Данилов Николай Николаевич (зоолог)
Николай Николаевич Дани́лов (1920—1987) — совет ғалим-зоологы, биология фәндәре докторы, профессор; СССР фәндәр академияһының Урал фәнни үҙәгендә Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институтының биогеоценотик процестар энергетикаһы лабораторияһы мөдире; Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан[2].
Данилов Николай Николаевич (зоолог) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 23 июль 1920 или 1920[1] |
Тыуған урыны | Пермь губернаһы, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 18 апрель 1987 или 1987[1] |
Вафат булған урыны | Екатеринбург, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Широкореченское кладбище[d] |
Һөнәр төрө | биолог |
Эш урыны | А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d] |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Уның тарафынан 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән биш монография баҫтырып сығарылған[3] Академик С. С. Шварцтың һуңғы «Экологические закономерности эволюции» монографияһын (уның ҡаралама ҡулъяҙмаһы буйынса) баҫмаға әҙерләй.
Биографияһы
үҙгәртергә1920 йылдың 23 июлендә Пермь губернаһының Уҫы ҡалаһында тыуған.
1922 йылдан ата-әсәһе менән бергә Ярославль өлкәһенең Рыбинск ҡалаһында йәшәй. 1938 йылда Рыбинск ҡалаһының 3-сө номерлы урта мәктәбен тамамлағас Ленинград дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә. 1941 йылда, университетта өсөнсө йыл уҡығандан һуң, үҙ ирке менән армияға китә. Ленинград өлкәһе территорияһында дошман тылында эшләгән Василий утрауы ирекле партизан полкының 6-сы отрядына ҡабул ителә. Һуңғараҡ, Балтик буйы азат ителгәндән һуң, Николай Данилов Шауляй хәрби комиссариатында водитель, автомеханик һәм шофер була.
1945 йылда армиянан демобилизацияланғандан һуң, университетта тергеҙелә, 1947 йылда уны отличие менән тамамлай. Тәүҙә Ленинград өлкәһендә энцефалит сығанаҡтарын өйрәнеүсе эксперименталь медицина институты экспедицияһының ғилми хеҙмәткәре була.
Тиҙҙән Свердловск ҡалаһына Урал дәүләт университетына уҡытыусы эшенә ебәрәләр. Зоология кафедраһында эшләй, орнитология, зоогеография, ялан зоологик тикшеренеүҙәр методикаһы курстарын алып бара, зоология буйынса ялан практикаһы үткәрә, фәнни-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнә.
1955 йылда «Птицы Среднего Урала и Зауралья» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм 1961 йылда доцент ғилми исеме ала. 1967 йылда «Пути приспособления птиц к условиям существования в Субарктике» темаһына докторлыҡ диссертация яҡлай һәм 1969 йылдан профессор була. Уҡытыусылыҡ эшен 1985 йылдға тиклем дауам итә.
Ғилми эштән тыш йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Свердловск ҡала пионерҙар һарайының һәм йәш натуралистар станцияһының биология түңәрәктәре менән хеҙмәттәшлек итә; академик С. С. Шварц менән берлектә Свердловск өлкәһенең предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәренең экологик әҙерлеген ойоштора, тәбиғәтте һаҡлау хаҡында лекциялар менән сығыш яһай. Бынан тыш, Мәскәү тәбиғәтте һынаусылар йәмғиәтенең, РСФСР-ҙың сәйәси һәм фәнни белемдәр таратыу йәмғиәтенең, Бөтә Союз «Белем» йәмғиәтенең һәм Бөтә Союз орнитология йәмғиәтенең ағзаһы булып тора. СССР Фәндәр академияһының хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса проблемалы советының экологик комиссияһы бюроһы, СССР Фәндәр академияһының биогеоценология һәм тәбиғәтте һаҡлау проблемалары буйынса ғилми советының, СССР Фәндәр академияһы Урал фәнни үҙәгенең тәбиғәтте һаҡлау буйынса Урал комиссияһының ағзаһы, «Экология» журналының мөхәрририәт ағзаһы була.
1987 йылдың 18 апрелендә Свердловск ҡалаһында вафат була. Ҡаланың Широкая река зыяратында ерләнә. Һеңлеһе Данилова Валентина Николаевна (1922—1993) уның менән йәнәшә ерләнгән.
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (01.08.1986)[4] һәм «Почет билдәһе» ордены, шулай уҡ миҙалдар менән бүләкләнгән, улар араһында «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» һәм «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалдары[2], шулай уҡ көмөш һәм бронза СССР ВДНХ миҙалдары (1979, 1981 — тәбиғәтте һаҡлау һәм Төньяҡтың тәбиғәт ресурстарын ҡулланыуҙың рациональ алымдарын эшләгәне өсөн).
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Зоологи Ленинградского университета в огне Великой Отечественной войны. // Русский орнитологический журнал. — 2010. — Том 19. — Экспресс-выпуск № 565.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Danilov, Nikolaj Nikolajevič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 2,0 2,1 Зоологи Ленинградского университета в огне Великой Отечественной войны 2018 йыл 20 август архивланған.
- ↑ Данилов Николай Николаевич (1920—1987) . 2019 йыл 28 ноябрь архивланған.
- ↑ Данилов Николай Николаевич 1920 г.р.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Данилов Николай Николаевич
- Данилов Николай Николаевич 2021 йыл 2 октябрь архивланған.