Гөләр Сабанжи
Гөләр Сабанджи (төр. Güler Sabancı, 1955) — төрөк эшҡыуары, Сабанжи ғаиләһенең өсөнсө быуын вәкиле, Төркиәлә ҙурлығы буйынса икенсе булған сәнәғәт һәм финанс конгломератының ғаилә контролдә тотҡан Сабанжи холдингы рәйесе[7][8]. 2014 йылға ҡарата Forbes уны донъяла иң абруйлы 60 ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе тип атай, ул Forbes исемлегендә беренсе тапҡыр 1999 йылда барлыҡҡа килә[9][10].
Гөләр Сабанжи | |
төр. Güler Sabancı | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Төркиә |
Тыуған көнө | 14 август 1955[3][2] (69 йәш) |
Тыуған урыны | Адана, Төркиә |
Атаһы | İhsan Sabancı[d] |
Бер туғандары | Sevgi Sabancı[d], Мехмет Сабанджи[d] һәм Ömer Sabancı[d] |
Нәҫеле | Сабанджи (клан)[d] |
Туған тел | Төрөк теле |
Һөнәр төрө | эшҡыуар, эшҡыуар, иҡтисадсы, менеджер |
Эш урыны | Sabanci Holding[d] |
Биләгән вазифаһы | рәйес[d] |
Уҡыу йорто |
Босфор университеты[d] TED-колледж Анкары[d] Гарвардская школа бизнеса[d] |
Принадлежит к | Sabanci Holding[d][4][5][6] |
Строка принадлежности | Haci …mer Sabanci Holding AS[2] һәм Haci Ömer Sabanci Holding AS[4][5][6] |
Ҡатнашыусы | Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2014 г.[d][2], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2013 г.[d][4], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2015 г.[d][5] һәм Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2016 г.[d][6] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Гөләр Сабанжи Викимилектә |
Белеме һәм карьераһы башы.
үҙгәртергәГөләр Ихсан Сабанжи һәм уның ҡатыны Юксел ғаиләһендә Төркиәнең Адана ҡалаһында тыуған. Анкарала TED Ankara (инг.)баш. колледжында урта мәктәпте тамамлағандан һуң, ул Истанбулда Босфор университетында эшлекле идара итеү өлкәһендә белем ала. 1978 йылда Ҡожаэли провинцияһында шиндар етештереү буйынса ғаилә LasSA компанияһында профессиональ карьераһы башлана. Һуңынан ул KordSA компанияһының генераль менеджеры итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала 14 йыл эшләй. Һуңынан Сабанжи Sabancı Holding компанияһының директорҙар советы ағзаһы була, шиналар һәм материалдар төркөмө етәксеһе, шулай уҡ кеше ресурстары өсөн яуаплы була.
Сабанжи Холдингы
үҙгәртергәСабанжи Гөләр — Төркиәлә абруйлы бизнес-төркөмдәрҙең һәм мөһим комапнияларҙың береһе Sabancı Holding компанияһының[11] рәйесе һәм идара итеүсе директоры. Ул үҙ карьераһын төркөмгә ингән шиндар етештереү компанияһында башлай һәм төркөмдөң башҡа компанияларында төрлө вазифалар биләй. Гөләр Сабанжи Сабанжи Университетының нигеҙ һалыусы президенты, Саҡып Сабанжи[12] музейының рәйесе һәм Төркиәлә шәхси фонд булған Сабанжи Фондының попечителлек советы рәйесе булып тора. Ул сәнәғәтселәрҙең Европа түңәрәк өҫтәленең беренсе һәм берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ағзаһы булап тора[13]. 2013 йылдың 2 октябрендә Fortune журналының[14] эшҡыуарлыҡта (АҠШ-тан ситтә) 50 иң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙар рейтингында икенсе урынды биләй. Ул лидерлыҡ һәм хәйриә өсөн бер нисә бүләк ала, шул иҫәптән Дэвид Рокфеллер Bridging Leadership Award[15] премияһын, Clinton Global Citizen (инг.)баш.[16] премияһын, Raymond Georis Innovative Philanthropist [17] премияһын һәм яуаплы лидерлыҡ өсөн Европа менеджмент мәктәбе премияһын ала[18].
2012 йылда Сабанжи Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының глобаль килешеү идараһы, бизнес, граждандар йәмғиәте, профсоюздар һәм эш биреүсе ойошмалар ҡатнашлығында юғары дәрәжәләге БМО-ның Консультатив органы ағзаһы итеп тәғәйенләнә[19].
