Ишемғолов Дамир Нуретдин улы

башҡорт рәссамы
(Дамир Ишемғолов битенән йүнәлтелде)

Ишемғолов Дамир Нуретдин улы (1 февраль 1943 йыл) — рәссам. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2001).

Ишемғолов Дамир Нуретдин улы
Тыуған:

1 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (81 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы[1] Хәйбулла районы
Бәләкәй Әбеш ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Жанр:

пейзаж, портрет, натюрморт

Уҡыған урыны:

Өфө сәнғәт училищеһы

Исемдәре:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2001)

Биографияһы

үҙгәртергә

Дамир Нуретдин улы Ишемғолов 1943 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының[1] Хәйбулла районы Бәләкәй Әбеш ауылында тыуған.

1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (педагогтары Л. Ф. Мугтобаров, К. П. Чаругин) тамамлай.

1975—1995 йыл эшләй. Башҡортостан ижади-производство комбинатында рәссам булып эшләй, 1996 йылдан — Өфө сәнғәт училищеһында уҡытыусы.

Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Рәссамдың картиналары башҡорт ауылының көнкүрешенә, башҡорт фольклорына арналған: "Йәйге көн үҙәге " (1986), «Далала» (1990), «Бесән өҫтө» (1992), «Йәйге аш-һыу бүлмәһе» (1992), «Хәйерле кис, Фатима өләсәй» (1992), «Ғаилә» (2008), «Әбеш» (2012). Башлыса неопримитивизм стилендә эшләй.

Ишемғолов Дамир Нуретдин улы — 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһының рәссамдар союзы ағзаһы, 1995 йылдан алып — «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы. Ул — «Һары бейә» («Желтая кобыла») художество төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе (1989).

Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Силәбе өлкә картиналар галереяһында, Новосибирск дәүләт художество музейында, Марий Эл Республикаһының республика һынлы сәнғәт музейында (Йошкар-Ола), «Эстер» Галереяһында (Екатеринбург), Башҡортостан Республикаһы милли сәйәсәт һәм мәҙәниәт Министрлығы янындағы «Урал» ГНИ-да (Өфө), Туймазы тыуған яҡты өйрәнеү музейында (Туймазы ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһы) һаҡлана.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

«Бушап ҡалған ауыл» (1977), «Бесән өҫтө» (1988), «Юғалған кәзәне эҙләү», «Корбан» (1991). «Тәүлек» («Сутки»), «Тышаулы ат» (1991), «Атай-әсәй иҫтәлегенә» (1993), «Реквием» (1994). «Шишмә» (2000), «Үҙ-үҙеңде яндырыу» («Аутодафе») (1995—1999), «Баҡсала (ҡоҙоҡ менән пейзаж)».

Натюрморт «Һары самауыр» (1999), "Кәрзиндәге сирень " (2012), «Тыуған йорт» (2012).

Күргәҙмәләре

үҙгәртергә

Ишемғолов Дамир Нуретдин улы — 1986 йылдан алып художество күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы.

Өфөлә шәхси күргәҙмә (1996).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2001)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 хәҙер Башҡортостан Республикаһы

Һылтанмалар

үҙгәртергә