Годореби вулканы

Грузияның көньяҡ өлөшөндәге, Самцхе-Джавахети крайындағы ьауҙағы һүнгән вулкан
(Годореби битенән йүнәлтелде)

Годореби (груз. გოდორები) — Грузияның көньяҡ өлөшөндәге, Самцхе-Джавахети крайындағы һүнгән вулкан[1], Джавахет ҡалҡыулығы Самсар һыртының бер түбәһе; Кесе Кавказ тау системаһына инә. Түбәнең диңгеҙ кимәленән бейеклеге 3189 метр тәшкил итә[2].

Годореби вулканы
Рәсем
Тау һырты Самсар тау һырты
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Самцхе-Джавахети[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Джавахетское нагорье[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 3189 метр
Карта
 Годореби вулканы Викимилектә

Годореби бер яғы менән башҡа вулканға, Диди-Абулиға, яҡын. Диди-Абулиның атамаһы туранан-тура тәржемә иткәндә Бөйөк Абул тигәнде аңлата. Тауҙың конусының диаметры 2 километр һәм уның сағыштырмаса бейеклеге 400 метр. Тау түбәһендә диаметры 250 метрлыҡ көнсығышҡа асылған кратер урынлашҡан. Кратерҙың плейстоцен һәм голоцен йәшендәге ҡара андезит-дацит лава ағымдары лава яйлаһын барлыҡҡа килтергән. Годореби көнсығышта Григори тауының пирокластик конусы менән сиктәш. Сағыштырмаса бейеклеге 500 м. Годореби һәм Григориҙан төньяҡ-көнсығышҡараҡ бик күп лава ағымдары булған лава яйлаһы йәйелгән. Вулкандар әүҙем түгел.

Күптән инде бер ниндәй ҙә әүҙемлек күрһәтмәгәнлектән, Годореби, вулкан булараҡ, һүнгән тип һанала. Битләүҙәренең түбәнге өлөшө башлыса альп туғайҙары менән ҡапланған. Вулкан эргәһендә тау күле урынлашҡан[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Годореби // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. ქართული საბჭოთა ენციკლოპედია, ტ. 3, გვ. 202, თბ., 1978 წელი.
  3. Lake near mt. Godorebi, Javakheti, Georgia (ингл.). «Panoramio». Дата обращения: 30 квітня 2015. Архивировано из оригинала 13 октябрь 2016 года. 2016 йыл 13 октябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Изолированная статья