Грузия аграр университеты
Грузия аграр университеты (груз. საქართველოს აგრარული უნივერსიტეტი) — Тбилиси ҡалаһында ауыл хужалығы профилендәге шәхси юғары уҡыу йорто. 1929 йылда асылған.
Грузия аграр университеты | |
груз. აგრარული უნვიერსიტეტი | |
Нигеҙләү датаһы | 1929 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Грузинский сельскохозяйственный институт, Грузинский зоотехническо-ветеринарный институт, Грузинская государственная зоотехническо-ветеринарная академия, Грузинский государственный зоотехническо-ветеринарный университет һәм Gürcüstan Kənd Təsərrüfatı İnstitutu |
Кем хөрмәтенә аталған | Берия Лаврентий Павлович |
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Тбилиси |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | agruni.edu.ge |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Аграрного университета Грузии[d] |
Тарихы
үҙгәртергә1917 йылда Юғары техник институттың ауыл хужалығы бүлегендә ике ауыл һәм урман хужалығы факультеты эшлләй. 1919 йылда Дәүләт университетында ауыл хужалығы факультеты асыла, 1-21 йылда яңы асылған факультет нигеҙендә агрономия факультеты ойлшторола.
1929 йылда Тбилиси дәүләт университетының агрономия факультеты базаһында Грузия ауыл хужалығы институты төҙөлә.
1932 йылда ауыл хужалығы институтынан зоология факультеты айырылып сыға һәм уның базаһында Зоотехника ветеринария институты төҙөлә. Был институт 1959 йылда Грузияның Ветеринария тикшеренеүҙәре институтына тапшырыла һәм Зоотехния-ветеринария уҡыу-тикшеренеү институты исемен ала.
1970 йылға торошло Грузия ауыл хужалығы институтында түбәндәге факультеттар эшләй: агрономия, еләк-емеш, виноградсылыҡ һәм ауыл хужалығы продукттары технологиялары; ебәк; урман хужалы4ы; ауыл хужалығын механикалаштырыу һәм электрификациялау; ситтән тороп уҡыу һәм ауыл хужалығы белгестәренең квалификацияһын күтәреү факультеты.
1999 йылда юғары уҡыу йорто Грузия Дәүләт зоология һәм ветеринария академияһы исемен алды. 2003 йылдан Грузия Дәүләт зоология-ветеринария университеты тип исеме үҙгәртелде. Артабан университетҡа Батуми дәүләт университетының ауыл хужалығы факультетының бер өлөшө, шулай уҡ төбәк учреждениелары һәм филиалдары инде.
2011 йылдан Грузия аграр университеты тип атала.
1946 йылда Грузия ауыл хужалыгы институты Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. СССР-ҙа бик аҙ вуздар ғына бындай наградаға лайыҡ була.
2015 йылға торошло Грузияның иң популяр ун университеты араһында Грузия аграр университеты дүртенсе урында.[2]
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Грузинскому зоотехническо-ветеринарному учебно-исследовательскому институту 50 лет. Тбилиси : Сабчота Сакартвело, 1983.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт (груз.)