Сотникова Гөлназ Ивановна

эшҡыуар
(Гөлназ Сотникова битенән йүнәлтелде)

Сотникова Гөлназ Ивановна (21 сентябрь 1961 йыл) — Рәсәй эшҡыуары, йәмәғәт эшмәкәре, «Вертэкс» АЙ холдингы президенты (1990 йылдан), Мәскәү һәм бөтә Русь патриархы Алексий II тарафынан ойошторолған Рәсәй Килешеү һәм Татыулыҡ хәйриә фонды президенты (1997 йылдан), М. В. Ломоносов исемендәге МДУ-ның Классик пансионы президенты (1997 йылдан)[1][2][3]. Рәсәйҙә хәйриәлек һәм меценатлыҡ барлыҡҡа килеүҙә ҙур роль уйнай[4][5]. Рәсәй православие сиркәүенең I дәрәжә Изге равноапостольная княгиня Ольга I (1999 йыл), II дәрәжә Изге благоверный кенәз Даниил Московский (2003 йыл) ордендары менән бүләкләнгән. Рәсәй һәм халыҡ-ара жюри тарафынан ике тапҡыр «Йыл ҡатын-ҡыҙы» (1995,1999) тип таныла[4]. Бер нисә мәҙәни программаһы.

Гөлназ Ивановна Сотникова
Тыуған көнө

21 сентябрь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (63 йәш)

Тыуған урыны

СССР Өфө ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

«Вертэкс» АЙ холдингы президенты, Рәсәй Килешеү һәм Татыулыҡ хәйриә фонды президенты, М. В. Ломоносов исемендәге МДУ-ның Классик пансионы президенты

Атаһы

Иван Владимирович Сотников

Әсәһе

Әминә Кәшфи ҡыҙы Аралбаева

Наградалары һәм премиялары
Орден святой равноапостольной княгини Ольги I степени Орден святого благоверного князя Даниила Московского II степени

өсөн «Леди инициатива» тигән почетлы титул ала[6][7].

Биографияһы

үҙгәртергә

Гөлназ Ивановна Сотникова 1967 йылдың 21 сентябрендә Өфөлә совет интеллигенттары ғаиләһендә тыуған.

Ата-әсәһе

үҙгәртергә

Атаһы — Иван Владимирович Сотников, Башҡортостан Яҙыусылар союзының рус яҙыусылары секцияһы рәйесе, «Литературная Башкирия» альманахының яуаплы мөхәррире[8].

Әсәһе — Әминә Кәшфи ҡыҙы Аралбаева, Мәскәү ГИТИС-ын тамамлаған, Башҡортостанда беренсе театр белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Журналистар союзы һәм Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы[4].

Ике юғары белем алған: иҡтисади (МДУ) һәм техник (Мәскәү элемтә һәм информатика техник университеты), шулай уҡ фортепиано класы буйынса урта махсус музыкаль белеме бар. Инглиз, испан телдәрен белә, француз, ҡытай телдәрен өйрәнә[1].

Хеҙмәт һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1989 йылға тиклем комсомолдың Мәскәү ҡалаһы Свердлов район комитетында референт булып эшләй. 1989 йылдан — «Тропос» төҙөлөш компанияһының үҙаллы структура подразделениеһы директоры.

1990 йылда күп профилле «Вертэкс» медицина үҙәген ойоштора һәм уның етәксеһе була. Предприятие артабан «Вертэкс» акционерҙар йәмғиәте холдингы булып үҫә һәм түбәндәгеләрҙән тора:

  • «Вертэкс» медицина компанияһы,
  • «Вертэкс — Билдинг» төҙөлөш компанияһы,
  • «Вертэкс Трейдинг» сауҙа фирмаһы,
  • «Вертэкс — Траст» консалтинг компанияһы,
  • «Вертэкс — Тур» туризм компанияһы,
  • «Вертэкс — Аэро» йөк һәм пассажирҙар ташыу авиакомпанияһы.

ХХ быуаттың 90-сы йылдарында «Рәсәйҙең иң бай 10 кәләше», «Рәсәйҙең иң үҙаллы ҡатын-ҡыҙҙары» рейтингтарына инә[9][10][11].

