Гурвич Иосиф Наумович
Гурвич Иосиф Наумович (8 февраль 1952 йыл — 9 ғинуар 2014 йыл) — Рәсәй психологы һәм психиатры. Профессор, психология фәндәре докторы, юғары категориялы психиатр.
Гурвич Иосиф Наумович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 8 февраль 1952 |
Тыуған урыны | Малая Вишера[d], Новгород өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 9 ғинуар 2014 (61 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй |
Һөнәр төрө | психиатр |
Эш урыны | Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | психология фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәИосиф Наумович Гурвич 1952 йылда хәрби табиптар ғаиләһендә тыуа. Ленинград санитар-гигиена медицина институтын тамамлай, бер үк ваҡытта Ленинград дәүләт университетының психология факультетында социаль психология өлкәһендә шөғөлләнә. 30 йылдан ашыу Санкт-Петербургтың төп фәнни-тикшеренеү учреждениеларында, шулай уҡ ҡаланың һәм өлкәнең псхиатрия дауаханаларында табип-психиатр сифатында эшләй
1977 йылдан 1983 йылға тиклем — инженер, комплекслы социаль тикшеренеүҙәр ғилми-тикшеренеү институтында кесе ғилми хеҙмәткәр (НИИКСИ) (Ленинград дәүләт университеты составында).
1981 йылда «Социально-психологические факторы эффективности врачебной деятельности» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[1].
1983 йылдан алып 1987 йылға тиклем — Ленинградтың Жданов районы Психоневрологик диспансеры стационарының көндөҙгө табибы.
1987 йылдан 1988 йылға тиклем — Бехтерев исемендәге ғилми-тикшеренеү институты стационарының көндөҙгө табибы.
1988 йылдан алып 1990 йылға тиклем — СССР ФА Совет социология ассоциацияһы Ленинград өлкә социология үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре (ЛенСНИЦ)
1990 йылдан 1995 йылға тиклем — И. И. Скворцов-Степанов (Ленинград) исемендәге 3-сө психиатрия дауаханаһының бүлеге мөдире, табип.
1995 йылдан алып 2008 йылға тиклем — Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институтында (СИ РФА, Санкт-Петербург) девиант социологияһы һәм социаль күҙәтеү секторының баш ғилми хеҙмәткәре.
1998 йылда «Социальная психология здоровья» по социально-психологической проблематике медицины и здравоохранения" темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].
1999 йылда «Психиатрия» һөнәре буйынса юғары квалификация категорияһы бирелә.
1998 йылдан алып 2014 йылға тиклем — социаль психология кафедраһында профессор, тәртип психологияһы һәм үҙ-үҙеңде тотоу аномалияларының превенцияһы кафедраһы мөдире, Санкт-Петербург дәүләт университетының Психология факультетына «Ижтимағи сәләмәтлек» дисциплинар-ара магистрлык программаһының «Психология и социология здоровья» белгеслеге етәксеһе.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәГурвич хәҙерге Рәсәйҙә йәмғиәт һаулыҡ һаҡлау үҫешенә ҙур өлөш индерә[3]. Ул күп йылдар дауамында табип-психиатр һәм наркологтың практик эшен социологик һәм психологик тикшеренеүҙәр менән бергә алып бара.
Гурвич фәнни мәктәпкә нигеҙ һала[3], ул XX быуаттың 1990-сы йылдар аҙағында башланғыс ала, ул саҡта Рәсәй Фәндәр академияһы Социология институтының (РФА СИ) девиантлык һәм социаль контроль секторы һәм Санкт-Петербург дәүләт университетының психология факультеты (СПбДУ) сиктәрендә төрлө төркөм кешеләрҙең һаулығына бәйле үҙ-үҙеңде тотоу проблематикаһын тикшереү буйынса эшсе төркөм төзелә. Өҫтәүенә Санкт-Петербургтың төп ғилми-тикшеренеү учреждениеларында һәм медицина практикаһында эше менән, Гурвич 1990 йылдар аҙағында төбәк ижтимағи ойошмаһы «Стеллит» халыҡтың именлеге өлкәһендә социаль проекттары инициаторҙарының һәм ойоштороусыларының береһе була, унда бер төркөм йәш белгес уның етәкселеге аҫтында эшләй.
