Индуизм динендә һәм Джайнизм динендә "'джива"' (Санскрит телендә: जीव, IAST:jīva) йәки “джив” (Һинди телендә:जीव, IAST:jīv), ул тере мәхлүкәт, йәки тормош көсө булған теләсә ниндәй берлек.[1] Джайнизм һәм Индуизм яҙмаларында дживаның аҙаҡҡы маҡсаты төрлө ысулдар менән тасуирлана (конкрет фәлсәфәүи мәктәпкә ҡарап):

  • матди булыуҙан «азат булыу» (мокша);
  • Хоҙайға саф мәхәббәткә етеү (бхакти);
  • матди донъяның бәхетенән һәм ҡайғыларынан арыныу (дживанмукти).
"Джива"ларҙың классификацияһы

«Бхагавад-гита»ла яҙылғанса, джива үҙгәрмәүсән, даими һәм емереүлмәүсән итеп тасуирлана. Ул тыумай һәм үлмәй. Ул беркайчан да барлыҡҡа килмәгән һәм барлыҡҡа килмәй һәм барлыҡҡа килмәйәсәк. Ул тумаған, даими, һис тә булыусы һәм иң тәүҙә булыусы. Ул тән вафат булғас, вафат булмай. "Бхагавад-гита"ла әйтелгәнсә, джива матди дөньяныҡы түгел, ә "рухи" тәбиғәткә эйә. Реинкарнация процессы дауамында, физик тәндең үлеменән һуң, джива, үҙенең кармаһы һәм шәхси теләктәренә ярашлы рәүештә яңы материаль тән ала.

« Кеше иске кейемдәрен һалып, яңыларын кигән кеүек үк, джива иҫке һәм файҙаһы булмаған тәнде ҡалдырып яңы матди тәндәргә инә.[4] »

Һүҙ үҙе үк Санскрит "дживас"тан килеп сыҡҡан, тамыры "джив-" "һуларға" тигәнде аңлата. Ул Һинд-Европа тамыры латин һүҙе "vivus" - "тере" менән бер тамырлы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Matthew Hall. Plants as Persons: A Philosophical Botany. — State University of New York Press, 2011. — P. 76. — ISBN 978-1-4384-3430-8.

Һылтанмалар үҙгәртергә