Дауытова Земфира Әхиәр ҡыҙы

офтальмолог. Медицина фәндәре докторы (2000)

Дауытова Земфира Әхиәр ҡыҙы (11 ноябрь 1955 йыл) — ғалим-офтальмолог. Медицина фәндәре докторы (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2004), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999)[1].

Дауытова Земфира Әхиәр ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 11 ноябрь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө офтальмолог
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Земфира Әхиәр ҡыҙы Дауытова 1955 йылдың 11 ноябрендә Октябрьский ҡалаһында тыуған[1]. 1979 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. Земфира Әхиәр ҡыҙының күп кенә туғандары табиптар, улар араһында офтальмологтар ҙа бар, мәҫәлән. уның инәһе Кальметьева Масһүдә Арыҫлан ҡыҙы 1965 йылдан алып 1980 йылға тиклем Күҙ ауырыуҙары клиникаһын етәкләй. Ошо уҡ институтта уның улы медицина фәндәре кандидаты Кальметьев Ғүмәр эшләй. Институтҡа ингәнгә тиклем үк Земфира Әхиәр ҡыҙы бында шәфҡәт туташы булып эшләй[2].

1980 йылдан алып Өфө күҙ ауырыуҙары Ғилми-тикшеренеү институтында эшләй: 1993 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2001 йылда директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2002 йылда бүлек етәксеһe итеп күсерелә, бер үк ваҡытта 1999—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш офтальмологы. 2008 йылдан алып «Татнефть» ААЙ һәм Әлмәт ҡалаһында медицина‑санитария бүлегенең бүлек мөдире. 2011 йылда — С.‑Петербург дипломдан һуң белем биреү медицина академияһы (М. И. Мечников исемендәге Төньяҡ-Көнбайыш дәүләт медицина университеты) офтальмология клиникаһы мөдире[1]. Хәҙерге ваҡытта медицина-профилактика үҙәге буйынса баш табип урынбаҫары[3].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге механик травмалар һәм химик бешеү ваҡытында антибактериаль, бешеүгә ҡаршы һәм яраларҙы уңалтҡан дарыу препараттары ярҙамында күреү ағзаларын дауалау ысулдарын эшләүгә арналған. Дауытова ҡатнашлығында азидарег һәм керакол препараттары эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә[1].

1992 йылда кандидатлыҡ (етәксеһе — проф. М. Т. Аҙнабаев[2].), 2000 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 22 уйлап табыу авторы. СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДН. 1989), шулай Бөтә Союз, һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрендә һәм конгрестарҙа ҡатнаша.

Төп ғилми хеҙмәте Распространённость близорукости у детей, проживающих в южных районах Республики Башкортостан //Российская педиатрическая офтальмология. 2010. № 1 (авторҙ.).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Офтальмологическая клиника СЗГМУ