Диди-Абули
Диди-Абули (груз. დიდი აბული) — Грузиялағы тау. Самсар һыртында урынлашҡан. Бейеклеге 3301 м. Йыш ҡына Патар-Абул тауы менән бергә Абули булараҡ телгә алына. Самцхе-Джавахетиҙың иң матур урындарының береһе. Тау түбәһенән бөтә Самцхе-Джавахети күренә.
Диди-Абули | |
Тау һырты | Самсар тау һырты |
---|---|
Яҡынса бейеклеге | 1303 метр[1] |
Топографическая изоляция | 108,23 km[1] |
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Самцхе-Джавахети[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 3301 метр |
Диди-Абули Викимилектә |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәТау күбеһенсә неогенлы гиалодациттарҙан тора. Был һүнгән вулкан. Бейеклеге һәм боронғолоғо арҡаһында вулкан конусы ғәҙәти формаһын юғалтҡан. Битләүҙәрендә морена ыуалдары йәки күсәрҙәре һәм кескәй күлдәре менән боронғо боҙлоҡ майҙандары йәки цирктары барлыҡҡа килгән. Тауҙың күп өлөшө альп туғайҙары менән ҡапланған. Перигляциаль формалары киң үҫешкән.
Абул-Самсари һырттарының матур күренештәре, таң ҡалырлыҡ Табацкури күле һәм башҡа, кескәй булһалар ҙа, иҫ киткес күлдәр.
Туристарға кәңәш
үҙгәртергәМаршрут Владимировка ауылынан башлана. Диди Абули тауы итәгенә һәм бер аҙ үргәрәк внедорожник 4x4 менән барып була. Юл буйында һоҡланғыс сәскә яланы буйлап барыла. Ҡалған яғын йәйәү 2 сәғәт атлап үтергә тура килә. Бында эсәр һыуға ҡытлыҡ булғанлыҡтан, етерлек һыу алырға онотмағыҙ. Тауға илткән юлды дөрөҫ табығыҙ һәм, тау ипкененән ышаныслы барып, үренә етерһегеҙ. Тәрән тын алығыҙ һәм һоҡланығыҙ. Үҙенә генә хас гүзәллек.
Түбәһенән төшкәндә, юл еңелерәк үтелә. Ҙур булмаған күлдәрҙе урап үтеп, Абул-Самсариҙың иң ҙур күле Леваниға барып етер кәрәк. Бында, уҫал эттәр һаҡлаған һарыҡ көтөүҙәре осрар. Һаҡ булығыҙ. Ҡулығыҙға таяҡ тотоу хәйерлерәк[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 https://www.peakbagger.com/peak.aspx?pid=10430
- ↑ https://howlingpixel.com/i-ru/Диди-Абули(недоступная ссылка) Туристик маршруттарҙың тасуирламаһы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Диди-Абули вулканына туристик маршрут
- Туристик маршруттарҙың тасуирламаһы(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Маруашвили Л. И., Грузинская Советская Энциклопедия, Том 3, стр. 508, Тбилиси, 1978 Год.
- Абул // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)