Гурвич Николай Александрович
табип, иҡтисадсы, тарихсы, этнограф, географ
Гурвич Николай Александрович (11 ноябрь 1828 йыл — 20 май 1914 йыл) — табип, иҡтисадсы, тарихсы, этнограф, географ. Башҡортостандың беренсе профессиональ статистика хеҙмәткәре.
Гурвич Николай Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 11 ноябрь 1828 |
Тыуған урыны | Гродно[d], Гродно губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 20 май (2 июнь) 1914 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Рәсәй империяһы |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы, табип, статистик, тарихсы, этнограф, географ |
Эшмәкәрлек төрө | статистика[1], иҡтисад[1], медицина[1], этнография[1] һәм география[1] |
Уҡыу йорто | Медицина-хирургия академияһы[d] |
Әүҙемлек урыны | Өфө[1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Александрович Гурвич 1828 йылдың 11 ноябрендә[2] Гродно ҡалаһында тыуған.
- 1846 — Германияла классик гимназия тамамлай;
- 1852 — Санкт-Петербург медицина-хирургия академияһын тамамлай;
- 1853 — Өфө ҡалаһына күсеп килә, Ырымбур удел контораһы табибы вазифаһында эш башлай;
- 1859 — Ырымбур губернаһы статистика комитетына эшкә йәлеп ителә, демография һәм халыҡ һаулығы статистикаһын алып бара.
- 1864—1891 — Ырымбур, 1865 йылдан Өфө губернаһы статистика комитеты сәрктибе вазифаһында эшләй.
- 1865—1896 — «Уфимские Губернские ведомости» гәзитендә рәсми булмаған бүлек мөхәррире;
- 1880 — Тулы хоҡуҡлы статский советник;
- 1877 — рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы;
- 1889 — Санкт-Петербург фәндәр академияһының Баш физик обсерватория корреспонденты.
- 1864 — Өфө губернаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейы аса, хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Милли музейы;
- 1870 — әҙ килемле ҡатлам кешеләре өсөн тәүге түләүһеҙ дауахана ойоштора;
- 1882 — әҙ килемле ҡатлам кешеләре өсөн тәүге түләүһеҙ китапхана ойоштора — хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы.
- 1882 — Өфө губернаһы табибтары йәмғиәтен төҙөй.
Николай Гурвич 1914 йылдың 20 майынды Өфө ҡалаһында вафат була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Национальный архив Республики Башкортостан. Календарь знаменательных и памятных дат Республики Башкортостан на 2018 год(недоступная ссылка) (инг.) (Тикшерелеү көнө: 9 ноябрь 2018)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Гурвич Николай Александрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 ноябрь 2018)