Гуревич етәкселегендә йәмәғәт сәләмәтлеге һәм һаулыҡ һаҡлау, халыҡтың ныҡлы булмаған төркөмдәренә ярҙам итеү өлкәләрендә Рәсәй халыҡ-ара бер нисә фәнни-тикшеренеү һәм практик проекттар уҙғарыла.
Гурвич үҙ практикаһында белгестәрҙең киң даирәһе файҙалана алырлыҡ стандартлаштырылған скрининг методикаларын үҫтереүҙе мөһим тип һанай. Уның авторлығына психотерапевтик ярҙамға мохтаж кешеләрҙе экспресс-асыҡлау өсөн нерв-психологик адаптация тесты инә[4]. Уның етәкселегендә Монтгомери психик торошто төрлө яҡлап баһалау шкалаһы[5] һәм үҫмерҙәр өсөн «мөмкинлектәрҙе һәм хәүефтәрҙе баһалау» шкалаһы[6] яйлаштырыла. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Иосиф Наумович үҫмерҙәр девиантлығын төрлө яҡлап баһалау шкалаһын әҙерләү менән етәкселек итә[7].
Профессор Гурвичтың фәнни хеҙмәттәре фәндең төрлө өлкәләре араһында психологик белем үҫешенең иллюстрацияһына әүерелә. Фән докторы дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Социальная психология здоровья» темаһына диссертацияһы төп этабы була. Унда ил халҡының сәләмәтлегенә һиҙелерлек йоғонто яһаусы социаль-психологик күренештәрҙе һәм процестарҙы идентификациялау проблемаһы ентекләп асыла. Диссертация тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе буйынса «Социальная психология здоровья» монографияһы (1999) —1800 сығанаҡтарҙан торған библиография менән, шуларҙың меңдән ашыу инглиз телле 1023 битлек хеҙмәт нәшер ителә[8].
Наркомания һәм алкоголизмдың социаль контроле
үҙгәртергә2004—2008 йылдарҙа Гурвич етәкселегендәге команда Рәсәй Федерацияһында Федераль хеҙмәт менән берлектә наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса территориаль мониторинг системаһын төҙөй[9]. Мониторинг ойоштороу өсөн яуаплы федераль хеҙмәт һәм төбәк хакимиәт хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттарында уҡыу һәм тикшеренеү саралары үткәрә. Наркотиктар һәм енәйәттәр буйынса Финляндия Хөкүмәте, Швеция Хөкүмәте һәм БМО Идаралығы ярҙамында 2009—2010 йылдарҙа «Координация исследования употребления психоактивных веществ среди учащихся на территории Северо-Западного федерального округа РФ» проекты тормошҡа ашырыла[10].
Енси юл менән тапшырылыусы ВИЧ һәм йоғошло ауырыуҙарҙың социаль эпидемиологияһы (ИППП)
үҙгәртергәВИЧ йөрөтөүсе пациенттар араһында био-тәртип тикшеренеүҙәре буйынса Рәсәй Федерацияһында беренсе методик документтары Пастер исемендәге эпидемиология һәм микробиология ҒТИ-ның СПИД-ҡа ҡаршы профилактика һәм көрәш буйынса Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Төньяҡ-Көнбайыш округ үҙәге менән берлектә Гурвич етәкселегендә үткәрелгән Рәсәй тикшеренеүселәренең тәжрибәһе нигеҙендә эшләнә[11].
Проституцияның социаль контроле
үҙгәртергәГурвич РФ федераль округының Төньяҡ-көнбайыш территорияһында үткән «Социология российской проституции» методологик тикшеренеүҙәр циклына ҙур өлөш индерә[12].
Бәлиғ булмағандарҙы енси эксплуатациялауға ҡаршы
үҙгәртергәГурвич инициативаһы буйынса «Коммерческая сексуальная эксплуатация несовершеннолетних в Санкт-Петербурге и Северо-Западном регионе России» тикшеренеүҙәр циклы 1999 —2000 йылдарҙа ошо проблемаларҙы беренсе Рәсәй тикшеренеү эше була[3][13].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Гурвич И. Н. Социально-психологические факторы эффективности врачебной деятельности: дис. канд. психол. наук: 19.00.05 / И. Н. Гурвич; Ленинградский гос. ун-т им. А. А. Жданова. Л., 1981. Автореф. 22 с.
