Грибушин йорто
Грибушин йорто — Пермь ҡалаһында модерн элементтары менән барокко стилендәге йорт, архитектура ҡомартҡыһы. Исемен бина хужаһы сауҙагәр Сергей Михайлович Грибушин исеменән ала. Ленин урамы, 13а адресы буйынса урынлашҡан.
Грибушин йорто | |
Кем хөрмәтенә аталған | Грибушин, Сергей Михайлович[d] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ленин районы[d] |
Урынлашҡан урамы | улица Ленина[d] |
Хужаһы | Грибушин, Сергей Михайлович[d] |
Архитектор | Александр Бонавентурович Турчевич[d] |
Архитектура стиле | архитектура модерна[d] һәм архитектура барокко[d] |
Обитатель | Пермский научный центр УрО РАН[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Адрес | Пермь, улица Ленина, 13а |
Грибушин йорто Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәСауҙагәр Грибушин Сергей Михайлович йорто 1895—1897 йылда Пермь архитекторы А. Турчевич тарафынан модерн стилендә төҙөлгән[1]. Айырым йорт 1895—1897 йылдарҙа чиновник Кашперов ғаиләһе өсөн төҙөлә, 1899 йылда уны миллионер улы Поклевский-Козелл һатып ала[2]. 1905 йылда йортто Сергей Михайлович Грибушин һатып ала һәм үҙенсә яңынан үҙәгртеп төҙөй. Нәҡ унда 1915 йылға вафатына тиклем йәшәй һәм йорт тол ҡатыны Грибушина Анна Никитична милегенә күсә. 1919 йылда Грибушина сит илгә эмиграцияға китә.
1919 йылдың 3 мартынан алып йортта офицерҙар кибете, һуңынан — хәрби госпиталь урынлаша. 1921 йылдан ҡала туберкулез диспансерының балалар бүлексәһе урынлаша. Ә 1922 йылдан алып бында балалар өсөн дауахана асыла[3], 1988 йылдан Рәсәй фәндәр академияһының Пермь фәнни үҙәге урынлаша. Әлеге ваҡытта ла бында Рәсәй фәндәр академияһының Пермь фәнни үҙәге урынлашҡан.
1987—1995 йылдарҙа йорт яңынан тергеҙелә, әммә аҡса етмәү сәбәпле, тик бинаның фасады ғына буяла, өҫтәүенә, хәйриә ярҙамы буяуҙарына ғына. Шуға күрә, 2008 йылда бина аҡһыл күк төҫтә була[4]
2009 йылда бинаның фасадтарын яңынан реконструкциялау башлана.
Нәҡ ошо йорт Борис Пастернактың «Доктор Живаго» романында «фигуралар менән йорт» булараҡ һүрәтләнә[5].
Архитектураһы
үҙгәртергә-
Фасад үҙәге
-
Һылап яһалған биҙәктәре
-
Һылап яһалған биҙәктәре
-
Ҡыйыҡтағы скульптуралары
Грибушин йорто бинаһы аҡһыл ҙәңгәр төҫтәрҙә, фасадтары колонналар менән бүленгән [2]. Пермь ҡалаһында иң матур бина. Бинаның стеналары ҡатлаулы һәм эске ҡатламы кирбестән, ә уртаһында — ҡарағас олондары. Йорт фасадтарында ла, бүлмәләрендә лә һылап биҙәлгән. Һылап биҙәүҙе үҙөйрәнсек рәссам Петр Агафьин башҡарған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөҙҙәре Грибушиндарҙың ғаилә альбомындағы фотоһүрәттәрҙән алып үтәлгән[3]
Мәҙәни эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1992 йылдан Рәсәй фәндәр академияһының Пермь фәнни үҙәге бинаһында элекке хужалары Грибушиндар ваҡытында булған мәҙәни традицияларҙы тергеҙеү башлана. Шул саҡта ҡунаҡтар бүлмәһендә драма сәнғәтенең һәүәҫкәрҙәр түңәрәгенең постановкалары булған. Йорт хужалары бында урындағы зыялыйҙарҙы музыкаль кисәләргә йыйған.
Хәҙер ҡала берләшмәһенең фәнни һәм мәҙәни тормошона ҡунаҡ бүлмәһендә ай һайын классик камера музыка концерттары инә[6]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ О доме Грибушина 2008 йыл 31 ғинуар архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 Страницы истории художественной культуры Прикамья. — Пермь: Книжный мир, 2006.
- ↑ 3,0 3,1 Спешилова Е. Старая Пермь: Дома. Улицы. Люди. 1723-1917. — Пермь: Курсив, 1999. — 580 с. — 5000 экз.
- ↑ Фасад дома Грибушина снова разрушается. — Комсомольская правда.
- ↑ В. Абашев, А. Фирсова. Берегом Камы от дома Люверс… 2007 йыл 16 октябрь архивланған. // Журнал «Филолог», № 1, 2002 г.
- ↑ Пермский научный центр УрО РАН. Историко-культурная деятельность.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Страницы истории художественной культуры Прикамья. — Пермь: Книжный мир, 2006.
- История Архитектуры. Под ред. Н. В. Баранова в 12 тт. — М., т.2.
- Спешилова Е. Старая Пермь: Дома. Улицы. Люди. 1723-1917. — Пермь: Курсив, 1999. — 580 с. — 5000 экз.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- О доме С. М. Грибушина 2008 йыл 31 ғинуар архивланған.
- Дом Грибушина в Перми - фото и описание
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Архитектура и достопримечательности Перми
- Александр Бонавентурович Турчевич — архитектор здания.