Гигант (Ростов өлкәһе)

Гига́нт — Рәсәйҙең Ростов өлкәһе Сальск районындағы ҡасаба. Гигант ауыл биләмәһенең администрация үҙәге.

Ҡасаба
Гигант
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Муниципаль район

Сальский

Сельское поселение

Гигантовское

Координаталар

46°30′31″ с. ш. 41°20′27″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1928 йылда

Халҡы

10 249[1] кеше (2010)

Телефон коды

+7 86372

Почта индексы

347628

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

60 250 812 001

Код ОКТМО

60 650 412 101

Гигант (Рәсәй)
Гигант
Гигант
Гигант (Ростов өлкәһе) (Ростов өлкәһе)
Гигант
Почта маркаһы СССР, 1978 йыл

География

үҙгәртергә

Ҡасаба менән «Ростов—Сальск» тимер юлындағы Трубецкая тимер юл станцияһы бәйле.


Ҡасаба 1928 йылда төҙөлгән «Гигант» игенселек совхозы осоронда үҫеп сыға.

Иң тәүҙә совхоз «Совхоз № 1» тип атала, ә уның үҙәге «Целина» тимер юл станцияһынан алыҫ түгел урынлашҡан була. Бер нисә йыл үткәс илдә беренсе игенселек совхозының үҙәк усадьбаһы «Трубецкая» станцияһына күсерелә. 1929 йылдың сентябрендә ҡасабаға билдәле пролетариат яҙыусыһы М. Горький килә. Гиганттың мәктәптәренең береһе яҙыусы хөрмәтенә уның исеме менән атала. Гигант ҡасабаһына килгән ваҡытта яҙыусы төҙөлә башланған мәктәптең нигеҙенә таш һала.

1933 йылдың 10 февралендә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты Төньяҡ-кавказ тимер юлының «Трубецкая» тимер юл станцияһы эргәһендә яңы барлыҡҡа килгән пунктты эшселәр ҡасабаһы категорияһына индерергә ҡарар итә һәм уға «Гигант» исеме бирелә[2].

1943 йылдың ғинуарында фронтта Дондан Манычҡа тиклем һуғыштар бара. 17 ғинуарҙа 28-се Армия ғәскәре Пролетарская станицаһы эргәһендә Маныч йылғаһына килеп сыға. Йылға эргәһендәге урын һөжүм итеүсе ғәскәр өсөн ҡамасаулыҡ итә. 21 ғинуарҙа Маныч йылғаһына танктар сыға. Сапёрҙар ярҙамында улар йылға аша сығалар.

22 ғинуарҙа 6-сы танк бригадаһы һуғышсылары һәм 152-се һәм 156-сы айырым уҡсылар бригадалары подразделениеләре Сальсктан егерме километр алыҫлыҡта тимер юлға сығалар. Гигант ҡасабаһы (хәҙерге Трубецкая станицаһы) өсөн һуғыш башлана. 6-сы танк бригадаһының танктары килеп сығыуы һуғыш барышын ҡырҡа үҙгәртә. 28-се армия частәренең һөжүме һөҙөмтәһендә Гигант игенселек совхозы азат ителә. Аҙаҡҡараҡ, 2004 йылға тиклем, ҡала тибындағы ҡасаба статусына эйә була.

Халыҡ иҫәбе
1959[3]1970[4]1979[5]1989[6]2002[7]2010[1]
12 55510 00810 18010 12210 04910 249



Иҡтисады

үҙгәртергә
  • ауыл хужалығы — иген етештереү, элеватор комплексы, фермер хужалыҡтары;
  • «Сальсксельмаш» ауыл хужалығы машиналары етештереү заводы;
  • аграр-техник колледж;
  • «Лиман» май эшкәртеү заводы;

социаль сфера

үҙгәртергә
  • 78-се мәктәп, (1964 й.)
  • «Гигант» футбол командаһы
  • 2-се М. А. Горький исемендәге мәктәп, 1929 йылда нигеҙ һалынған. 1956 йылдан башлап мәктәп-интернат. 1934 йылдан — 67-се Горький исемендәге мәктәп, һуғыш йылдарында госпиталь булып хеҙмәт итә.
  • 76-сы мәктәп, (1952 й.)
  • Сальск аграр-техник колледж

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • В. И. Ленин һәйкәле[8]. В. И. Ленин уң ҡулын күтәреп һүрәтләнгән. Юлбашсының скульптураһы бейек постаментҡа ҡуйылған.
  • Һәләк булған һуғышсыларға мемориал «Ике һуғышсы һәм ҡайғырыусы әсә» һәм туғандар ҡәберлеге. Комплекстың архитекторы Косолапов А. А., скульпторы — Иванов Г.. Гигант ҡасабаһында мемориал 1975 йылдың 9 майында асыла. Ул күп фигуралы, ике һуғышсы һәм ҡатын-ҡыҙҙан торған скульптура композицияһы булып тора. Скульптуралар ике ҡатлы постаментҡа ҡуйылған. Постамент йыйылма тимер блоктарҙан 5 метр киңлектә эшләнгән. Һалдаттарҙың һәм әсәнең фигуралары яҡынса 3 метр бейеклектә һәм тимер-бетон блоктарҙан эшләнгән, алюмин менән көпләнгән. Постаменттан ике яҡта тумбалар һәм мемориаль плиталар ҡуйылған. Мемориаль плиталарҙа 550-нән артыҡ һуғышсының: ҡасабаны азат иткәндә һәләк булған һуғышсыларҙың, госпиталдә яраларынан үлгән һалдаттарҙың, Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәләк булған ауылдаш-һуғышсыларҙың (230), һуғыш йылдарында хәбәрһеҙ юғалған кешеләрҙең (217) исемдәре яҙылған. Скульптура алдында Мәңгелек ут яна. Мемориаль комплексы территорияһында туғандар ҡәбере урынлашҡан, унда 120 һалдат ерләнгән. Һәйкәлгә бер яҡтан киң баҫҡыс илтә. Еңеүҙең 65-йыллығына мемориал реставрациялана, уның менән йәнәш пушкалар ҡуйыла. 1955 йылда һалдаттарҙың һөйәктәре ҡасаба уртаһындағы туғандар ҡәберлегенә күсереп ерләнә[9].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
  2. Постановление ВЦИК от 10.02.1933 «Об изменениях в составе рабочих и курортных поселков Северо-кавказского края и о границах некоторых районов того же края»
  3. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  4. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  5. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  6. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  7. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  8. Памятник В. И. Ленину
  9. Книга памяти Сальского района

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  Тышҡы рәсемдәр
  «Ике һуғышсы һәм ҡайғырыусы әсә». Һәләк булған һуғышсыларға мемориал. Туғандар ҡәберлеге