Дева Мария Рождествоһының базиликаһы (Мариацелль)
Дева Мария Рождествоһының Базиликаһы, йыш ҡына шулай уҡ Мариацелль Базиликаһы тип йөрөтөлә (нем. Basilica Mariä Geburt , нем. Basilika von Mariazell) — Мариацелль ҡалаһының католик сиркәүе (Австрия, Штирия федераль ере) . Бында Богородицаның "Magna Mater Austriae" (Австрияның Бөйөк Әсәһе) ағастан яһалған һыны иң ҡәҙерле милли изге ҡомартҡы рәүешендә һаҡлана. Сиркәүгә "бәләкәй базилика" тигән маҡтаулы титул бирелгән. Австрия католиктарының төп ғибәҙәт ҡылыу урыны. Архитектура һәйкәле.
Сиркәү | |
Дева Мария Рождествоһының Базиликаһы
Basilica Mariä Geburt | |
Ил | Австрия |
Ҡала | Мариацелль |
Конфессия | Католицизм |
Епархия | Грац-Зеккау |
Бина тибы | Базилика |
Архитектура стиле | готика, барокко |
Беренсе тапҡыр | 1243 |
Нигеҙләнгән | XII—XIII быуаттар |
Бөгөнгө хәле | хәҙерге ваҡытта сиркәү эшләй |
Сайт | Рәсми сайт |
Дева Мария Рождествоһының Базиликаһы Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергә1103 йылда хәҙер Мариацелль ҡалаһы торған ерҙәр Санкт-Ламбрехт ауылындағы бенедикт монастыре монахтарына бирелгән булған. 1157 йылда монах Магнус бында үҙе өсөн хөжрә(монах бүлмәһе) һәм мөғжизәле һын ҡуйыу өсөн сиркәү төҙөткән, ә һуңынан башҡа монахтар уға килеп ҡушылып, яңы ҡалаға нигеҙ һалғандар. Мариацелль сиркәүенең төҙөлөп бөткән аныҡ датаһы һаҡланмаған, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса уны XIII быуаттың башында төҙөгәндәр.1157 йылда монах Магнус төҙөгән бәләкәй сиркәү урынында яңы ҙур сиркәү һалынған.Роман стилендә 1243 йылда монах Магнус төҙөткән сиркәү тураһында тарихта күрһәтеүҙәр ҡалған, 1266 йылда Дева Мариянға бағышланған алтарь(миһрап) төҙөлгән икәнлеге тарихта билдәле. Бәләкәй сиркәү урынына ҙур сиркәү һалыуҙы ойоштороусы Моравияның маркграфы Владислав III булған.Үл, риүәйәттәр буйынса, ҡаты ауырыуҙан мөғжизәле һын алдында намаҙ уҡып, доғалар уҡып, терелеп киткән.
XIV быуатта Венгрия короле Бөйөк Людовик инициативаһы менән роман стилендә төҙөлгән сиркәүҙе тулыһынса готика стилендә яңынан төҙөгәндәрт.Сиркәүҙең яңы йортона 90 метрлы шпиль өҫтәгәндәр.1420 һәм 1474 йылдарҙа был йорт янғындан ҙур зыянланған. XVII быуатта император Фердинанд III сиркәүҙе яңынан төҙөү өсөн ҡаҙнанан бик күп аҡса бүлгән. Үҙгәртеп төҙөү 1644 - 1683 йылдарҙа итальян архитекторы Доменико Шассиа етәкселеге аҫтында башҡарылған һәм уның тарафынан йорттоң готика стиленә бик күп барокко элементтары өҫтәтелгән. йорто күп арочный элементтары.Сиркәүҙең яңы барокко интерьерын билдәле архитектор И. Б. Фишер фон Эрлах төҙөгән.
1907 йылда марциацелль сиркәүенә "бәләкәй базилик"тигән маҡтаулы статус бирелгән. 1992 -2007 йылдарҙа сиркәүҙә глобаль реставрация үткәрелгән.1983 йылда Рим папаһы Иоанн Павел II, ә 2007 йылдың сентябрендә — Бенедикт XVI[1] Мариацелль сиркәүенә хажға килгәндәр..
