Гудиашвили майҙаны

Тбилисиҙың тарихи Сололак районындағы майҙан.

Гудиашвили майҙаны (груз. ლადო გუდიაშვილის მოედანი) — Тбилисиҙың тарихи Сололак районындағы майҙан. Майҙанға Лермонтов Беглар Ахоспирели Джибладзе урамдары килеп тоташа.

Гудиашвили майҙаны
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Тбилиси
Урын Тбилиси
Карта
 Гудиашвили майҙаны Викимилектә

Гудиашвили майҙаны. Үҙәктә, һәйкәл менән стилләштерелгән балкон артында — «Лермонтов йорто»

Батша улы Вахушти һүрәтендә (1735 йыл)[1], Тбилиси беренсе планда күрһәтелгән, бында «Бежан баҡсаһы» урынлашҡан. Эргәһендә урынлашҡан Мугнин Изге Георгий сиркәүе[2] буйынса Мугнин майҙаны тип атала. 1827 йылда генерал И. Ф. Паскевич яулаған фарсы ҡәлғәһе Ғәббәс-Абад исеменән Ғәббәс-Абад майҙаны тип аталған.

Совет осоронда (1923 йылдан) рәсәй революционеры Степан Алавердов хөрмәтенә Алаверд майҙаны тип йөрөтөлгән.

Хәҙерге исемен ул 1988 йылда Ладо Гудиашвили (1886—1980) — билдәле грузин рәссамы хөрмәтенә алған.

2015 йылдың мартында Гудиашвили майҙанында тарихи төҙөлөштө[3].консервациялау планы буйынса эштәр башлана. Майҙанды емереп ҡабаттан ҡороу реконструкциялау, яңы археологик материалдар бирә[4]

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
 
«Лермонтов йорто»

Майҙандың яҡынса 2-се йортонда («Лермонтов йорто») М. Ю. Лермонтов Кавказда (Түбәнге Новгород драгун полкында)[5][6] хеҙмәт иткән ваҡытында булыуы мөмкин булған.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

Гудиашвили майҙаны, бәлки, рәссам Нико Пиросмани үҙенең һөйөклөһө — француз актрисаһы Маргарита Севр хөрмәтенә — шул майҙанды әскәләр менән тултырған тигән легендаға бәйле булғандыр, йыр тексының нигеҙендә Алла Пугачёваның «Миллион ал рауза» йырының сюжеты ята. Легенданың икенсе фаразы буйынса, йортта йәшәүсе Маргарита йәшәгән йорттоң тәҙрәләре майҙанға түгел, ә Сололакиҙың бөтә районы тиерлек торған ғәҙәти бер тар урамға сыҡҡан икән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Гудиашвили урамы

ენციკლოპედია «თბილისი». 2002

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Город, уходящий в прошлое, или Площадь Гудиашвили в ожидании будущего Ҡалып:Старый Тбилиси