Гейдар мәсете
Мәсет | |
Баҡыла Гейдар мәсете | |
Ил | Әзербайжан |
Ҡала | Баҡы |
Архитектура стиле | Ширван-Апшерон архитектураһы |
Төҙөлөш | 2012—2014 йылдар |
Төп даталары: 2014 йылдың 26 декабре - мәсетте рәсми рәүештә асыу
| |
Мәсет Викимилектә |
Гейдар мәсете (әзерб. Heydər Məscidi) — Әзербайжандың элекке президенты Гейдар Алиев исемендәге мәсет[1], Баҡының Бинагадин районында урынлашҡан[2].
Тарихы
үҙгәртергәГейдар мәсетен төҙөү тураһында ҡарарға Гейдар Аливетың улы, Әзербайжан Республикаһының президенты Илһам Алиев тарафынан 2012 йылдың уртаһында ҡул ҡуйыла. 2012 йылдың сентябрендә төҙөлөш башлана һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә — 2014 йылдың аҙағында төҙөлөш тамамлана.
2014 йылдың 26 декабрендә мәсетте рәсми рәүештә асыу тантанаһы була, бында Әзербайжан Республикаһы президенты Илһам Алиев һәм уның ҡатыны Мехрибан Алиева, Төньяҡ Кавказ мөфтөйҙәре координацион советы рәйесе Ҡарасай-Черкесияның мөфтөйө Исмаил Бердыев, Рус православие сиркәүенең Баҡы һәм Әзербайжан епархияһы башлығы Александр, Тау йәһүдтәренең Баҡы дини общинаһы рәйесе Мелих Евдаев, Рәсәй Федерацияһы Кавказ мосолмандары диниә назаратының тулы хоҡуҡлы вәкиле һәм Кавказ мосолмандары диниә назаратының рәйесе шәйех-уль-ислам Аллахшукюр Пашазаде ҡатнаша[3]
Архитектураһы
үҙгәртергәМәсеттең эргә-тирәләге территория менән бергә майҙаны 12 мең квадрат метрҙы биләй. Мәсет бинаһының майҙаны — 4200 квадрат метр. Фасады Ширван-Абшерон архитектураһы стилендәге махсус таш менән тышланған. Һәр бер дүрт манараның бейеклеге 95 метр тәшкил итә. Мәсет эсендә махсус биҙәү элементтары ҡулланылған, ә көмбәҙ ситтәрендә изге Ҡөрьәндән аяттар киртеп яҙылған. Төп көмбәҙҙең бейеклеге 55 метр, икенсеһенеке — 35 метр тәшкил итә.[3]
Адресы
үҙгәртергәМәсет артабанғы адрес буйынса урынлашҡан: Әзербайжан, Баҡы ҡалаһы, Бинагадин районы, Гамза Бабашов урамы, AZ 1107.[4]
Галерея
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ mir24.tv: В Баку открыли мечеть Гейдара 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ В мечети Гейдара идут отделочные работы 2014 йыл 28 декабрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Президент Азербайджана Ильхам Алиев принял участие в открытии мечети Гейдара в Баку.
- ↑ Мечети и минареты — Мечеть Гейдара 2015 йыл 2 апрель архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергәГейдар мәсете Викимилектә |