Грузия һынлы сәнғәт музейы

шәхси художество музейы

Грузия һынлы сәнғәт музейы (груз. ქართული სახვითი ხელოვნების მუზეუმი) ―шәхси художество музейы, Тбилисиҙа (Грузия) Руставели проспектында урынлашҡан[1]. Музейҙа Грузиялағы «Магтиком» (MagtiCom) иң ҙур телекоммуникация компанияһына нигеҙ һалыусы Джордж (Джиа) Джохтаберидзе һәм Манана Шевардадзе ғаиләһенең шәхси сәнғәт әҫәрҙәре коллекцияһы урынлашҡан[2]

Грузия һынлы сәнғәт музейы
груз. ქართული სახვითი ხელოვნების მუზეუმი
Нигеҙләү датаһы 26 сентябрь 2018
Логотип
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Тбилиси
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Тбилиси, Грузия
Төп тема сәнғәт
Рәсми сайт finearts.ge/en
Карта
 Грузия һынлы сәнғәт музейы Викимилектә

 
Руставели проспектындағы Грузия һынлы сәнғәт музейы

Джордж (Джиа) Джохтаберидзе һәм уның ҡатыны Манана Шеварднадзе 1990-сы йылдарҙа сәнғәт әҫәрҙәрен йыя башлай. Уңышлы эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән һуң Джохтаберидзе шәхси коллекцияһы өсөн сәнғәт әҫәрҙәрен һатып ала башлай. Тиҙҙән ул, әгәр уның коллекцияһы бөтә донъя буйлап тейешле һаҡлауһыҙ, асыҡ күргәҙмәләрһеҙ таралһа, ул мәңгегә юғаласағын аңлай. Әҫәрҙәрҙең күп өлөшө Советтар Союзы осоронда ижад ителгән, шуға күрә картиналар донъяла киң билдәле булмай. Шулай итеп, Джохтаберидзеның грузин сәнғәтен йыйыу, тергеҙеү һәм һаҡлау идеяһы тыуа.

Башта музейҙың яңы бинаһын төҙөү күҙалланмай, коллекционер бөтә картиналарҙы Грузияның дәүләт музейҙарына тапшырырға йыйына. Әммә СССР тарҡалыуы һәм унан һуңғы йылдарҙағы иҡтисади һәм гражданлыҡ тетрәнеүҙәр арҡаһында дәүләт музейҙары ауыр хәлдә ҡала һәм бөтә әҫәрҙәрҙе лә ҡабул итә алмай[3].

Грузиялағы иң ҙур телекоммуникация компанияһын етәкләгән Джохтаберидзе Грузия һынлы сәнғәт музейы һәм Сәнғәт йорто биналары комплексын төҙөргә ҡарар итә.

Төҙөлөш 2013 йылда башлана һәм Грузияла художество күргәҙмәләрен үткәреү өсөн махсус төҙөлгән берҙән-бер бина булып тора. Музей 2018 йылдың 26 сентябрендә рәсми рәүештә, ә килеүселәр өсөн 2018 йылдың 2 асыла. Музейҙа һуңғы 70 йылда 80-дән ашыу рәссам, шул иҫәптән Сергей Параджанов ижад иткән 3500-ҙән ашыу сәнғәт әҫәре һаҡлана[4][5].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Georgian Fine Arts Museum to Open to Public from October 2, Georgia Today (27 September 2018). 11 ғинуар 2019 тикшерелгән. 2019 йыл 10 ғинуар архивланған.
  2. Грузинский музей изящных искусств — Georgian Museum of Fine Arts
  3. They just trusted me - George Jokhtaberidze - Nature. Scribd.com. Дата обращения: 25 ғинуар 2019.
  4. GMOFA. Finearts.ge. Дата обращения: 25 ғинуар 2019.
  5. 03/ ГРУЗИЯ для всех