Даугавпилс тыуған яҡты өйрәнеү һәм сәнғәт музейы
Даугавпилс тыуған яҡты өйрәнеү һәм сәнғәт музейы (лат. Un Daugavpils Novadpētniecības muzejs mākslas) — Даугавпилста төп музей 1938 йылдан эшләй. Ригас урамында урынлашҡан.
Даугавпилс тыуған яҡты өйрәнеү һәм сәнғәт музейы | |
латыш. Daugavpils Novadpētniecības un mākslas muzejs | |
Нигеҙләү датаһы | 1938[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Daugavpils Novadpētniecības un mākslas muzejs[1] |
Дәүләт | Латвия |
Коллекция күләме | 98 900[1] |
Wi-Fi | бесплатно[d][1] |
Майҙан |
2310 квадрат метр[1], 2503 квадрат метр[1] |
Адрес | Rīgas iela 8, Daugavpils, LV-5401[1] |
Рәсми сайт | dnmm.lv[1] |
Тарихы
үҙгәртергә1938 йылдың 30 майында Даугавпилс Дәүләт тарихи музейының бүлексәһен рәсми асыу тантанаһы бул, директор вазифаһын О. Калейс башҡара. Тәүге йылдарҙа музей экспозицияһы килеүселәрҙе Двиете йылғаһы ярҙарынан һәм Луванс күленән археологик табылдыҡтар менән, шулай уҡ Ерсик һәм Дигнай ҡаласыҡтарының ҡаҙылмалары менән таныштыра. Шулай уҡ керамика һәм костюмдар тәҡдим ителә.
- 1944 йылдан 5 август урамындағы бинала урынлаша (хәҙерге Виенибас урамы, 3)
- 1945 йылдан — крайҙы өйрәнеү музейы.
- 1959 йылда — музей 1883 йылда Ригас урамында төҙөлгән бинаға күсә
- 1967 йылда Даугавпилс тыуған яҡты өйрәнеү музейына өҫтәмә рәүештә эргәһендәге ике ҡатлы бина тапшырыла
- 1980 йылдар аҙағында музейҙың эске яғынан яңы өлөш төкәтеп төҙөлә, унда 2 күргәҙмә залы, кабинет һәм музей һаҡлағысы урынлаша. «Музей ихатаһы» барлыҡҡа килә
Экспозициялары
үҙгәртергәӘлеге ваҡытта музей фондында яҡынса 90 мең предмет иҫәпләнә. «Даугавпилс крайының тарихы һәм мәҙәниәте» экспозицияһы б.э. тиклем IX мең йыллыҡтан алып 1940 йылға тиклем крайҙың тарихы тураһында һөйләй. 2008 йылда музейҙың 70 йыллығын байрам итеүгә Даугавпилстың совет осорона бағышланған экспозиция асыла. Унда емерелгән ҡаланың фотоһүрәттәре һәм кесерәйтелгән паровоз моделе тәҡдим ителә. 1999 йылда «Беҙҙең яҡтың тәбиғәте» экспозицияһы асыла, унда хайуандар (мумияландырылған) һәм тирә-яҡ биләмәләрҙә осратырға мөмкин булған күп һанлы бөжәктәрҙе күрергә була. Бынан тыш, музейҙа Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәр бар. Музей залдарының береһендә Динабург ҡәлғәһенең макеты бар. Шулай уҡ был залда 1980 йылдарҙа ҡаҙыу эштәре үткәргән мәлдә табылған кеше һөлдәһен күрергә мөмкин. Музейҙа мәктәп ҡала уҡыусылары араһында уҙғарылған конкурстар йыш булып тора. «Музей ихатаһында» саралар ваҡытында ҙур булмаған сәхнә урынлаштырыла, эскәмйәләр ҡуйыла һәм төрлө спектаклдәр, йәрминкәләр үткәрелә.
2007 йылдан йыл һайын май айында «Музейҙар төнө» акцияһы уҙғарыла.
Туристик информация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2007 йылда Даугавпилс тыуған яҡты өйрәнеү һәм сәнғәт музейына яҡынса 15 000 кеше килгән.