Горабережоули баҡсалары
Викидатала элемент тултырылмаған |
Горабережоули баҡсалары - Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡы.
Географияһы
үҙгәртергәГорабережоули баҡсалары Грузияның көнбайышындағы административ-территориаль берәмек Чохатаури муниципалитетындағы Горабережоули ауылында урынлашҡан.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәБаҡсалар 18 быуатта барлыҡҡа килтерелгән. Майҙаны 33 сутый. Парктың үҙәк өлөшөндә Эристави һарайы урынлашҡан.
Дендрологик паркта һирәк осрай торған үҫемлектәр тупланған: исемлектә ҡәләм ағасы, кәнфит ағасы, гигант секвойя, япон еләк ағасы, гинкго һәм башҡалар бар. Шулай уҡ бар биш континенттан 150 уникаль төр үҫемлектәр бар.
Парк янында һөнәри -техник мәктәп эшләй, унда йыл һайын 120-150 квалификациялы белгес әҙерләп сығарыла.
Грузин сәйе лә башлап Горабережоулиҙа етештерелә башлаған.
2006 йылда Горабережоули баҡсалары милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип танылған [1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Я. Сихарулидзе. Энциклопедия Грузии , вып. 2, стр. 98, Tб., 2012.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ рус. Указ Президента № 665, 2006 от 7 ноября, г. Тбилиси, о предоставлении категории государственного значения некоторым недвижимым памятникам культуры 2019 йыл 1 июль архивланған.