Ғосманов Үзбәк Ғосман улы

ауыл хужалығы буйынса иҡтисадсы ғалим
(Гусманов Узбек Гусманович битенән йүнәлтелде)

Ғосманов Үзбәк Ғосман улы (13 август 1935 йыл — 25 сентябрь 2016 йыл) — иҡтисадсы—ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1988), профессор (1991), Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1997), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991). Дуҫлыҡ (2006) һәм Салауат Юлаев (2015) ордендары кавалеры.

Ғосманов Үзбәк Ғосман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 август 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Таймырҙа, Дүртөйлө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 25 сентябрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Үзбәк Ғосман улы Ғосманов [1] 1935 йылдың 13 авгусында Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Таймырҙа ауылында тыуа. Мәктәпте тамамлағас, Свердловск ҡалаһына китә һәм машиналар эшләү заводына йөксө экспедитор булып эшкә урынлаша, бер үк ваҡытта юғары уҡыу йортоноң әҙерлек бүлегенә уҡырға инә.

Шәхси секторҙа фатирҙа йәшәй, сөнки институттың барак тибындағы ятағындағы 12-шәр кешелек бүлмәләрҙәге шарттар уны ҡәнәғәтләндермәй. Спорт менән шөғөлләнә, «Урожай» һәм «Буревестник» йыйылма командалары ағзаһы була. Үҙ алдына баянда һәм пианинола уйнарға өйрәнә.

"Беҙҙең ғаиләнең девизы  үҙ хеҙмәтең менән йәшә! Хеҙмәт — байлығыбыҙҙың нигеҙе, ә байлығыбыҙ — беҙҙең белемебеҙ  квалификациябыҙ, компетентлылығыбыҙ, кәрәкле булыуыбыҙ".

Ү. Ғосманов

1959 йылда Башҡортостан ауыл хужалығыинститутын тамамлай. 19591962 йылдарҙа Ғосманов Башҡортостандың Дүртөйлө районы Ленин исемендәге колхозында зоотехник һәм бер үк ваҡытта колхоз рәйесенең урынбаҫары булып эшләй. 1962 йылда СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының аспирантураһына инә (ғилми етәксеһе профессор М. Тоҡомбәтов). Аспирантурала уҡығанда иҡтисадсылар командаһы составында СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының шахмат буйынса чемпионы була.

1966 йылда СССР Фәндәр академияһының Иҡтисад институтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Аспирантураны тамамлағас, Ғосманов СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә хужалыҡ итеү механизмы секторының ғилми хеҙмәткәре, мөдире була. 19891997 йылдарҙа Ғосманов — Башҡорт дәүләт аграр университеты ауыл хужалығы иҡтисады кафедраһы мөдире һәм бер үк ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Ауыл хужалығы фәндәре бүлексәһенең академик-секретары (1992 йылдан).

1998 йылдан Ғосманов — Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы Башҡортостан фәнни үҙәгенең рәйесе, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығы иҡтисады кафедраһы профессоры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Ауыл хужалығы фәндәре бүлексәһенең академик-секретары (1991—2006), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Биология, медицина һәм ауыл хужалығы фәндәре бүлексәһенең академик-секретары (2006 йылдан), 1998 йылдан Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының Башҡортостан фәнни үҙәге рәйесе.

Үзбәк Ғосман улының фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар даирәһе — аграр иҡтисад, производствола хеҙмәтте ойоштороу. Ул Башҡорт АССР-ы колхоздарында һәм совхоздарында хеҙмәтте ойоштороу һәм хеҙмәткә түләү положениеларын, баҙар шарттарында ауыл хужалығы продукцияһын етештереү производстволарын урынлаштырыуҙы һәм махсуслаштырыуҙы камиллаштырыу механизмдарын эшләй. Колхозсыларҙың хеҙмәтенә түләү буйынса типовой положение СССР-ҙың бөтә райондарына таратыла.

Ғосманов Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһын ойоштороусыларҙың һәм аграр иҡтисад фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була.

Ғаиләһе: ҡатыны (1970 йылда өйләнә), ике улы (Ғосманов Искәндәр һәм Ғосманов Рәсүл), дүрт ейәне бар. Умартасылыҡ менән мауыға. Балалары ла Өфөлә Башҡорт дәүләт аграр институтын тамамлай. Хәҙер улар — иҡтисад фәндәре докторы.

Уҡыусылары

үҙгәртергә

Ғосмановтың уҡыусылары араһында — 5 фән докторы һәм 38 фән кандидаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Татарстан Фәндәр академияһының почетлы академигы (2008)
  • Урал ауыл хужалығы академияһының почетлы профессоры
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре(1994)
  • Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының М. И. Тоҡомбәтов исемендәге премияһы (2006)
  • Дуҫлыҡ ордены (2006)
  • Салауат Юлаев ордены (2015).

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Ғосманов Үзбәк Ғосман улы 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 50 китап һәм 1 уйлап табыу авторы.

  • Проблемы экономического стимулирования совхозного производства / Соавт. М. Л. Мурасов. — Уфа: Башкнигоиздат, 1976. — 158 с.
  • Стимулирование конечных результатов труда в сельском хозяйстве. — М.: Профиздат, 1984. — 160 с.
  • Система ведения агропромышленного производства в Республике Башкортостан / Соавт.: М. С. Губайдуллин и др. — Уфа: Гилем, 1997. — 415 с.
  • Производительность труда в сельском хозяйстве и её факторный анализ / АН Респ. Башкортостан. — Уфа, 2000. — 165 с.
  • Реформа социальной сферы села (сущность и основные направления). — М.: Колос, 2000. — 88 с.
  • Арендные отношения в развитии сельского хозяйства. — Уфа: Гилем, 2001. — 165 с.
  • Формирование доходов и мотивация труда работников сельского хозяйства. — Уфа, Гилем, 2002. — 160 с.
  • Стимулирование конечных результатов труда в сельском хозяйстве. М.: Профиздат, 1984.
  • Система ведения агропромышленного производства в Республике Башкортостан. Уфа: Гилем, 1997 (соавтор).
  • Научно-методические основы оптимизации производства в зерновом хозяйстве и растениеводстве. М.: РАСХН, 2005 (соавтор).
  • Агропромышленный комплекс региона (состояние, проблемы и решения). М.: РАСХН, 2006.
  • Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996.
  • Узбек Гусманович Гусманов. Материалы к библиографии деятелей сельскохозяйственной науки / ЦНСХБ Россельхозакадемии / Сост. Е. Л. Проскурина; Авт. вступ. ст. Б. И. Пошкус; Ред. И. В. Боровских. М., 2002.
  • Башкирская энциклопедия: В 7 т. Т. 2: В-Ж. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. gusmanov.com(недоступная ссылка)

Һылтанмалар

үҙгәртергә