Грицай Сергей Иванович
Грицай Сергей Иванович (14 февраль 1951 йыл) — Рәсәй хореографы, режиссер, пластика буйынса педагог. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003)[1], Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984, 1988)[2], Бөтә Союз балетмейстерҙар конкурсы лауреаты (1984, 1988). Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты (2004)[1]. Башҡорт опера һәм балет театры хореографы.
Грицай Сергей Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 февраль 1951 (73 йәш) |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | хореограф |
Уҡыу йорто | А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСергей Иванович Грицай 1951 йылдың 14 февралендә Ленинград ҡалаһында тыуған. А. Я. Ваганова исемендәге хореография училищеһын тамамлағандан һуң, 1984 йылда, Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Ленинград дәүләт консерваторияһының балетмейстерҙар бүлеген (педаготары: проф. И. Бельский, Н. Боярчиков, А. Макаров) тамамлай. 1986 йылда мәҙәниәт министрлығы эргәһендәге юғары режиссерҙар курсында белемен камиллаштыра. Л. Якобсондың «Хореографик миниатюралар» Ленинград дәүләт балет труппаһында стажировка үтә.
Дебюты: С. Рахманиновтың «Алеко» операһында бейеүҙәр.
С. Спивак, В. Фокин, А Калягин, Г. Козлов, Г. Дитятковский, А Галибин, В Фильштинский кеүек режиссерҙар менән хеҙмәттәшлек итә. Мариин театрында А. Кончаловский, Ю Александров һәм дирижер В. Гергиев һәм башҡа күп кенә театр эшмәкәрҙәре менән эшләй.
Рәсәй, Германия, Нидерланд, Швейцария, Бельгия, Англия, Италия,Испания, АҠШ театрҙарында эшләй[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре;
- Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984, 1988);
- «Алтын битлек» Рәсәй Милли театраль премияһы лауреаты («Потерянные в звездах» спектакле өсөн)[2].
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2015)[3].
- Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты — «Ревизор» спектакле өсөн (2004)[1]