Гастелло һәйкәле (Өфө)

Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0300000181№ 0300000181

Гастелло һәйкәле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта

Николай Францевич Гастелло һәйкәле Өфөлә, ҡаланың Калинин районындағы Сельская Богородская урамында, Гастелло исеме бирелгән скверҙа ҡуйылған.

Тарихы үҙгәртергә

Совет хәрби осоусы Николай Гастелло 1941 йылдың 26 июнендә, үҙенең бәреп имгәтелгән һәм янған бомбардировщигын дошмандың механизацияланған колоннаһы өҫтөнә йүнәлтеп, батырлыҡ ҡыла. Ошо батырлығы өсөн 1941 йылдың 26 июлендә, үлгәндән һуң, Николай Гастеллоға «Алтын Йондоҙ» миҙалы һәм Ленин ордены тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

1985 йылдың 8 майында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40 йыллығы алдынан Өфөлә геройға һәйкәл ҡуйыу тантанаһы була. Һәйкәлдең авторы Панов Александр Иванович. Һәйкәлдең эшсе моделе Башҡорт республика художество фонды бүлексәһенең художество советы тарафынан бер йыл элек ҡабул ителгән була.

Николай Гастелло шлемофонда һәм осоу формаһында тулы кәүҙәһе менән кәүҙәләндерелгән. Ул ҡулында парашют карабинын тотоп тора һәм хәрби задание үтәргә әҙер. Летчик фигураһы ҡара граниттан яһалған, бейеклеге 3,3 м. Һәйкәл 2 м бейеклектәге гранит постаментҡа ҡуйылған. Постаментҡа металл хәрефтәр менән «Николай Гастелло» тип яҙылған, ә унан өҫтә — металдан Алтын Йондоҙ һүрәте. Һәйкәл эргәһендәге майҙансыҡҡа һоро гранит плиталар түшәлгән.

Скульпторға һәйкәл төҙөүҙә лётчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ярҙам күрһәткән. Ул, һынландырылған осоусы образының дөрөҫлөгө өсөн, уның авторына үҙенең хәрби осоусы комбинезонын, шлемын һәм наган менән кобураһын бирә.

Һылтанмалар үҙгәртергә