл — 29 март 1946 йыл) — инглиз иҡтисадсыһы, иҡтисад тарихы өлкәһендәге белгес[6].
Джон Клэпем | |
Зат | ир-ат[1][2][3] |
---|---|
Гражданлыҡ | Бөйөк Британия |
Тыуған көнө | 13 сентябрь 1873[2][4] |
Тыуған урыны | Солфорд[d] |
Вафат булған көнө | 29 март 1946[2][4] (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Бөйөк Британия |
Балалары | Michael Clapham[d][3] |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы, иҡтисад тарихсыһы, тарихсы, автор, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | иҡтисад һәм иҡтисад тарихы[d][5] |
Эш урыны | Лидсский университет[d] |
Уҡыу йорто | Кембридж университетының Король колледжы[d] |
Префикс титула | сэр[d] |
Ойошма ағзаһы | Британская академия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Джон Клэпем Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәДжон Клэпем 1873 йылдың 13 сентябрендә Солфордта, ювелир һәм көмөш эштәре оҫтаһы граф Ланкашир ғаиләһендә тыуған[7].
1892 йылда уҡырға инә, 1895 йылдың беренсе класс тарихының бакалавр дәрәжәһен ала, 1898 йылда — магистр дәрәжәһен ала, 1914 йылда Кембридж университеты ҡарамағындағы Король колледжында әҙәбиәт докторы була. 1894 йылда уҡыған сағында бакалавр эшен яҙып грант ота, 1896 йылда сиркәү тарихы буйынса белгес булараҡ Лайтфут стипендияһына эйә була, ә 1897 йылдан магистр диссертацияһын яҙыу өсөн Принц-консорт грантын ота[8].
1898—1902 йылдарҙа Король колледжында тарих һәм иҡтисад буйынса лектор. 1902—1908 йылдарҙа Лидса университеты ҡарамағында Йоркшир колледжында иҡтисад профессоры. 1908—1913 йылдарҙа Король колледжында — декан, 1913—1929 йылдарҙа — тьютер, ә 1933—1943 йылдарҙа вице-провост[en] була. 1928—1938 йылдарҙа иҡтисад тарихы профессоры[8].
Беренсе донъя һуғышы Британияның Сауҙа министрлығында эшләй.
Ағз була, ә 1920 йылда Британия ассоциацияһы президенты. 1926 йылда — Оксфорд университетында почетлы Форд лекторы.
1938 йыда — Король колледжында һәм Лидса университетында әҙәбиәттең почетлы докторы.
Ағза була, ә 1940—1946 йылдарҙа — Британия академияһының президенты[7].
Джон Клэпем 1946 йылдың 29 мартында вафат була.
Наградалары
үҙгәртергә- 1918 — Британия империяһы ордены.
- 1943 — рыцарь исеменә лайыҡ була[8].
Библиография
үҙгәртергә- Clapham J.H. The Causes of the War of 1792, 1889
- Clapham J.H. The Woolen and Worsted Industries, 1907
- Clapham J.H. The Abbé Sieyès: An Essay in the Politics of the French Revolution, 1912
- Clapham J.H. The Economic Development of France and Germany, 1921
- Clapham J.H. An Economic History of Modern Britain, 1926
- Clapham J.H. The Bank of England, A History, 1944 — ISBN 0-521-04662-9
- Clapham J.H. A Concise Economic History of Britain, from the Earliest Times to 1750, 1949.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Record #12301755 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 3,0 3,1 Lundy D. R. The Peerage (ингл.)
- ↑ 4,0 4,1 John Clapham // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Clapham, J. H. // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Клэпем Джон Харолд // Кварнер — Конгур. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 12). .
- ↑ 7,0 7,1 Блауг М. 100 великих экономистов до Кейнса. — СПб.:Экономикус, 2008. — С. 142—144. — ISBN 978-5-903816-01-9.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Clapham, John Harold (CLFN892JH) // A Cambridge Alumni Database. — University of Cambridge.(недоступная ссылка)