Георгий Вылкович
Георгий Чалыков Вылкович — болгар табибы, сәйәсмән һәм дипломат. Болгарияның сит ил эштәре һәм диндәр министры (1881—1883), Болгарияның Дәүләт советы рәйесе (1883).
Георгий Вылкович | |
болг. Георги Вълкович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Болгария |
Тыуған ваҡыттағы исеме | болг. Георги Вълкович Чалъков |
Тыуған көнө | 1833 |
Тыуған урыны | Әдирнә, Ғосман империяһы |
Вафат булған көнө | 14 (26) февраль 1892 |
Вафат булған урыны | Константинополь[d], Ғосман империяһы |
Үлем төрө | һомицид[d] |
Атаһы | Вылко Куртович[d] |
Бер туғандары | Q125572269? һәм Atanas Chalakov[d] |
Нәҫеле | Чалыковы[d] |
Туған тел | Болгар теле |
Һөнәр төрө | табип, дипломат, сәйәсмән, хирург |
Биләгән вазифаһы | министр иностранных дел Болгарии[d], министр общественных зданий, земледелия и торговли Болгарии[d], депутат Народного собрания Болгарии[d], депутат Народного собрания Болгарии[d] һәм депутат Народного собрания Болгарии[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Консервативная партия[d] |
Ойошма ағзаһы | Болгарская академия наук[d] |
Георгий Вылкович Викимилектә |
XIX быуаттың 60-сы йылдарында Константинополдә алдынғы хирургтарҙың береһе була. Болгарияны ғосман хакимлығынан азат иткәндән һуң Консерватив партияның лидерҙарының береһенә әүерелә. Ғосман империяһында Болгарияның дипломатик вәкиле була һәм шунда уҡ сәйәси дошмандары тарафынан үлтерелә.
Биографияһы
үҙгәртергә1833 йылда Эдирнела тыуа. Атаһы Копривштицаның бик бай һәм абруйлы Чалыковтар нәҫеленән. Вылкович Пловдивта уҡый башлай, ә 1857 йылда Константинополдә Хәрби-медицина училищеһын тамамлай. Училищенан һуң хирург булып эшләй һәм Хәрби-медицина училищеһында уҡыта. 1860—1863 йылдарҙа Парижда хирургияһы буйынса махсуслаша, ә 1865 йылда Дамаскиҙа үҙәк хәстәхананың баш табибы булып хеҙмәт итә. 1870—1871 йылдарҙа Константинополдә «Хәйҙәр паша» хәстәханаһы директоры булып эшләй. 1872 йылда Вылкович Ғосман армияһында полковник чинына эйә була. 1875 йылда — ағза-корреспондент, ә 1884 йылда Болгария әҙәби йәмғиәтенең (хәҙер Болгарияның Фәндәр академияһы) ғәмәлдәге ағзаһы. Серб-төрөк һуғышы йылдарында, 1876 йылда Ниш һәм Софияла хәрби госпиталь етәксеһе. 1877 йылда урыҫ-төрөк һуғышы башланғас, Дамаск ҡалаһына күсерелә, армиянан киткәндән һуң Болгарияға ҡайта.
Болгарияла Георгий Вылкович Консерватив партия лидерҙарҙың береһе булып китә. 1879 йылда Учредительный йыйылыш ағзаһы итеп һайлана һәм Тырнов конституцияһына ҡул ҡуйыуҙан баш тартҡан ун ике консерваторҙан торған төркөмгә инә. Беренсе Бөйөк халыҡ йыйылышы (1879) һәм өсөнсө халыҡ йыйылышы (1882—1883) депутаты була. 1879 йылда Ауыл хужалығы, сауҙа һәм йәмәғәт биналары буйынса дирекция етәксеһе итеп тәғәйенләнә, ә 1881 йылда — Көнсығыш Румелияның почта һәм телеграф хеҙмәте директоры. Баттенберг (1881—1883) вәкәләтлеге осоронда сит ил эштәре һәм диндәр министры һәм Дәүләт советы рәйесе (1883).
1885 йылда серб-болгар һуғышы осоронда Георгий Вылкович хәрби госпиталдәр идарасыһы була. 1886 йылда Софияла Александров хәстәханаһы директоры булып хеҙмәт итә. 1887 йылда Константинополдә Болгария дипломатик вәкиле итеп тәғәйенләнә һәм был вафатына тиклем ошо вазифала ҡала. Вылкович Стефан Стамболов хөкүмәте Ғосман империяһында йәшәгән болгарҙарҙың хәлен яҡшыртыу буйынса үткәргән сәйәсәтенең инициаторҙарының береһе була.
1892 йылдың 12 (24) февралендә Георгий Вылковичҡа ялланған үлтереүселәр һөжүм итә һәм ике көндән һуң эсенә бысаҡ менән сәнсеүҙән алынған яранан вафат була[1]. Пловдивта ерләнгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Марков Г. Покушения, насилие и политика в България 1878 – 1947. — София: Военно издателство, 2003. — С. 48—52. — ISBN 954-509-239-4.