Медуза горгона
Медуза горгона (дөрөҫөрәге Медуса, боронғо грек телендә Μέδουσα — «һаҡсы, яҡлаусы, хаким») — өс ҡәрҙәш горгонаның иң билдәлеһе, ҡатын-ҡыҙ йөҙлө һәм йылан сәсле ғифрит[1]. Уның ҡарашы кешеләрҙе ташҡа әйләндергән. Персей тарафынан үлтерелә. «Одиссей»ҙа телгә алына (XI 634).
Миф
үҙгәртергәМедуза горгонаның сығышы
үҙгәртергәДиңгеҙ аллаларының береһе Форкий һәм Кетоның төпсөк ҡыҙы (башҡа фараз буйынса, Горгон ҡыҙы[2]). Унан башҡа горгоналар үлемһеҙ, тик Медуза ғына үлемле була.
Мифтың һуңғы версияһы Овидийҙың «Метаморфоза»һында бирелгән буйынса, Медуза матур сәсле ҡыҙ була. Посейдон алла уны эҙәрлекләй башлай[3], яҡлау эҙләп Медуза Афинаның храмына ҡаса. Посейдон ҡошҡа әүерелеп храмға инә һәм теләген тормошҡа ашыра. Афина ҡыҙға ярҙам итмәгәне генә етмәгән, Медузаның сәстәрен йыландарға әйләндерә[4].
Медузаның үлеме
үҙгәртергәПерсейҙың әсәһе Данаяға ғашиҡ булған Полидект батша Персейҙан ҡотолор өсөн уны Медуза горгонаны юҡ итергә ебәрә. Афина һәм Гермес аллалар Персейға ярҙам итәләр. Аллаларҙың кәңәше буйынса Персей башта күрәҙәсе өс ҡарсыҡты — ҡәрҙәш Грайиҙарҙы таба, уларҙың өсөһөнә бер генә күҙ һәм бер теш була. Персей хәйлә ярҙамында уларҙың күҙен һәм тешен урлай, аҙаҡ уларҙы Таларииҙарға — ҡанатлы сандалиҙарға алыштыра. Грайиҙар уға Нимфаларға юл күрһәтәләр. Нимфалар уға кейгән кешене башҡаларҙың күҙенә күрендермәгән Аиданың бүреген, сандалиялар, һалған әйберҙең күләменә ҡарап йә ҙурайған йә бәләкәсәйгән тылсымлы моҡсай бүләк итәләр. Гермес уға ҡылыс бүләк итә, сөнки Персей менән Гермес туғандар, уларҙың аталары бер — Зевс. Нимфалар, ҡайһылыр фаразлауҙарҙа Грайиҙар Персейға горгонаға юлды өйрәтеп ебәрәләр. Был бүләктәр менән ҡоралланғас ҡына Персей горгонаға килә. Ҡанатлы сандалиҙарҙа һауаға күтәрелеп, ул алмас ҡылысы менән Медуза горгонаның башын сабып өҙә. Апалы-һеңлеле өс горгона араһында Медузаны ғына үлтереп була, ҡалғандары үлемһеҙ була. Алышҡанда Персей Медузаның үҙенә ҡарай алмай, сөнки Медуза горгонаның ҡарашы бөтә тере йәндәрҙе ташҡа әйләндерә. Батыр Афинаның ялтыр ҡалҡанына ҡарап һуғыша. Ғифриттең апаларынан Персей кейгән кешене башҡаларҙың күҙенә күрендермәгән кәпәсте кейеп ҡаса, ә Медуза горгонаның башын тылсымлы моҡсайына һала.
Был ярыш ваҡытында Медуза Посейдондан ауырлы була. Башһыҙ ҡалған Медузаның тәненән ҡан менән бергә уның Посейдондан булған балалары сыға, алпамыша Хрисаор (өс тәнле Гериондың атаһы) һәм ҡанатлы ат Пегас. Ливияның ҡомона тамған һәр тамсы ҡандан барлыҡҡа ағыулы йыландар барлыҡҡа килә, улар унда бар тереклекте юҡ итә. (Луҡан буйынса, был йыландар Ливий йыландары[5] тип аталған төрҙәр була: аспид, амфисбена, аммодит һәм василиск). Океанға аҡҡан ҡандан кораллдар барлыҡҡа килә.
Афина горгона Медузанан тамырҙарынан ағып сыҡҡан ҡанды Асклепийға бирә. Һул яғынан ағып сыҡҡан ҡан үлем килтерә, ә уң ағып сыҡҡан ҡанын Асклепий кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн файҙалана.