Архитектура һәм интерьер
үҙгәртергәСиркәүҙең архитектураһында готика һәм барокко һыҙаттары кәүҙәләнеш тапҡан. Сиркәүҙең алғы яғы оригиналь композициялы үҙәк готика өлөшөнән тора, уның аҫҡы яғында сиркәүгә инеү өсөн яһалған төп ишек, ә юғарыһында ҡыңғырауҙар урыны, ҡабырғаларында итальян бароккоһы стилендә төҙөлгән башнялар урынлашҡан. Төп инеү урынының ике яғында 1757 йылда һынсы Бальтазар Мол эшләгән ике бейек һын ҡуйылған. Ишектең һул яғында Венгрия короле Бөйөк Людовиктың,ә уң яҡта— Моравияның маркграфы Владислав III һыны урынлашҡан.
Сиркәү интерьерының төп өлөшөндә Фишер фон Эрлах тарафынан эшләнгән барокко сәнғәтенең үрнәге булған алтарь урынлашҡан. Сиркәүҙең ҡабырғаларында һәр береһенең алтары булған ун ике бәләкәй генә сиркәү урынлашҡан.
Сиркәү бинаһының иң боронғо өлөшө — Мәрхәмәтлек капеллаһы, унда мөғжизәле һын һаҡлана. Сиркәүҙең алтары аугсбург оҫталары тарафынан төҙөлгән , көмөш рәшәткәләрен 1750 йылда Венанан килгән Й. Вагнер Мария Терезия заказы буйынса эшләгән.
Сиркәү хазиналары араһында бик күп сиркәү сәнғәт әйберҙәре, шул иҫәптән бүләктәр һаҡлай торған әйберҙәр, картиналар, дин әһелдәренең кейемдәре бар.
Дева Марияның һыны
үҙгәртергәСиркәүҙең иң төп хазинаһы булып Дева Марияның йүкә ағасынан йунып эшләнгән 48 сантиметрлы һыны тора. Һынға бай кейемдәр кейҙерелгән, ә башында алтын таж тора. Легенда буйынса, изге Ламберт бенедиктин монастырының монахы Мангус Мариацеллгә йомош менән ебәрелгән. 1157 йылдың 21 декабрендә Магнус юлында ҡалҡып торған, үтеп сығырлыҡ булмаған ҡаяға барып сыҡҡан. Ул Дева Мария һыны алдында бик оҙаҡ ғибәҙәт ҡылғандан һуң ,ҡая ярылып киткән һәм монах үҙ юлын дауам иткән. Был мөғжизәгә иҫе киткән Магнус ошо урында үҙе өсөн хөжрә һәм бәләкәй генә сиркәү төҙөгән һәм унда мөғжизәле һынды ҡуйған.
Хаж
үҙгәртергәМариацеллға хаж ҡылыу XII быуаттабашланып киткән.1330 йылдан алып хажға барыу бик көсәйеп киткән, ә Австрия судтары енәйәтселәрҙе махсус рәүештә гонаһтарын йолоу өсөн сиркәүгә хаж ҡылырға ебәргәндәр.
XIV—XV быуаттарҙа хажға барыусылар араһында Австрия халҡы ғына түгел , ә байтаҡ ҡына күрше илдәрҙең халыҡтары, щул иҫәптән венгрҙар, чехтар, булған.Контрреформациянан һуң Габсбургтар Мариацеллгә милли изге урын статусын биргәндәр. Император Иосиф II күп кенә Австрия монастырҙарын, шул иҫәптән Мариацелль монастырын да таратҡан һәм хажға йөрөүҙе лә тыйған. Хәҙерге ваҡытта Мариацеллгә йыл һайын яҡынса бер миллион кеше хажға килә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Katolik.ru — католический портал 2016 йыл 4 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт базилики
- О базилике на сайте katolik.ru 2016 йыл 4 март архивланған.
- Австрия. Вокруг света, 2005. ISBN 5-98652-008-4