Григорьев Александр Владимирович

инженер-механик, дәүләт органдары хеҙмәткәре

Григорьев Александр Владимирович (9 сентябрь 1952 йыл) — инженер-механик, хужалыҡ, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2002—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты Аппараты Етәксеһе урынбаҫары һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе урынбаҫары. Өсөнсө класлы ғәмәлдәге дәүләт кәңәшсеһе. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.

Григорьев Александр Владимирович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 сентябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-механик, дәүләт хеҙмәткәре
Эш урыны Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Александр Владимирович Григорьев 1952 йылдың 9 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. Өфө нефть институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда Өфөләге 2-се ТЭЦ-та электромонтёр булып башлай.

1977 йылдан Өфө яҙыу машинкалары заводында инженер.

1981 йылдан КПСС-тың Өфө ҡалаһы Октябрь район комитеты инструкторы. 1982 йылдан Өфө ҡалаһы Октябрь район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.

1986 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының ойоштороу бүлеге мөдире урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының Эштәр идарасыһы урынбаҫары, 2000 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының Эштәр идарасыһы урынбаҫары — ойоштороу–техник идаралыҡ начальнигы.

2001 йылдан Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты Аппараты Етәксеһе урынбаҫары — ойоштороу–техник идаралыҡ начальнигы.

2002—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты Аппараты Етәксеһе урынбаҫары һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе урынбаҫары.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» билдәһе.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә