Гхарапури (ингл.  Elephanta Island) — Һинд океанында Мумбаи гаванендәге утрау (Һиндостан).[1]

Гхарапури
ингл. Elephanta Island
Прстандан утрау күренеше
Прстандан утрау күренеше
Характеристики
Майҙаны5 км²
Халҡы1200 кеше
Урынлашыуы
18°57′45″ с. ш. 72°56′02″ в. д.HGЯO
АкваторияҒәрәбстан диңгеҙе
Һиндостан
Красная точка
Гхарапури
 Гхарапури Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Боронғо замандарҙа утрау Гхарапури булараҡ билдәле булған. «Элефант утрауы» исемен XVI быуатта португал тикшеренеүселәре биргән, улар мәмерйәгә яҡын инеү урында базальт фил һынын күрәләр. Улар уны үҙҙәре менән бергә алып ҡайтырға уйлайҙар, әммә һөҙөмтәлә диңгеҙгә ташлайҙар, сөнки уларҙың сылбырҙары етерлек ныҡлы булмай. Һуңыраҡ был һынды британлылар Мумбаилағы Виктория һәм Альберт музейына күсерәләр (хәҙер доктор Бхау Даджи Лада музейы)[2]. Был утрау бер мәл урындағы ҡеүәтле короллектең баш ҡалаһы була. Леонардо да Винчиның йылъяҙмаһында (Францияның Милли китапханаһында һаҡлана) ошондай яҙма бар: «Һиндостандағы Элефант картаһына эйә булған Антонелло галантереясы». Кем булған ул Флоренция сәйәхәтсеһе Антонелло билдәһеҙ.

Элефант утрауының ҡаяларҙа уйып эшләнгән мәмерйә ҡорамдары арҡаһында утрау популяр туристик йүнәлеш булып тора.

Утрауға тиклем Мумбаинан паром менән еңел барып була, утрау-ҡаланың көньяҡ-көнсығыш яры буйынан ул яҡынса 10 км алыҫлыҡта ята. Кәмәләр көн һайын Һиндостан Ҡапҡаларынан юлға сыға, юлдың ваҡыты бер сәғәт тирәһе. Билеттарҙы порттың үҙендә һатып алырға була. Беренсе паром иртәнге сәғәт туғыҙҙа, ә һуңғыһы көндөҙгө сәғәт икелә китә. Утрауҙа кәмәләр өсөн пристандән алып данлыҡлы мәмерйәләр баҫҡыстарына тиклем һуҡмаҡ һалынған.

Шулай уҡ причалдан алып мәмерйәгә барыусы баҫҡыстарға тиклем тар колеялы тимер юлы маршруты бар (600 метр). Юл буйлап сувенирҙар, беләҙектәр, мунсаҡтар, күргәҙмә өлгөләре һатып торалар. Ризыҡ һәм эсемлектәрҙе киосктарҙа һатып алырға мөмкин. Юл буйынса бәләкәй маймылдар ваҡыты менән һатыусыларҙан, туристарҙан, сүп-сар контейнерҙарынан әйберҙәр урлап ҡасып, уйнап йөрөй[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Chisholm, Hugh, ed. (1911), "Ҡалып:Cite wikisource/make link", Encyclopædia Britannica, vol. 9 (11th ed.), Cambridge University Press, p. 261 
  2. HT Cafe, Mumbai, Monday, 2007 june 4 pg.31 - Article "Lord of the Islands" Pinto by Jerry
  3. Da Cunha 1993, p. 96

Һылтанмалар үҙгәртергә