Ватан эшҡыуарлығы ветераны. Исеме «Мәскәү эшҡыуарлығының алтын китабына», «Рәсәй бизнесы элитаһы», «Рәсәйҙең данлы ҡатын-ҡыҙҙары» каталогтарына һ.б. ингән[7][12].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1997 йылда Мәскәү һәм бөтә Рәсәй Патриархы Алексий II ойошторған Рәсәй Килешеү һәм Татыулыҡ хәйриә фонды президенты итеп тәғәйенләнә[13], әле лә шунда эшләй. Фондтың Попечителлек советына Патриарх етәкселеге аҫтында фән һәм мәҙәниәттең бик күп билдәле эшмәкәрҙәре, башҡа конфессияларҙың башлыҡтары инә[7]. Фонд бер ҡасан да бер ниндәй ташламаларҙан файҙаланмай һәм бары тик Г. И. Сотникова иҫәбенән генә финанслана[14].

1997 йылдан әлегәсә — М. В. Ломоносов исемендәге МДУ-ның Классик пансионы президенты[15][16], уны Мәскәү һәм бөтә Рәсәй Патриархы Алексий II-нең Килешеү һәм Татыулыҡ фонды менән ректор Виктор Антонович Садовничий йөҙөндә Мәскәү дәүләт университеты ойоштора.

1997 йылдан 2003 йылға тиклем Рәсәй сиркәү тормошондағы бик күп эре ваҡиғаларҙың ҡуйыусы режиссёры була (Христос Раштыуаһының 2000 йыллығы, Әрмәнстандың христианлыҡты дәүләт дине итеп ҡабул итеүенә 1700 йыл тулыу уңайынан Мәскәүҙәге концерт[17], РПЦ Предстоятеленең юбилей даталары[18] һ.б.).

Россия телеканалында новатор проекттарының һәм коммерция телевизион программаларының авторы (1997—1998 йй.), уларҙы тормошҡа ашырып, телевидение режиссёры специальносын үҙләштерә һәм, үҙ телекомпанияһын булдырып, бер нисә документаль фильм («Созидатель», «С Верой, Надеждой и Любовью» һ.б.) төшөрә.

2004 йылдан ғилми педагогик эшмәкәрлек менән етди шөғөлләнә, М. В. Ломоносов исемендәге МДУ-ла глобаль процестар факультетын асыу идеологы һәм инициаторы[19][20] була[21][22][23], ул 2005 йылда асыла. Бер нисә белем биреү моделе һәм программаһы, шул иҫәптән балаларҙың иртә үҫеше өлкәһендәге программалар авторы[24][25].

1997—2007 йылдарҙа Ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәлен яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса хөкүмәт комиссияһы ағзаһы[26][27][28].

Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (ЮНЕСКО) генераль директор Федерико Майор Сарагоса инициативаһы буйынса булдырған Донъя мәҙәниәте программаһын эшләүҙә ҡатнашҡан өсөн 1995 йылда «Леди Инициатива» почетлы титулын яулай[1] .

Хәйриәлек хеҙмәте

үҙгәртергә

Мәҙәни тормоштағы бик күп әһәмиәтле ваҡиғаларҙың меценаты була: 1995 йылда Мәскәүҙә беренсе Юғары мода аҙналығын асыуҙан[29] алып РПЦ-ның дәүләт менән берлектә үткәргән ижтимағи әһәмиәткә эйә сараларына тиклем.

Етем балаларға, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә Ватан даны булып танылған һәм, өлкәнәйгәс, дәүләт өсөн ҡатмарлы осорҙа ярҙамһыҙ ҡалған ветерандарға бөтә Рәсәй хәйриә акцияларын ойоштороусы[30][31][32].

Уның исемен Ҡотҡарыусы Христос Ҡорамындағы мемориаль таҡтаташта ҙур күләмдә хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәр исемлегендә күрергә була.

Социаль әһәмиәткә эйә проекттарға ярҙам итә. Айырыуса 1997 йылда башланып әле лә дауам иткән мәғариф өлкәһендәге проект уңышлы һанала (М. В. Ломоносов исемендәге МДУ-ның Классик пансионында бөтә Рәсәйҙән талантлы балаларҙы түләүһеҙ уҡытыу өсөн асылған стипендия фондын финанслау[33][34][35]; гранттар менән ярҙам итеү, шул иҫәптән МДУ-ның иң лайыҡлы студенттарының сит илдәрҙә белем алыуы һәм стажировка үтеүе сығымдарын ҡаплау).