Forbes мәғлүмәттәре буйынса, 2014 йылда ул 60 донъяның иң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе тип һанала[20].
Орден һәм бүләктәре
үҙгәртергә- 2007 – Бельгия : Леопольд II Ордены
- 2009 – Испания : Гражданлы3 ҡаҙаныштары ордены
- 2010 – Австрия : «Австрия Республикаһы алдында ҡаҙаныштары өсөн» Почет билдәһе
- 2010 – Франция : Почетлы легион ордены
Бүләктәре
үҙгәртергә- 2006 – АҠШ : Дрексель университетының Honoris causa
- 2007 – АҠШ : Америка-төрөк йәмғиәтенең «Корпоратив партнёр» премияһы
- 2009 – : инновацион филантропия өсөн Европа Моюзы Советының Раймонд Джорис премияһы
- 2011 – Германия : Билдәле Австрия иҡтисадсыһы Йозеф А.Шумпетер иҫтәлегенә премия
- 2011 – Германия : Менеджмент һәм технология Европа мәктәбенән яуаплы лидерлыҡ өсөн ESMT премияһы
- 2011 – АҠШ : Клинтон фондынан «Clinton Global Citizen» премияһы.
Шәхси тормошо
үҙгәртергәБер ҡасан да кейәүҙә булмаған, балалары юҡ. Ул шәхси тормошона ҡарата аҫтыртын, үҙ мөнәсәбәттәре тураһында маҡсатлы өндәшмәй[21].
Сабанжи атаһының 1979 йылда вафатына тиклем уны ғаилә милегенән төшөрөп ҡалдырыуҙары буйынса үҙ ғаиләһе менән суд талаштарын дауам итә. Саҡып Сабанжины үҙенең кумиры тип иҫәпләһә лә, үҙенең бер туғандары менән үҙенең ғаиләләге урыны һәм статусы өсөн көрәшергә мәжбүр була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ The International Who's Who of Women 2006 — Routledge, 2005. — ISBN 978-1-85743-325-8
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 https://data.qz.com/2014/davosattendees/data/davos14list.json
- ↑ Güler Sabanci // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 https://data.qz.com/2013/davosattendees/data/davosdata.json
- ↑ 5,0 5,1 5,2 https://data.qz.com/2015/davos/data/davos2015.json
- ↑ 6,0 6,1 6,2 https://data.qz.com/2016/davos-2016/data/davos-2016-clean.csv
- ↑ 10 Global leaders - 7. Guler Sabanci (7) - FORTUNE, cnn.com (29 September 2010). 12 ноябрь 2012 тикшерелгән.
- ↑ Guler Sabanci - Forbes, forbes.com.
- ↑ The World's 100 Most Powerful Women. Forbes. Дата обращения: 26 июня 2014.
- ↑ Rossant, Juliette. Turkey's Tire Queen, Forbes (5 July 1999). 7 декабрь 2019 тикшерелгән.
- ↑ Güler Sabanci. forbes.com. Дата обращения: 16 августа 2018.
- ↑ Sakıp Sabancı Museum 2014 йыл 6 ғинуар архивланған.
- ↑ Members - European Round Table of Industrialists. www.ert.eu. Дата обращения: 16 августа 2018.
- ↑ Fortune's 50 Most Powerful Women in Business (outside USA).. cnn.com. Дата обращения: 16 августа 2018.
- ↑ Hürriyet Daily News. Hürriyet Daily News. Дата обращения: 16 августа 2018.
- ↑ Daily Sabah - Latest & Breaking News from Turkey - Istanbul. english.sabah.com.tr.Дата обращения: 16 августа 2018.
- ↑ Raymond Georis Innovative Philanthropist Award. Дата обращения: 6 января 2014. Архивировано 6 января 2014 года.
- ↑ European School of Management Responsible Leadership Award
- ↑ Secretary-General Appoints New Global Compact Board Members, Strengthens Focus on Business Engagement . United Nations Global Compact (19 апрель 2012).
- ↑ The World's 100 Most Powerful Women . Forbes.
- ↑ Anderson, Becky How Turkey's business superwoman steers empire in man's world .
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Creating Emerging Markets Interview 2017 йыл 3 апрель архивланған. at the Harvard Business School