Джебель-Баркал
Джебель-Баркал (ғәр. جبل بركل — Dschabal Barkal, боронғо мысыр. ḏw wˁb — «Изге ҡая») — Борон Нубия тип аталып йөрөтөлгән Судандың төньяҡ өлөшөндә, Нилдың бер бөгәлендә урынлашҡан 98 метрлыҡ ҡая.
Джебель-Баркал | |
ғәр. جبل البركل | |
Дәүләт | Судан[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Северный штат[d] |
Урын | Нубия[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 287 метр |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] |
Майҙан |
121 гектар, 40 гектар |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (i)[d], (ii)[d], (iii)[d], (iv)[d] һәм (vi)[d] |
Джебель-Баркал Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБеҙҙең эраға тиклем 1450 йылда Мысыр фирғәүене Тутмос III үҙенең империяһын ошо төбәккә тиклем киңәйтә һәм Джебель-Баркалды үҙенең көньяҡ сиге тип иҫәпләй. Унда ул Напат ҡалаһы эргәһендә үҙенең кампанияһын үткәрә һәм 300 йылдан һуң ул бойондороҡһоҙ Куш короллегенең баш ҡалаһы булып китә. Пийе династияһының 25-се быуындағы Нубия батшаһы Яңы Батшалыҡтың Амон ҡорамын һиҙелерлек ҙурайта һәм ҡалала 20-се йылдағы еңеү стелаһын урынлаштыра.
Емереклектәр
үҙгәртергәДжебель-Баркал тирәләй емереклектәр 13 ҡорамды һәм 3 һарайҙы үҙ эсенә ала һәм был хаҡта беренсе тапҡыр 1820 йылда Европа тикшеренеүселәре яҙып сыға. 1862 йылда өсөнсө арауыҡ осоронан биш яҙма мысыр офицеры тарафынан табыла һәм Каир музейына килтерелә, әммә бары тик 1916 йылда ғына Дж. Э. Рейснер етәкселегендә системалы тикшереү башлана.1970 йылдарҙан ҡаҙыныуҙарҙы Ла Сапиенца Рим университетының Серджио Донадони етәкселегендәге тикшеренеүселәре алып барһа, 1980 йылдарҙа был эшкә Бостон музейының Тимоти Кендалла етәкселегендәге төркөмө килеп ҡушыла. 2003 йылда Джебель-Баркал ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡылары иҫәбенә индерелә.
Пирамидалар
үҙгәртергәДжебель-Баркал пирамидалары беҙҙең эраға тиклем III быат менән билдәләнә[2].
Bar. 1 Беҙҙең эраға тиклем I быуат фирғәүене.
Bar. 2 Фирғәүен Теритекас (беҙҙең эраға тиклем 29-25 йылдар)
Bar. 4 Батшабикә Аманирена (?) (Беҙҙең эраға тиклем I быуат)
Bar. 6 Королева Навидемак (беҙҙең эраға тиклем I быуат)
Bar. 7 Фирғәүен Сабракамани (?) (Беҙҙең эраға тиклем III быуат)
Bar. 9 Фирғәүен йәки батшабикә, беҙҙең эраның II быуаты башы.
Bar. 11 Фирғәүен Актисанес йәки Ариамани (беҙҙең эраға тиклем III быуат)
Bar. 14 Фирғәүен Актисанес йәки Ариамани (беҙҙең эраға тиклем III быуат)
Bar. 15 Фирғәүен Каш (?) (Беҙҙең эраға тиклем III быуат)
Галерея
үҙгәртергә-
Пирамида яланы
-
Джебель-Баркал түбәһенән Напат емереклектәре күренеше
-
Джебель-Баркал эргәһендә урынлашҡан Напаттағы Амон ҙур ҡорамы планы
-
Напаттағы Амон ҙур ҡорамы емереклектәре
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Timothy Kendall: The NCAM Mission at Jebel Barkal. NCAM, Sudan . Архивировано 13 июнь 2010 года. 2010 йыл 13 июнь архивланған.
- Timothy Kendall: Gebel Barkal and Ancient Napata. ARKAMANI Sudan Electronic Journal of Archaeology and Anthropology . Архивировано 14 декабрь 2007 года. 2007 йыл 14 декабрь архивланған.
- Timothy Kendall: Napatan Temples: A Case Study from Gebel Barkal. 2021 йыл 12 февраль архивланған.