Мәғариф һәм тәрбиә өлкәһендә талантлы балалар өсөн йыл һайын бирелеүсе (2000 йылдан алып) «Ҡанатлы Сириус» тигән дәүләттеке булмаған премияны булдырыусы[1].

Ҡайһы бер баҫмаларҙа законға ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнә[36][37][38], ләкин был факттарҙы иҫбатлаусы дәлилдәр юҡ[4][39][40][41].

Ғаилә хәле, балалары

үҙгәртергә

Университеттың 5 курсында Н. Э. Бауман исемендәге МДТУ студенты Цюрко Степан Ивановичҡа (1968 йылғы) кейәүгә сыға.

Хәҙерге ваҡытта айырылған, 2008 йылғы Екатерина исемле ҡыҙын тәрбиәләй.

Улы Максим 1990 йылда тыуған — М. В. Ломоносов исемендәге МДУ-ны ҡыҙыл диплом менән тамамлай.

Мауығыуҙары

үҙгәртергә

Г. И. Сотникова педагогика, психология, музыка, театр менән мауыға, сәйәхәт итергә ярата.

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • Орден святой равноапостольной княгини Ольги (РПЦ) I степени
  • Орден святого благоверного князя Даниила Московского (РПЦ) II степени

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Лица России. 2013 йыл 2 октябрь архивланған.
  2. ГЛАВСНАБ(недоступная ссылка)
  3. Классический пансион МГУ им.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 "Великая Россия. 2013 йыл 2 октябрь архивланған.
  5. Учительская газета 2007 йыл 27 апрель архивланған.
  6. Московский комсомолец, Москва 27 марта 1999 г.
  7. 7,0 7,1 7,2 Деловая пресса 2013 йыл 2 октябрь архивланған.
  8. Башинформ. 2016 йыл 4 март архивланған.
  9. АиФ 2008 йыл 19 октябрь архивланған.
  10. Коммерсантъ
  11. Комсомольская правда
  12. VIPERSON.
  13. news 2013 йыл 30 октябрь архивланған.
  14. Патриаршая награда 2008 йыл 28 март архивланған.
  15. Классический пансион МГУ им.(недоступная ссылка)
  16. газета «Россия» 2011 йыл 20 апрель архивланған.
  17. ТОРЖЕСТВЕННЫЙ КОНЦЕРТ В КРЕМЛЕ | AZG Daily(недоступная ссылка)
  18. Православие.
  19. Краткий отчет Благотворительного Фонда Примирения и Согласия(недоступная ссылка)
  20. Лица России. 2013 йыл 2 октябрь архивланған.
  21. В гостях у факультета глобальных процессов МГУ(недоступная ссылка)
  22. Сайт Классического пансиона МГУ им.(недоступная ссылка)
  23. [Газета «МОСКОВСКИЙ УНИВЕРСИТЕТ» № 10 (4241) март 2008]
  24. Помнить и знать(недоступная ссылка)
  25. Закон и порядок 2013 йыл 2 октябрь архивланған.
  26. Постановление Правительства РФ от 28 января 1997 г. 2016 йыл 5 март архивланған.
  27. Постановление Правительства РФ от 28 января 1997 г.(недоступная ссылка)
  28. Постановление Правительства РФ от 20 декабря 1998 г.
  29. Коммерсант
  30. Русская линия
  31. Портал Культура
  32. Душа обязана трудиться — МК
  33. Друг для Друга 2008 йыл 20 апрель архивланған.
  34. Федеральный справочник «Образование в России» — 2004 год — Все воспитанники по-своему интересные и талантливые люди(недоступная ссылка)
  35. Журнал «LED» про лёд и людей, № 3, 2009 год
  36. Новые Известия, Москва 13 июля 1999 г.
  37. PR-акции Московской патриархии: Имидж церковной благотворительности в сочетании с полукриминальной коммерческой деятельностью
  38. Библиотека Центра экстремальной журналистики 2022 йыл 7 апрель архивланған.
  39. Деловой Еженедельник Компания(недоступная ссылка)
  40. Ответ на статью «Письмо с „повинной“»
  41. Русская Линия

Һылтанмалар

үҙгәртергә