Медузаның башы
үҙгәртергәҠырҡылған Медуза горгонаның башы ҡарашы менән кешеләрҙе ташҡа әйләндереү һәләтен юғалтмай. Персей диңгеҙ ғифрите Кето (Китом) менән көрәштә Медуза горгонаның башын файҙалана. Кето горгоналарҙың әсәһе була. Посейдон уны Эфиопияны юҡ итергә ебәргән була. Персей ғифритте Медуза горгонаны еңеп ҡайтып барғанда күрә. Ул ҡаяға бығауланған батша ҡыҙы Андромеданы ашарға килгән була. Андромеданың әсәһе Кассиопея, мин нереидаларға ҡарағанда ла һылыуыраҡмын, тип маҡтанған булған. Ғәрләнгән алиһәләр Посейдондан Кассиопеянан был һүҙҙәре өсөн үс алыуын үтенгәндәр. Посейдон диңгеҙ ғифритен ебәрә. Кефей батшалығы ғифриттән юҡ итеү ҡурҡынысы аҫтында ҡала. Оракул Аммона, алиһәләрҙең ярһыуын баҫыр өсөн Кефей ҡыҙы Андромеданы ғифриткә ҡорбан итергә тейеш, тип иғлан итә. Кефей батшалығының халҡы Кефей батшаны был ҡорбанды килтерергә мәжбүр итә. Андромеданы ҡаяға бығаулап, ғифриткә ҡалдыралар. Был хәлдә уны Персей күреп ҡала. Персейҙың Андромеданың һылыулығына хушы китә. Персей, әгәр Андромеда уға кейәүгә сығырға риза булһа, ғифритты үлтерәсәген хәбәр итә. Атаһы шатланып ризалығын бирә, Персей ғифриткә Медуза горгонаның башын күрһәтә. Ғифрит ташҡа әүерелә. Диңгеҙ ғифритен үлтергәндән һуң Персей ҡанды Йоппа ҡалаһының һыуһаҡлағысында йыуа, һыу ҡыҙылға әйләнә. Туй барғанда Кассиопеяның ағаһы Андромеданың элекке кейәү егете менән килеп инә. Персей көндәшенә Медуза горгонаның башын күрһәтеп, уларҙы ташҡа әйләндерә. Бынан алда Персей горгоналар утрауы янында күк йөҙөн иңдәрендә тотоп торған титан Атлантты ташҡа әүерелдерә. Титан Атлас тауына әүерелә, тау хәҙерге Марокко ерендә урынлашҡан.
Серифҡа килгәс, Персей әсәһе Данаяны храмда таба, унда ул Полидектан ҡасҡан була. Персей шулай уҡ әсәһен эҙәрлекләгән Полидект батшаға һәм уның ярҙамсыларына ла Медуза горгонаның башын күрһәтеп, уларҙы ташҡа әйләндерә һәм Диҡтис утрауының хакимы булып китә. Медузаның башы Афинаның эгидаһына ("Афинаның күкрәге"нә[6]) урынлаштырыла — сәнғәттә әлеге башты алиһәнең яу кейеменең яурынында йә уның күкрәгендә һүрәтләйҙәр.
Павсаний фаразы буйынса,Медузаның башы Аргос майҙаны янында ер убала ята[7].
Антик сығанаҡтар
үҙгәртергә- Пиндар: "Двенадцатая пифийская ода"ла флейтаның барлыҡҡа килеүе тураһында былай тип әйтелә: Медуза горгона үлгән көндө апаларының ҡысҡырышҡан тауыштарын ишеткән Афина тәьҫирләнеп был музыка ҡоралын уйлап сығара.
Ышаныуҙар һәм амулеттар
үҙгәртергә- Сицилия утрауы электән горгоналар йәшәгән һәм Медуза үлтерелгән ер тип иҫәпләнә. Уның һүрәте әле лә был региондың флагында.
- Боронғо йондоҙло күгенең карталарында Персей Медузаның башын тотоп һүрәтләнә; Алголь йондоҙо (Персей йондоҙлоғонда) уның күҙе.
- Медузаның башы Сант-Петербургтың 1-се Инженер күперенең рәшәткәләрен һәм Йәйге баҡсаһының ҡоймаһын биҙәй.
Мәҙәниәттә
үҙгәртергә- Медуза Горгона хәҙерге феминисткаларҙың символы.
- Медуза Горгонаның хөрмәтенә 1875 йылда табылған 149 Медуза астероиды аталған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәМедуза горгона Викимилектә |
- Горгоны на theoi.com (рус.)
- Медуза горгона «Уйлап сығарылған йән эйәләре энциклопедияһы» сайтында. Галерея (рус.)
- Миф об убийстве горгоны в изложении Куна (рус.)
- Образ Медузы Горгоны в архаичном искусстве древней Греции (рус.)
- Скифская змеиная (змееногая) богиня-прародительница 2007 йыл 11 ноябрь архивланған. (рус.)