Мона Лиза
«Мо́на Ли́за», шулай уҡ «Джоко́нда»; (итал. Mona Lisa, La Gioconda, франц. La Joconde), тулы исеме — Портре́т госпожи́ Ли́зы дель Джоко́ндо, итал. Ritratto di Monna Lisa del Giocondo) — Леонардо да Винчи картинаһы, Лувр музейында һаҡлана, Париж, Франция. Донъяла бер иң билдәле сәнғәт әҫәрҙәренең береһе[1][2]. Флоренцияла ебәк һатыусы Франческо дель Джокондоның ҡатыны Лиза Герардини портреты булып иҫәпләнә. 1503—1505 йылдар тирәһендә яҙылған.
| |
Леонардо да Винчи | |
Лиза Джокондо ханым һүрәте Мона Лиза, 1503—1519 | |
Ritratto di Monna Lisa del Giocondo | |
Таҡта (тирәк), майлы буяу. 76,8×53 см | |
Лувр, Париж |
Тасуирлама
үҙгәртергәКартинала яртылаш боролоп ултырған ҡара кейемдәге ҡатын төшөрөлгән. Ул кресло таянысына бер ҡулы менән таянып, икенсе ҡулын өҫтөнә ҡуйып, тамашасыға тура ҡарап ултыра. Был билдән төшөрөлгән картина. Кресло балконда йәки лоджияла тора. Элегерәк картина киңерәк булған тип иҫәпләнә. Ситтәге ике ҡырҙа лоджия колонналары яртылаш ҡына күренә.
Сәнғәтте өйрәнеүсе Борис Виппер Мона Лиза йөҙөндә квадроченто модаһы эҙҙәре булыуын билдәләй: уның ҡаштары һәм маңлайының өҫтөндә сәсе йолҡолған[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәМона Лиза Викимилектә | |
Мона Лиза Викияңылыҡтарҙа |
- «Мона Лиза» в базе данных Лувра (фр.)
- Мона Лиза (масштабируемая картина)
- Сайт, посвящённый образам Моны Лизы в современной культуре, в том числе и в рекламе 2010 йыл 6 февраль архивланған.
Был сәнғәт буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.