Грасси музейы (нем. Grassimuseum, шулай уҡ Museen im Grassi) — Лейпцигтағы ҙур музей комплексы. 1925—1929 йылдарҙа төҙөлгән бинала Лейпциг этнография музейы (нем. Museum für Völkerkunde zu Leipzig), Биҙәү-ҡулланма сәнғәте музейы (нем. Museum für Angewandte Kunst) һәм Лейпцигский университетының Музыка ҡоралдары музейы (нем. Museum für Musikinstrumente der Universität Leipzig) урынлашҡан.

Грасси музейы
нем. Grassimuseum, Museen im Grassi
Нигеҙләү датаһы 1925
Рәсем
Дәүләт  Германия[1]
Административ-территориаль берәмек Лейпциг[1]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Архитектура стиле архитектура модерна[d]
Рәсми асылыу датаһы 1929
Мираҫ статусы мәҙәниәт ҡомартҡыһы[d]
Адрес Johannisplatz 5; 7; 9; 11[2]
Рәсми сайт grassimuseum.de
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Grassimuseum[d]
Карта
 Грасси музейы Викимилектә

Музей Франц Домино Грасси (1801—1880) — үлгәндән һуң ҡалаға 2 миллион марка васыят иткән итальян сығышлы Лейпциг сауҙагәре хәрмәтенә атала. Был аҡсаға ҡалала бер нисә әһәмиәтле архитектура проекты тормошҡа ашырыла: икенсе Гевандхаус, Август майҙанында необарокко стилендәге Менда фонтаны төҙөлә.

Тарихи очерк

үҙгәртергә

Башта музей Король майҙанда (нем. Königsplatz; хәҙер — Вильгельм Лейшнер майҙаны), 1882—1895 йылдарҙа уның өсөн махсус төҙөлгән бинала урынлаша (бөгөн унда Лейпциг ҡала китапханаһы), үҙ эсенә Этнография музейын һәм Биҙәү-ҡулланма сәнғәте музейын ала.

Әммә XX быуат башында уҡ музей коллекцияһы арта, уның яңы бинаға күсеү ихтыяжы тыуа. Архитектура конкурсын иғлан итеү һәм артабанғы төҙөлөш инициаторы булып 1896—1929 йылдарҙа музей директоры булған Рихард Грауль тора.

 
Вильгельм Лейшнер майҙанында Грасси музейының элекке бинаһы

Грассиҙың яңы музейы архитекторҙар Карл Цвек(нем. Carl William Zweck, 1878—1951) һәм Ганс Фогт (Hans Voigt, 1879—1953) проекты буйынса дөйөм Хуберт Риттер етәкселегендә Франц Доминик Грасси ҡалдырған аҡсаға 19251929 йылдарҙа Иҫке ҡаланың көнсығыш ситендә, Урта быуаттарҙағы Изге Иоанн госпитале территорияһында төҙөлә һәм Веймар республикаһы дәүеренең бик аҙ ҡалған музей комплекстарының береһе булып һанала. Ар-деко һәм яңы предметлылыҡ стиле һыҙаттарын үҙенә алған бина архитектура планында бер-береһе менән тоташып, дүрт эске ихата тирәһендә өймәкләшкән ике һәм өс ҡатлы корпустар ансамблен тәшкил итә.

Музей Икенсе донъя һуғышы ваҡытында, бигерәк тә 1943 йылдағы авиация һөжүме ваҡытында етди зыян күрә, экспонаттарының байтаҡ өлөшөн юғалта. Тергеҙеү эштәре 19471954 йылдарҙа дауам итә.

1981 йылда йылытыу системаһындағы ҙур авария һөҙөмтәһендә Грасси музейы дүрт йылға эшмәкәрлеген туҡтатып тора. Әммә артабанғы йылдарҙа ла, 1994 йылға тиклем, был йәһәттән музей даими экспозицияларын күрһәтеүҙә ҙур ҡыйынлыҡ кисерә.

2001 йылда Грасси музейы, айырыуса ҡиммәтле милли байлыҡ булараҡ, Зәңгәр китапҡа (нем. Blaubuch) — Германияның көнсығышындағы иң мөһим мәҙәни учреждениелар исемлегенә индерелә. Киләһе, 20012005 йылдарҙа бина капиталь реставрацияға дусар була, уның барышында — экономия маҡсатында — музейҙы яһалма яҡтыртыу концепцияһы тормошҡа ашырыла. 2007 йылдың декабрендә, оҙайлы реставрациянан һуң, ниһайәт, Биҙәү-ҡулланма сәнғәте музейының яңы экспозицияһы асыла. Бөгөн ул комплекстың ҙур өлөшөн алып тора.

