Гөбөргәйелдәрҙе өйрәтеүсе

Ғосман Хәмди-Бейҙең 1906 һәм 1907 йылдарҙа (ике вариант) төшөрөлгән картинаһы

Гөбөргәйелдәрҙе өйрәтеүсе (төр. Kaplumbağa Terbiyecisi) — Ғосман Хәмди Бейҙең 1906 һәм 1907 йылдарҙа (ике вариант) төшөрөлгән картинаһы. 2004 йылда картина $3,5 миллионға һатыла һәм әле Истанбулдағы Пера (Pera Museum) музейында тора.

Гөбөргәйелдәрҙе өйрәтеүсе
Нигеҙләү датаһы 1906
Рәсем
Урын Музей Пера[d]
Жанр Сатира
Булдырыусы Осман Хамди Бей[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән майлы буяуҙар[d] һәм киндер[d]
Һүрәтләнгән объект ир, сухопутные черепахи[d] һәм ней[d]
Коллекцияләре Музей Пера[d]
Инвентарный номер PM_GAP_PC.045
Киңлек 120 сантиметр
Бейеклеге/буйы 221,5 сантиметр
Тасуирлау биттәре pivada.com/kaplumbaga-te…
peramuseum.org/artwork/t…
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d]
 Гөбөргәйелдәрҙе өйрәтеүсе Викимилектә
«Гөбөргәйелдәрҙе өйрәтеүсе» картинаһының икенсе версияһы

«Гөбөргәйелдәрҙе өйрәтеүсе» картинаһында рәссам Ғосман Хәмди Бей, Ғосман империяһын реформалау йәһәтенән бик һүлпән һәм һөҙөмтәһеҙ сараларҙы килбәтһеҙ, мыштыр гөбөргәйелдәрҙе өйрәтеп маташыу менән сағыштырып, улар араһында сатирик аналогия үткәрә.

Картинала традицион ғосман дини кейемендәге өлкән ир һүрәтләнә. Ул иҙән тәңгәленә уйылған тәҙрә ҡаршыһында най тигән музыка ҡоралын тотоп тора, най менән ул иҙәндә шыуышҡан гөбөргәйелдәрҙе өйрәтеп булаша.

Тарихи ерлеге

үҙгәртергә

Ғосман Хәмди Бей картинаны Ғосман империяһында социаль һәм сәйәси үҙгәрештәр (Беренсе донъя һуғышы, Ғосман империяһының тарҡалыуы) барғанда төшөрә. Солтан Абдул-Хәмит II-нең реформалары һөҙөмтәһеҙ булып сыға һәм артабанғы сыуалыштарҙы тоҡандыра. Ғосман империяһы ХХ быуат тыуған мәлгә Балҡан ярымутрауының бер өлөшөнә, Төньяҡ Африканың бер өлөшөнә, Кесе Азия һәм Левантаға, Ғәрәбстан ярымутрауының ҙур өлөшөнә эйә булһа ла, территорияһындағы милләтсел хәрәкәттәр һәм сит ил державаларының һөжүмдәре арҡаһында империя тарҡалыр сиккә етә. Былар империяның Беренсе донъя һуғышынан һуң таралып төшөүенә килтерә.

Рәссам картинаһында 1908 йылда буласаҡ Йәш төрөктәр инҡилабының рухы һиҙелә. Был инҡилап солтан власын ҡыйрата һәм Ғосман империяһының төп державалар яғында Беренсе донъя һуғышына инеүенә, артабан Ғосман империяһының бүлгеләнеүенә килтерә.

Картинаның ике версияһы араһындағы айырмалар

үҙгәртергә

«Гөбөргәйелдәрҙе өйрәтеүсе» картинаһының 1906 һәм 1907 йылғы версиялары бер-береһенән әҙерәк айырыла. Картинаның икенсе версияһында биш урынына алты гөбөргәйел төшөрөлгән, йәнә ҡомған һәм стеналағы ғәрәпсә яҙыу өҫтәлгән.

  • «Дрессировщик черепах» 2018 йыл 26 август архивланған. в Музее Пера, Стамбул.
  • Edhem Eldem: Making Sense of Osman Hamdi Bey and his Paintings, in: Muqarnas: An Annual on the Visual Culture of the Islamic World, Volume 29, 2012; ISSN 0732-2992
  • Mustafa Cezar: Sanatta batı'ya açılış ve Osman Hamdi, Band 2; Istanbul: Erol Kerim Aksoy Eğitim, kültür, spor ve sağlık vakfı, 1995; S. 732
  • Wendy M. K. Shaw: Possessors and possessed: museums, archaeology, and the visualization of history in the late Ottoman Empire. Berkeley: University of California Press, 2003

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә