Грузияның дәүләт ебәк музейы

Грузияның дәүләт ебәк музейы (груз. აბრეშუმის სახელმწიფო მუზეუმი) — Грузия мәҙәниәт учреждениеһы. Тбилисиҙа урынлашҡан, Георгий Цабадзе урамы, 6.

Грузияның дәүләт ебәк музейы
груз. აბრეშუმის სახელმწიფო მუზეუმი
Нигеҙләү датаһы 1887
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Тбилиси
Рәсми сайт silkmuseum.ge
Карта
 Грузияның дәүләт ебәк музейы Викимилектә

Экспозицияһы

үҙгәртергә

Экспозицияһында ҡурсаҡ көбөнөң, ебәк күбәләгенең һәм күбәләктәрҙең 5000-дән ашыу төр һәм сорты, шулай уҡ тут үҫемлектәре өлгөһө, тәбиғи һәм синтетик буяуҙар, ебәк продукцияһының киң ассортименты һәм башҡалар бар.

Тбилисиҙа 1887 йылда [1] Кавказда ебәк сәнәғәте менән таныштырыу маҡсатында ебәк белгесе һәм билдәле тикшеренеүсеһе Николай Шавров тарафынан төҙөлгән.

Музей бинаһын (архитектура ҡомартҡыһы) 1892 йылда архитектор Александр Шимкевич төҙөй.

Музей янында халыҡ уҡытыусылары өсөн ебәкселек буйынса практик һәм теоретик курстар уҙғарылған, китапхана, лаборатория һ.б. булған.

  • Свириденко О. Н. Тбилиси за неделю. Путеводитель. — С. Петербург: Своё издательство, 2015. 174 с. ISBN 977-5-4386-0854-7
  • Арджеванидзе И. А. Военно-Грузинская дорога : Краевед. очерк / И. Арджеванидзе. — Тбилиси : Техника да шрома, 1950 (тип. «Заря Востока»). — 161 с. : ил.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Григорій Москвичъ Иллюстрированный практическій путеводитель по Кавказу. Одесса, 1899

Һылтанмалар

үҙгәртергә