Горбань Виталий Иванович
Горбань Виталий Иванович (12 июль 1947 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1991—1992 йылдарҙа Халыҡ-ара «Восток» акционер банкының вице-президенты, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ депуттары советы, идара үҫеше һәм үҙидара мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Горбань Виталий Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 12 июль 1947 (77 йәш) |
Тыуған урыны | Ырымбур, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Биографияһы
үҙгәртергәГорбань Виталий Иванович 1941 йылдың 12 июлендә Ырымбур ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1965 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1959 йылда Өфө ситетик спирт заводында аппаратсы булып башлай. Өфө нефть институтын тамамлағас заводта мастер, смена начальнигы, өлкән инженер, төркөм етәксеһе, лаборатория начальнигы булып эшләй. 1973—1989 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетында паркомс екретары урынбаҫары, инструктор, бүлек мөдире урынбаҫары булып эшләй. 1986—1990 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡалаһы Орджоникидзе райкомының беренсе секретары. 1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары. 1991—1992 йылдарҙа Халыҡ-ара «Восток» акционер банкының вице-президенты, [1][2]
Октябрьский ҡалаһы 105-се Автозавод һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ депуттары советы, идара үҫеше һәм үҙидара мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104