Горабережоули һарайы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Горабережоули һарайы - (груз. გორაბერეჟოულის სასახლე) - Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡы.
Географияһы
үҙгәртергәГорабережоули һарайы Грузияның көнбайышындағы административ-территориаль берәмек Чохатаури муниципалитетындағы Горабережоули ауылында, атаҡлы баҡсаларҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәГорабережоули һарайы шулай уҡ Эристави ҡәлғәһе булараҡ та билдәле. Ул күркәм убала XVII - XVIII быуаттар арауығында төҙөлгән һәм хәрби тәғәйенләнешле булған.
17-се быуат ахырында Эристави ҡәлғәһе Гурия кенәзлегенең сәйәси үҙәге булып торған.
Һарай тирәһен дендрологик баҡсалар уратып алған, унда уникаль үҫемлектәр тупланған.
Ихатаның түбәнге яғында 19-сы быуатта һалынған бина бар. Һарай яҡшы һаҡланған.
Һарайҙы дүрт яҡтан бейеклеге - 5 метр, оҙонлоғо 25 метр диуарҙар уратып алған.
2006 йылда Горабережоули һарайы милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип танылған [1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Грузинская Советская Энциклопедия , Вып. 3, с. 221, Tб. 1978.
- Энциклопедия Грузии , вып. 2, стр. 98, Tб., 2012.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ рус. Указ Президента № 665, 2006 от 7 ноября, г. Тбилиси, о предоставлении категории государственного значения некоторым недвижимым памятникам культуры 2019 йыл 1 июль архивланған.