2010 йылда төп баҫҡыста һуғыш ваҡытында юғалтылған Йозеф Альберстың хәдожестволы тәҙрәләре һәм 1930 йылдар башындағы яҡтыртҡастар тергеҙелә.

Музей коллекциялары

үҙгәртергә
 
Колонналар залы

Биҙәү-ҡулланма сәнғәт музейы

үҙгәртергә

Музейға 1874 йылда нигеҙ һалына һәм ул Германияла (1868 йылда асылған Берлин музейынан ҡала) ололоҡ буйынса икенсе биҙәү-ҡулланма сәнғәте музейы булып тора. Бөгөн уның коллекцияһында 90 меңдән ашыу объект, график эштәрҙең киң тупланмаһы (50 меңдән ашыу бит) һәм фотоһүрәттәр (яҡынса 75 мең дана) иҫәпләнә. Бынан тыш, музейҙың составында 60 меңдән ашыу том булған ғилми китапхана бар.

Музей Европа һәм донъя сәнғәте әйберҙәрен йыя, шул уҡ ваҡытта 19201930 йылдарҙағы модернизм сәнғәтенә төп баҫым яһай һәм Европала шул йүнәлештәге иң яҡшы коллекцияға эйә.Музейҙың даими күргәҙмәһе өс ҙур бүлеккә бүленә: «Антиклыҡтан тарихилыҡҡа тиклем», «Азия сәнғәте. Европа өсөн илһам» һәм «Модерндан хәҙерге заманға тиклем».

Лейпциг Этнография музейы

үҙгәртергә
 
Африка бүлеге витринаһы

Этнография музейы 1869 йылда төҙөлә һәм 2004 йылдан, Дрезден, Гернгут этнография музейҙары менән бер рәттән, Саксония Дәүләт этнография тупланмалары составына инә (2010 йылдан һуңғыһы менән Дрездендың Дәүләт художество тупланмаһы өлөшө булып тора). Уның коллекцияһы бөтә донъянан, тәү сиратта, Африка, Азия, Австралия һәм Океаниянан 200 меңдән ашыу экспонаттан тора; күргәҙмәнең ҙур булмаған өлөшө Рәсәйҙеңсебер халыҡтарына бирелгән (атап әйткәндә, эвенк шаманы костюмын күрергә була).

Лейпциг университетының Музыка ҡоралдары музейы

үҙгәртергә
 
Музей коллекцияһындағы верджинел (клавесин төрө)

Музыка ҡоралдары музейы Грасси музейының төньяҡ ҡанатында урынлашҡан, Лейпциг университетының бер өлөшө булып тора һәм 1929 йылдың 30 майында асыла. Бында тәҡдим ителгән коллекция (дөйөм алғанда, 10 меңдән ашыу объект) XIX быуат аҙағына: Поль де Вит (нем. Paul de Wit, 1852—1925), Вильгельм Гейер (Wilhelm Heyer, 1849—1913) Алессандро Краус и (нем. Alessandro Kraus, 1853—1931) тупланмаларына барып тоташа. Музейҙың даими экспозицияһы музыка тарихы һәм музыка ҡоралдарына бағышлана, шулай уҡ Лейпциг ҡалаһының музыка тарихын сағылдыра (Йоһанн Себастьян Бах ижадына айырым бүлек арналған). Экспонаттарҙың иң боронғолары XVI быуатта эшләнгән.

Музей бинаһында Лейпциг университеты, Музыка һәм театр юғары мәктәбе студенттары өсөн даими рәүештә лекциялар һәм семинарҙар үтә.

  • Dorothee Reimann: Alle drei. Museum wieder vereint. In: Monumente, Magazin für Denkmalkultur in Deutschland, H. 11/12 Dezember 2007, S. 70, ISSN 0941-7125
  • Olaf Thormann: GRASSI-Museum Leipzig — Die Architektur. Leipzig, Passage-Verlag 2007
  1. 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  2. ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattetБерлинская государственная библиотека, 2016.