Джайпур келәмдәре
Джайпур келәмдәре (Jaipur Rugs) — Һиндостан компанияһы, ебәктән һәм йөндән ҡул менән туҡылған келәмдәр етештерә. 1999 йылда Джайпурҙа нигеҙләнгән[2]. Һиндостандың 8 штатында эшмәкәрлек алып бара, компанияға 600 һинд ауылындағы 40 000-ләп һөнәрсе эшләй[3].
Jaipur Rugs | |
Тип |
Социаль эшҡыуарлыҡ предприятиеһы |
---|---|
Нигеҙләнгән | |
Уранлашыуы | |
Төп фигуралар |
Нанд Кишор Чодри |
Тармаҡ |
Туҡыу сәнәғәте |
Әйләнеш |
250 млн. дол.[1] |
Сайт | |
Һиндостанда ҡулдан туҡылған келәмдәр етештереү баҙары лидерҙарының береһе[1], тауарын сит илдәргә һата. Компанияның тура социаль йүнәлгәнлеге Һиндостанда фәҡирлек менән көрәшкә ҙур ыңғай йоғонто яһай[3]. Компанияның слоганы — «Йәмғиәткә хеҙмәт итеү».
Тарихы
үҙгәртергәҒәҙәттә туҡылған келәм-балаҫтар баҙары һөнәрсе менән һатыусы компаниянан тыш улар араһындағы аралашсылар селтәренән дә тора, аралашсылар тауар хаҡына ла, һөнәрсенең эшенә хаҡ түләүгә лә (быныһын ныҡ түбән билдәләп) йоғонто яһай.
1999 йылда Джайпур келәмдәре компанияһын асып, Нанд Кишор Чодри Һиндостан штаттарының бер нисәһендә, аралашсыларһыҙ эш итеп, хәлде үҙгәртергә була, бының һөҙөмтәһендә баҙарҙа келәм хаҡын кәметеү, ә һөнәрселәргә эш хаҡын арттырыу күҙҙә тотола.
Социаль эшҡыуарлыҡ моделен төҙөп, компанияны аяҡҡа баҫтырған тәүге осорҙа ул бөтә иғтибарын урындарҙағы һөнәрселәр менән бәйләнеш урынлаштырыуға йүнәлтә, уларға үҙ бренды аҫтында баҙарға туранан-тура сығыу мөмкинлеген бирә[3].
Чодри тырышлығы арҡаһында ирҙәрҙең келәм туҡыу эшмәкәрлеге эксплуатацияланыусы хеҙмәт булыуҙан туҡтай[3]. Компания эшләгән концепцияға ярашлы, туҡыусылар хәүефһеҙлек техникаһы менән таныштырыла, эш материалы менән тәьмин ителә, уларға үтемле дизайн моделдәре тәҡдим ителә, кәңәшсе-тәрбиәселек индерелә һәм әҙер продукцияға контроль тормошҡа ашырыла[3].
Бизнес-модель һөнәрселәр араһында йылдам таралыу таба, 1999 йылда 200 станоктан башланһа, 2014 йылға улар һаны 8000-гә етә[4].
Компания менән йәмғеһе 40 000 һөнәрсе хеҙмәттәшлек итә, эшмәкәрлек Һиндостандың Раджастхан, Гуджарат, Сикким, Көнбайыш Бенгал, Джаркханд, Орисса, Нагаленд һәм Биһар штаттарында алып барыла[1].
Компанияны нигеҙләүсегә Һиндостандың келәм сәнәғәтендәге «Ганди» ҡушаматы бирелә[5].
Компания продукцияһын донъяның 40 иленә сығара, улар араһында иң эреләре: АҠШ, Австралия, Канада, Греция, Германия, Испания[1].
Наградалары
үҙгәртергә- CNBC TV18 Emerging India Award 2014 премияһы, йәмғиәткә файҙалы эшмәкәрлек өсөн[6].
- NASSCOM-дың Социаль инновациялар 2014 премияһы, мәғлүмәт һәм коммуникация технологияларына социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән яңылыҡтар индергән өсөн[7].
- IndiaMART’тың Leaders Of Tomorrow Awards 2013 премияһы, бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтергәндәге ҡаҙаныштар өсөн[8].
- The Times of India’ның Social Impact Award 2012 премияһы, Һиндостандың алыҫ төбәктәрендә йәшәгән фәҡирҙәргә аҡса эшләү мөмкинлеген биргән өсөн[9].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Jaipur Rugs Company Pvt. 2015 йыл 19 май архивланған.
- ↑ EY Entrepreneur Of The Year Award 2010 winners announced 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Jaipur Rugs: A Remarkable Social Enterprise 2015 йыл 8 июнь архивланған.
- ↑ A new book by Rashmi Bansal looks at 20 entrepreneurs who found their business opportunity in small-town India
- ↑ Jaipur Rugs: Connecting Rural India to Global Markets/Published by GlobaLens, a division of the William Davidson Institute at the University of Michigan 2012 йыл 17 март архивланған.
- ↑ CNBC awards for Socially Responsible Retail Trading . CNBC. 2015 йыл 10 май архивланған.
- ↑ NASSCOM Social Innovation Honors 2014 . NASSCOM. 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
- ↑ India Mart Leaders of Tomorrow . India Mart. 2013 йыл 17 декабрь архивланған.
- ↑ Soaicl Impact Award 2012 . The Times of India.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсми сайт 2015 йыл 12 июнь архивланған.