- ↑ Гурвич И. Н. Социальная психология здоровья: Автореф. дис. на соиск. учен. степ. д. психол. н.: Спец. 19.00.05 / С.-Петерб. гос. ун-т. — СПб., 1998. — 42 с.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Научная школа общественного здоровья И. Н. Гурвича (1952—2014) / Дубровский Роман Геннадьевич, Одинокова Вероника Александровна // Известия Российского государственного педагогического университета имени А. И. Герцена. — Санкт-Петербург, 2018. — N 187. — С. 165—176)
- ↑ Гурвич И. Н. Тест нервно-психической адаптации // Вестник гипнологии и психотерапии. 1992. № 3. С. 46-53
- ↑ Гурвич И. Н., Русакова М. М., Малахов Ю. К., Бочаров А. В., Антонова Н. А. Шкала всесторонней оценки психического состояния: Методическое руководство // Изд-во СПбГУ, СПб., 2003. 60 с.
- ↑ Гурвич И. Н., Антонова Н. А., Дубровский Р. Г. Диагностика и прогнозирование отклоняющегося поведения подростков в образовательной среде: Учебно-методическое пособие. — М.: РБФ НАН, 2012. − 144 с.
- ↑ Гурвич И. Н. Особенности социального конструирования подростковой девиантности основными группами представителей учебно-воспитательного персонала общеобразовательных школ // Вестник СПбУ. Серия 16. 2014. Вып. 3. С. 51-63
- ↑ Гурвич И. Н. Социальная психология здоровья. СПб.: Изд-во СПбГУ, 1999. — 1023 с.
- ↑ Научно-методические основы территориального мониторинга наркоситуации: Методическое пособие. — 2-е изд., доп. — СПб.: Изд-во С.-Петерб. ун-та, 2006. — 175 с.
- ↑ Отчет «Изучение употребления психоактивных веществ среди учащихся в возрасте 15-16 лет в Северо-Западном Федеральном округе Российской Федерации», СПб, 2011 (Полная версия отчета доступна по адресу: http://psy.spbu.ru/science/otchet.pdf (недоступная+ссылка), ФОУ ВПО «Санкт-Петербургский государственный университет», факультет психологии).
- ↑ Смольская Т. Т. Третьякова В. И. Огурцова С. В., Шилова Е. А., Яковлева А. А., Гурвич И. Н., Русакова М. М. Эпидемиологический надзор за ВИЧ-инфекцией: организация и содержание комплексных сероэпидемиологических и поведенческих исследований в уязвимых группах населения: методические рекомендации. СПб, Санкт-Петербургский НИИ им. Пастера, 2009, 76 с.
- ↑ Гурвич И. Н. Консервативный и либеральный подходы в деятельности институтов общественного здравоохранения в России: модели превенции в условиях эпидемии ВИЧ-инфекции // Русский журнал «СПИД, рак и общественное здоровье». 2005. Том 9. № 3. С. 41-46.
- ↑ Гурвич, И. Н. Русакова М. М., Пышкина Т. В., Яковлева А. А. Коммерческая сексуальная эксплуатация несовершеннолетних в Санкт-Петербурге и Северо-Западном регионе / Санкт-Петербург в зеркале социологии: сборник статей / ред. В. В. Козловский. — СПб: Социологическое общество им. М. М. Ковалевского, 2003. — С .412-443.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт «Гурвич Иосиф Наумович. Учёный и Учитель» 2022 йыл 24 июль архивланған.
- Статья на сайте «Психологической газеты»
- Цветкова Л. А., Антонова Н. А., Колпакова О. И. И. Н. Гурвич — основатель научной школы «Социальная психология здоровья» в России 2022 йыл 26 май архивланған. // Медицинская психология в России: электрон. науч. журн. — 2015. — № 6(35).
- Дубровский Р. Г., Одинокова В. А. Научная школа общественного здоровья И. Н. Гурвича (1952—2014) // Известия Российского государственного педагогического университета имени А. И. Герцена. — Санкт-Петербург, 2018. — N 187. — С. 165—176.
- Сайт Региональной общественной организации социальных проектов в сфере благополучия населения «Стеллит» 2022 йыл 16 май архивланған.