Гармония (мифология)

боронғо грек мифологияһы персонажы

Гармония (бор. грек. Ἁρμονία ) Ҡырым һуғышы (1853-1856)боронғо грек мифологияһында татыулыҡ, берҙәмлек алиһәһе, бәхетле никах кәүҙәләнеше. Ир менән ҡатын гармонияһы һәм ыҙғыш-талаштарҙы тынысландырыу менән етәкселек итә. «Ҡапма-ҡаршы» аллалар Арес һәм Афродитаның ҡыҙы[2], икенсе бер фараз буйынса, Зевс һәм Электраның ҡыҙы[3]. Кадмдың ҡатыны, Автоноя, Агава, Ино, Семела һәм Полидораның әсәһе, Иасионаның һеңлеһе.

Гармония
бор. грек. Ἁρμονία

Эвелин де Морган. Кадм һәм Гармония, 1877

Тормош иптәше

Кадм[d][1]

 Гармония Викимилектә

Электра плеядаһы тарафынан тәрбиәләнә[4]. Афина һәм Гефест уға "енәйәтсел составтар менән буялған күлдәк" бүләк итә (vestis sceleribus tincta), уның буйынса киләсәк быуындары енәйәт менән бысранған, гонаһлы тип танылырға тейеш була[5].

Гармония Һыны

Кадм менән уның туйын (тәүге тапҡыр) бөтә олимпиясылар үҙҙәренең ҡатнашлығы менән ихтирам итә. Аполлон үҙе — кифарала, музалар  авлоста уйнай, башҡа илаһтар бәхетлеләрҙе телмәрҙәр менән данлай. Гермес Гармонияға лира бүләк итә, Афродита (йәки Гефест, йәки Афина) — муйынсаҡ, пеплос һәм авлостар; Деметра — бойҙай уңышы, ә Электра — аллаларҙың Бөйөк Әсәһенең изге йолалаларын, был йолалар менән бирелергә тейеш булған кимвалдар, тимпандар һәм күңелле ярандарын бүләк итә[6]. Кадм кәләшенә Гефестан йәки Европанан, алған күлдәк һәм муйынсаҡты бүләк итә. Был муйынсаҡ, ғәҙәттә, Гармония муйынсағы булараҡ билдәле була, сөнки был биҙәүес уға (һәм унан һуңғы эйә булыусыларға) бәхетһеҙлек килтерә[7]. Башҡа версиялар раҫлауынса, Гармония был муйынсаҡты ҡайһы бер аллаларҙан, йә Афродитанан, йә Афинанан ала.

Ноннға ярашлы, туй Самофракияла[8] йәки Тритониды[en][9] күле янынла үтә. Фивала Гармонияның никах һарайы емереклектәрен һәм туйҙа музалар йырлаған майҙанды[10], шулай уҡ Афродитаның өс статуяһын күрһәтәләр, улар Гармонияға бағышланған һәм Кадм карабының осонда ағас биҙәүестәрҙән эшләнгән бүләк була[11].

Һуңыраҡ, инде Иллирияла, Кадм (үҙенең үтенесе буйынса) аллалар тарафынан йыланға әйләндерелгәс, Гармония өмөтһөҙлөккә бирелеп кейемдәрен сисеп ташлай һәм ирен үҙенә саҡыра. Кадм, уның яланғас тәнен ҡыҫып ҡосаҡлай һәм иркәләй. Ҡара ҡайғылы Гармония үҙен дә йыланға әйләндерһендәр өсөн, аллаларға мөрәжәғәт итә, аллалар уның да теләген ҡабул итә[12].

Боронғо рим мифологияһында Гармония Конкордияға тап килә, грек мифологияһында ҡапма-ҡаршы персонаж — Эрис, уға рим мифлологияһында Дискордия тап килә.

Гармония хөрмәтенә 1856 йылда асылған Гармония астероиды һәм Юпитерҙың Европа юлдашында Гармония һыҙаты асыла. Исемен 1853—1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы тамамланыу хөрмәтенә һайлайҙар[13]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Gantz T. Mythes de la Grèce archaïque (фр.)Paris: Éditions Belin, 2004. — P. 1390. — ISBN 978-2-7011-3067-5
  2. Гесиод. Теогония 937
  3. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека V, 48-49.
  4. Нонн. Деяния Диониса III 381.
  5. С намёком на супружескую измену Афродиты Гефесту. Гигин. Мифы, 148.
  6. Подробней других знаменитую свадьбу Кадма и Гармонии описывает Диодор Сицилийский (V, 49).
  7. Гармония, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  8. Нонн. Деяния Диониса III 48.
  9. Нонн. Деяния Диониса XIII 347.
  10. Павсаний. Описание Эллады IX 12, 3
  11. Павсаний. Описание Эллады IX 16, 3.
  12. Apollod. III, 5; Ovid. Met. IV, 563—602.
  13. Schmadel, Lutz D. Dictionary of Minor Planet Names (англ.). — Fifth Revised and Enlarged Edition. — B., Heidelberg, N. Y.: Springer, 2003. — P. 19. — ISBN 3-540-00238-3.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә